Тажетдинов Илшат Азамат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тажетдинов Илшат Азамат улы
Тыуған көнө 20 май 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Тажетдинов Илшат Азамат улы (20 май 1969 йыл) — ғалим-иҡтисады, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[1]. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илшат Азамат улы Тажетдинов 1969 йылдың 20 майында Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Тыуған ауылында һигеҙ класты тамамлағандан һуң, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәбендә белем ала[2]. 1987—1989 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡорт дәүләт университетының математика һәм иҡтисад факультеттарын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай[2].

Илшат Азамат улы Тажетдинов — иҡтисад фәндәре докторы[3], доцент, бюджет федерализмына бағышланған хеҙмәттәр һәм мәҡәләләр авторы[2].

Башҡортостан Республикаһының I класлы дәүләт советнигы[2].

Хеҙмәт юлы

1993—1994 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты, стажер-тикшеренеүсе;

1994—1997 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты, аспирант;

1997—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының фәнни-тикшеренеү һәм мәғлүмәти-аналитик үҙәге, ғилми хеҙмәткәр;

1998—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Баш мәғлүмәт-аналитик идаралығы иҡтисад үҫеше бүлеге, баш белгес;

2001 йылда — Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында социаль сфераны һәм фәнде финанслау бүлеге, бүлек начальнигы урынбаҫары ;

2001—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында мәғарифты, фәнде һәм мәҙәниәтте финанслау бүлеге, бүлек начальнигы ;

2004—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, Иҡтисад үҫеше һәм социаль сәйәсәте идаралығы, идаралыҡ начальнигы;

2008—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначействоһының идаралығы, Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары;

2010 йылда — Башҡорт дәүләт университеты, иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе проректор[3].

2010 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019)[4].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Исполняющим обязанности вице-премьера Правительства Башкортостана – Руководителя Аппарата Правительства республики назначен Илшат Тажитдинов. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 22 октября 2018 года 2021 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  3. 3,0 3,1 Тажитдинов Илшат Азаматович 2018 йылдың 28 август көнөндә архивланған.
  4. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
  5. Исполняющим обязанности вице-премьера Правительства Башкортостана – Руководителя Аппарата Правительства республики назначен Илшат Тажитдинов 2021 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]