Ғәбсәләм
Ғәбсәләм | |
Нигеҙләү датаһы | 1834 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1960 |
Ғәбсәләм (рус. Абсалямово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ярат ауыл Советы биләмәһенә ҡараған. 1834 йылда нигеҙләнгән. 1960-сы йылдарҙа ауыл халҡы башҡа ауылдарға күсенгән[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәләкәй Утар исемен йөрөткән ерҙә, Кеүәшле йылғаһы тамағында, урынлашҡан[2]. Район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан көнбайышҡа табан 34 км алыҫлыҡта ятҡан[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда Кеүәшле йылғаһы буйында Ғәбсәләм исеме аҫтында яңы ауыл барлыҡҡа килә[2]. Уны Байыш һәм Мырҙаҡай ауылдары башҡорттары нигеҙләгән. Ауыл Байыш ауылы кешеһе зауряд-сотник Ғәбсәләм Байышев исемен йөрөткән[2]. Башта ауыл һәйбәт кенә үҫешә башлай, әммә 25 йылдан ҡайһы берҙәр үҙ тыуған ауылдарына ҡайта, шулай ҙа Ғәбсәләмдә 200-ләп кеше ҡала. 1859 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 33 йортта 190 кеше йәшәгән. Ауыл халҡының төп шөғөлдәре малсылыҡ, һунарсылыҡ, урман кәсептәре була. Артабан губерна карталарында Ғәбсәләм ауылы күрһәтелмәй[2], әммә совет осоронда, 1920 йылда, 57 йортта 322 кеше йәшәй[1], йәғни ауыл ҙур ғына була. Коллективлашыу осоронда ауыл халҡы башта — «Буҙат» колхозына, һуңғараҡ Сталин исемендәге колхозға берләшә. 1939 йылда барыһы 71 кеше иҫәпкә алынған. Артабанғы йылдарҙа, бигерәк тә 1960-сы йылдарҙа, ауыл халҡы эргә-тирәләге ауылдарға күсенә[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың июнь айында Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы тирәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ошо осорҙа хәрби хеҙмәттә булған яугирҙәргә һәйкәл асыу буйынса йыйын үткәрелә. Әптекәй, Йомаш, Мырҙаҡай, Ысмаҡай, Ишмөхәмәт, Байыш, Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, Ишмырҙа, Мырҙа, Нияҙғол, Иҫәнгилде, Мәмбәт, Мортаза ауылдары вариҫтары менән бер рәттән элекке Ғәбсәләм ауылы вәкилдәре лә саҡырыла. Сара тыуған яҡты өйрәнеүсе Рауил Назаров етәкселегендә ойошторола[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.284
- История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Асфандияров А. З.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- Абсалямово
- ҠЫШҠЫ БӘЙГЕ