Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы)
Бәхтегәрәй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Мерәҫ ауыл Советы |
Халыҡ һаны |
95 кеше (2002)[1], 90 кеше (2009)[1], 84 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453660 |
Бәхтегәрәй (рус. Бахтигареево), икенсе исеме Әпек — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 90 кеше булған[3]. Почта индексы — 453660, ОКАТО коды — 80206838002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1819 йылғы ревизияла (5-се ревизия) Бикҡужа исеме аҫтында күрһәтелгән. Ғалим Ә. З. Әсфәндиәровтың фаразлауынса, Бәхтегәрәй ауылының тәүге исеме Бикҡужа. Ауылға нигеҙҙе Әпек Аблаев һалған, ул үҙе Исхаҡ ауылынан күсенгән. Әпектең улы — Бәхтегәрәй, шуға ла был ауылдың исеме икәү. 1834 йылда — 235, 1920 йылда — 491 кеше (118 йорт), 1928 йылда — 360, 1940 йылда — 138, 1989 йылда — 113, 1999 йылда 108 кеше йәшәгән[4].
Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ, халыҡ кәсептәре, игенселек — һирәк кенә. 1839 йылда 44 йортта 161 йылҡы малы, 81 һыйыр, 100 һарыҡ, 20 кәзә иҫәпләнгән. 1843 йылда 24 бот ужым бойҙайы, 140 бот ярауай бойҙай сәселгән[4]. .
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 84 | 41 | 43 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улаҡ йылғаһына яҡын урынлашҡан[4].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ):21 км[5]
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Мерәҫ): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 62 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1812 йылғы Ватан һуғышында 15-се башҡорт полкы составында Мөхәмәтйән Әҙеғолов, Ғабдулла Дәүләтбирҙин, Тутай Фәйзуллин, 1828—1829 йылдарҙағы урыҫ—төрөк һуғышында Иҫәнғужа Әлибаев, Мөхәмәтша Муллагилдин, Сәйетйәғәфәр Рысаев, Байсафар Фәйзуллин ҡатнашҡан[4].
- Бибисара Азаматова (21.10.1949), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. 1980–1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ индустирияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.