Эстәлеккә күсергә

Исхаҡ (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исхаҡ
Нигеҙләү датаһы 1792
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Ырымбур губернаһы
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы

Исхаҡ (рус. Исхаково) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы тирәһендә урынлашҡан. 1765 йылда тәүге тапҡыр Ырымбур губернаһы Бөрйән улусы составында телгә алына[1], 1792 йылда Таулыҡай ауылы башҡорттары утар урынында Исхаҡ ауылын нигеҙләй[2].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исхаҡ антропонимынан алынған[1]. Ауыл тәүге төпләнеүсе Исхаҡ Солтановтың исемен йөрөткән[3].

Таулы йылғаһына (Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы) Сыбалайыр һәм Саҡмағош йылғасыҡтары ҡойған урында урынлашҡан була. Хәҙерге район үҙәге Баймаҡтан — 33 км, Ниғәмәт ауылынан көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта ятҡан[3].

Тәүге тапҡыр был ауыл 1765 йылда Ырымбур губернаһы Бөрйән улусы составында телгә алына. 1792 йылда Таулыҡай ауылынан бер нисә ғаилә әлеге утарға күсеп ултыра. Исхаҡ Солтанов менән бергә уның улдары Хоҙайназар, Байназар, Ҡотлобирҙе, Сәлим, Сырлыбай, шулай уҡ Әхмәр һәм Әхмәт Хәмитовтар, Сәлих Ҡотлобирҙин улы Ғәлимйән (башҡа мәғлүмәт буйынса Имелбай[3]) менән һәм Кейекбай Игебаев күсенәләр[2]. Таулыҡай ауылы халҡы ошо осорҙа яңы ауылдарға нигеҙ һалыуы билдәле. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 89 кеше йәшәгән, X ревизияға ярашлы — 150 кеше. Мал көтөү өсөн ер ҡытлығы һәм төрлө үҙ-ара дәғүәләр арҡаһында ауыл халҡы Таулыҡайға әйләнеп ҡайта башлай[2]. Исхаҡ ауылы колхоз үҙәге Ниғәмәт ауылына ҡушыла[4].

  1. 1,0 1,1 Усманова М. Г. Имя отчей земли. Историко лингвистическое исследование топонимов бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994, — 272 стр. ISBN 5-295-01337-5
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. 3,0 3,1 3,2 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  4. “Урал батыр” эпосы яҙып алынған ерҙә