Йылҡыбай (Баймаҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылҡыбай
Нигеҙләү датаһы 1935
Дәүләт  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Мерәҫ ауыл Советы

Йылҡыбай (рус. Елкибаево) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Мерәҫ ауыл Советына (элекке Шура ауыл Советы) ҡараған ауыл. 1935 йылда нигеҙләнгән[1].

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың исеме Йылҡыбай антропонимынан алынған, тәүге төпләнеүсе Йылҡыбай Әбүбәкеровтың исеме менән йөрөтөлгән[1].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таналыҡ йылғаһының һул яҡ ярында (хәҙер Граф күленең көнсығыш яры), район үҙәге Баймаҡ ҡалаһынан төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта ятҡан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда Бәхтегәрәй, Мерәҫ, Шура һәм башҡа эргә-тирәләге ауылдар башҡорттары йәшәү өсөн яңы урын һайлайҙар, сөнки был урындан Баймаҡ баҡыр иретеү заводына мәғдән һәм торфты ташыу өсөн күпкә уңайлыраҡ була. Шулай уҡ был яҡтар малсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн отошло күренә. Ауыл халҡы заводҡа торф һәм мәғдәнде үҙ аттарында ташыйҙар. Яңы урынға тәүге булып Мерәҫ ауылы кешеһе Йылҡыбай Әбүбәкеров төпләнә, уның ике ҡатыны булғаны билдәле. Уның артынан Солтан Аҡсабаев, Барый Вәхитов, Рәшит Ҡунаҡҡужин, Алтынбикә Әбүбәкерова, Сәйетғәле Рәхмәтуллин, Әхмәтвафа Кәримов, Әхиәт һәм Әбдрәхмән Ғайетбаевтар һәм башҡалар күсеп килә[1].

Баймаҡ — торф участкалары араһында тар колеялы юл сафҡа индерелгәндән һуң, аттарҙа йөк ташыу хәжәте юҡҡа сыға, һәм ауыл халҡы Күлйортау ауылына күсә[1].

Бөрйән ырыуы башҡорттары.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Йосоп Ғәйетбаев — дин әһеле, золом ҡорбаны. 1940 йылда атып үлтерелгән[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. Айгөл Иҙелбаева. Тормошо «Кәмһетелгәндәр» романы геройҙарыныҡынан һис кәм түгел

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]