Эстәлеккә күсергә

Аҡтырнаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡтырнаҡ
Нигеҙләү датаһы 1935
Дәүләт  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1951

Аҡтырнаҡ (рус. Актырнак) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауыл Советына ҡараған ауыл. 1935 йылда нигеҙләннгән, 1951 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[1].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Аҡтырнаҡ йылғаһы исеме менән йөрөтөлгән[1].

Ауыл 2-се Этҡол ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта Аҡтырнаҡ һәм Уралыҡ йылғасыҡтары ҡушылған ерҙә урынлашҡан булған[1].

1930-сы йылдарҙа Баймаҡ районында күп кенә ауылдар барлыҡҡа килә. Уларҙы ағас ҡырҡыу һәм Баймаҡ баҡыр иретеү заводын яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн эргә-тирәләге ауыл халҡы барлыҡҡа килтерә. Аҡтырнаҡ ауылы урмансылыҡ участкаһы булараҡ[2] 1935 йылда нигеҙләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - 50-60 йорт, йәштәр өсөн  барактар һәм ятаҡханалар төҙөлә[1]. Ауыл йәнле тормош менән йәшәй. Стахановсы исеме өсөн ярыш ойошторола. Өлгөлө хеҙмәте менән Бәхтийәр Әлмөхәмәтов, Абдулла Мәжитовтар дан алалар.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, әлеге ауылдан фронтҡа 36 кеше китә. Ауыр эштә уларҙы 14-15 йәшлек үҫмерҙәр алыштыра, улар араһында — Зәкәриә Шәрипов, Хаммат Хәлиҡов, Заһир Сарбулатов, Ғәзизйән Әлмөхәмәтов, Йосоп Мөхәмәтҡолов, Шәһиҙә һәм Әминә Әлмөхәмәтовалар, Шәнгиә һәм Шәмсиә Мәжитовалар, Шәмсиҡәмәр һәм Маһиҡәмәр Суфьяновалар[1].

Ауылда мәктәп була. Уҡытыусы булып Бибинур Биҡҡолова эшләй. Медпунктта төрлө йылдарҙа Жуванова, Горшенина, Никифорова һәм башҡалар эшләй[1].

Һуғыштан һуң, 1951 йылда, урмансылыҡ участкаһы ябыла. Халыҡ эргә-тирәләге ауылдарға күсергә мәжбүр була[1].

— Бәхтийәр Әлмөхәмәтов — урман ҡырҡыусы, стахановсы, Мәскәүҙә Бөтә Союз стахановсылар съезында ҡатнаша.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. Рәсимә АЙСЫУАҠОВА. «Урал батыр» эпосы яҙып алынған ерҙә