Эстәлеккә күсергә

2-се Этҡол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2-се Этҡол
2-се Эткол
Рәсем
Рәсми атамаһы 2-се Эткол
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге 2-се Этҡол ауыл Советы[d]
Административ-территориаль берәмек Ниғәмәт ауыл советы
Халыҡ һаны 1012 кеше (2002)[1],
853 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453672
Карта
 2-се Этҡол Викимилектә

2-се Этҡол (рус. Иткулово 2-е) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 1727 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80206840005

ОКТМО коды — 8060644010

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Айытғужа атамаһын йөрөткән. Ауылға нигеҙ һалған Алдар батыр Иҫәнгилдиндың ағаһы тархан Айытҡужа Иҫәкәев хөрмәтенә ҡушылған. Хәҙерге Икенсе Этҡол исеме XVIII быуат башынан тархан Айытҡужа улы Этҡол антрононимын алған[4]. Шулай уҡ Нуғай Бөрйән исеме аҫтында билдәле[5].

Һаҡмар йылғаһының Таулы, Рәжәп, Саҡмағош уң ҡушылдыҡтарында урынлашҡан[6].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 37 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 84 км
Икенсе Этҡол ауылы. Ауыл мәсете.

XVIII быуат башында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә ауылға нигеҙ һалғандар, башта Алдар батыр Иҫәнгилдиндың ағаһы Айытҡужа Иҫәкәевтың исемен йөрөткән, һуңынан — уның улы тархан Этҡол Айытғужин исеме менән йөрөтөлә башлай[6]. Икенсе Этҡол ауылы (Үрге Этҡол) Бөрйән улусының 6-сы кантоны 3-сө йорто составында булған[4]. Тәүге тапҡыр Этҡол ауылы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы составында 1763 йылда телгә алына[5].

Тамғалы таш. Боронғо зыярат ҡалдыҡтары. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы тирәһендә

1816 йылда 88 йәшлек Этҡол Айытғужин Этҡол ауылында йәшәгән. Этҡолдың улдары һәм ейәндәре билдәле: өлкән улы Байҡый (1766 йылғы), уның улдары — Сөләймән, Дауыт, Таулыҡай, Мөхәмәтзаман. 1815 йылда Байҡый балалары һәм һәм туғандарының балалары Әйүп, Йосоп, Яҡум менән яңы булдырылаған Моҡас ауылына күсә. Этҡолдың кесе улы Солтанғол иртә донъя ҡуя, унан улы Балхия ҡала (1784 йылғы). Балхияның улдары — Баһауетдин һәм Ишмырҙа. Этҡол ейәне Балхия Солтанғолов менән йәшәй[4].

1812 йылғы Ватан һуғышында Этҡол ауылынан 15-се башҡорт полкы составында Парижға тиклем барып етәләр: урядник Баязит Әлимбәтов, рядовойҙар Мөхәмәтғәли Ниәтшин, Мөкмин Әбделсәлимов, Сәйетбаттал Ирмәков (бөтәһе лә көмөш миҙалдар кавалерҙары). 1806—1807 йылдарҙа Францияға ҡаршы Пруссия һәм Польша территорияһындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашалар: рядовойҙар Хәйризаман Ирғәлин, Әйүп Солтанғолов, Баҡтыбай Ирмәков. 1828—1829 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнашалар: Буранғол Рафиҡов, Әбделғариф Әбделмәжитов һәм Мөхәмәтғәли Килдиғужин[4].

Этҡолдар малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, Байым, Исхаҡ, Ниғәмәт, Сәйетбаттал ауылдары халҡы менән Бутара, Салажа, Әликәй, Ҡашҡа-Айғыр буйлап Сереккүлгә һәм Һаҡмар йылғаһына тиклем Урал тауҙарына барып еткәндәр. 1839 йылда 116 йорттан 88 арба йәйләүгә сыға. Ауылда 707 кеше йәненә 480 йылҡы, 1100 һыйыр, 400 һарыҡ булған. 1843 йылда 88 бот ужим һәм 984 бот ярауай иген сәсәләр, төрлө кәсеп менән шөғөлләнәләр. Ауылда ике мәсет булған. Аҙна һайын баҙар ойошторола, 1885 йылда баҙарҙа 6 даими һатыу иткән лавка була[4].

XIX быуат башынан утарҙарға сығыу тыйылғанға күрә, Этҡол ауылы халҡы яңы ауылдарға нигеҙ һала. 1812 йылда 17 ғаилә Ағиҙел йылғаһы буйында Яҡшығол ауылына нигеҙ һала (Бөрйән районы)[4].

Совет осоро

ХХ быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. Совет осоронда 2-се Этҡол ауылы «Урал» агрокомплекс хужалығының үҙәк усадьбаһы була. Бында ағас әҙерләү буйынса «Мәтим» артеле һәм урман хужалығы урынлашҡанref name="Баймакский край"></ref>. Республикала билдәле шәхестәр Б. С. Байымов, Ш. Ш.Ғәбдиев, Ғ.Д.Ибраһимов, М. Н.Иҫәнбаев, Р. Р.Рәхимов, З. И.Хәлилов, Х. Х. Әлмөхәмәтов 2-се Этҡол ауылында тыуған.

Бөгөнгөһө

Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Мәҙәниәт йортонда төрлө ижади коллективтар булдырылған: «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле; «Йәйғор», «Дарман», «Атайсал» вокаль ансамблдәре; «Әхирәттәр», «Шатлыҡ», «Аҡ ҡайын» бейеү ансамблдәре, «Сыбалайыр» ҡубыҙсылар ансамбле[7]. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы бихисап йөкмәткеле, файҙалы саралар. кисәләр үткәрә. халыҡ йолаларын. ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡара. Ағымдағы йылда (2022) ойошма "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы" исҽмлҽ проҽкт буйынса эш башланы[8].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 858 416 442 48,5 51,5
1920 йыл 26 август 615
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2039
1959 йыл 15 ғинуар 1003
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1034 534 500 51,6 48,8
2002 йыл 9 октябрь 1012 513 499 50,7 49,3
2010 йыл 14 октябрь 853 433 420 50,8 49,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[9]. Ырыу аралары: бүре, таулы, ҡыя, таҙым, ҡырғыҙ, татар, көҙән, көсөк, маңҡа, серәкәй, монаш, секәнәй, аратор[5].

Тауҙар исемдәре — Көрәй тауы;
— Әсебейек;
— Ҡыҙҙар тауы;
— Иген тауы

Күл-йылғалар исемдәре:

— Сарҙаҡ күле;
— Мәтем йылғаһы;
— Таулы йылғаһы;
— Киндеркүл

«Урал батыр» эпосын сәсәндәр Ғ.Арғынбаҽв һәм Х.Әлмөхәмәтовтан яҙып алған урында доға ҡылыу.

— 1910 йылда сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» ҡобайырын 2 — сҽ Этҡол ауылынан алыҫ булмаған урында сәсәндәр Ғ.Арғынбаҽв һәм Х.Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Эпос өс өлөштән, туғыҙ бүлҽктән тора[8].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин урамы (рус. Ленина улица)
  • Урманлы урам (рус. Лесная улица)
  • Революция урамы (рус.  Революционная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева улица)[11]
  1. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 88. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. 5,0 5,1 5,2 Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр.. ISBN 5-295-01337-5 163 бит
  6. 6,0 6,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8} 69-70 биттәр.
  7. Ижади коллективтар
  8. 8,0 8,1 Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәренең «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыһы" исҽмлҽ проҽкты
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
  10. Энциклопедия УГНТУ — Халитов Динар Дитарович 2019 йыл 17 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 август 2019)
  11. Улицы