Эстәлеккә күсергә

Үрге Мәмбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Мәмбәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°31′11″ с. ш. 58°12′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 206 807 003

ОКТМО коды

80 606 407 111

Үрге Мәмбәт (Рәсәй)
Үрге Мәмбәт
Үрге Мәмбәт
Үрге Мәмбәт (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Мәмбәт

Үрге Мәмбәт (рус. Верхнемамбетово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 182 кеше[1]. Почта индексы — 453676, ОКАТО коды — 80206807003.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмбәт антропонимынан[2] алынған: ауылға нигеҙ һалыусы Мәмбәт Әбдрәшитовтың исеме бирелгән[3].

Таналыҡ йылғаһының Йәноҙаҡ-Һаҙ ҡушылдығы янында урынлашҡан[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 13 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡморон): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 54 км

1816 йылда[3] Йомаш, Мырҙаҡай һәм Ярат ауылдарынан бүленеп сығыусылар Мәмбәт ауылына нигеҙ һала. Ауылға тәүгеләрҙән булып күскән Мырҙаҡай ауылы кешеһе Мәмбәт Әбдрәшитов исеме бирелгән.

ХХ быуат башында ике Мәмбәт ауылы була, Түбәнге Мәмбәт Үргеһенән 3 километр алыҫлыҡта ятҡан[3] (хәҙер ул ауыл бөтөрөлгән). Халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә.

Мәмбәттәр Һарытау өлкәһендә

Хәҙерге Һарытау өлкәһе биләмәһендә Пугачев һәм Перелюб райондары составында башҡорт ауылдары барлыҡҡа килә. Сәбәбе — XVIII быуат аҙағында ҡалмыҡ ханлығы Рәсәй империяһына буйһондоролғандан һуң буш ятҡан ерҙәргә төрлө улустарҙан башҡорттар күсә башлай. Ҡунаҡбай (икенсе исеме Хәсән) ауылына 6-сы кантондың Мәмбәт ауылынан башҡорттар күсә башлай. Мәмбәт халҡы — бөрйәндәр[4].

Совет осоро

1931 йылда РККА-ның 46-сы һанлы Баймаҡ йылҡы заводын ойошторған саҡта уның подразделениеһы була. 1956 йылда йылҡы заводы базаһында «Баймаҡ» сиҙәм совхозы ойошторола, Үрге Мәмбәт совхоз составында ҡала, һуңынан унда «Баймаҡ» ПСК-һы була[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 162 87 75 53,7 46,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, бөрйән ырыуы башҡорттары (97 %) йәшәй[6].

  • Таулы урамы — рус. Горная улица
  • Яр буйы урамы — рус. Набережная улица
  • Сахалин урамы — рус. Сахалина улица
  • Үҙәк урамы — рус.  Центральная улица

[7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

YouTube сайтында Видео Баймаҡ районы Мәмбәт ауылы халҡы ярҙам һорай

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Словарь топонимов Башкирской АССР. 159 бит
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Һарытауҙағы башҡорт ауылдары тарихынан
  5. 5,0 5,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  7. Улицы