Эстәлеккә күсергә

Сыңғыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сыңғыҙ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таулыҡай ауыл Советы, Баймаҡ районы, Йылайыр кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны һәм Орск өйәҙе
Халыҡ һаны 578 кеше (2002)[1],
622 кеше (2009)[1],
573 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453678
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1816
Карта

Сыңғыҙ (рус. Чингизово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 622 кеше[3]. Почта индексы — 453678, ОКАТО коды — 80206846004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 573 281 292 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 23 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Таулыҡай): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 68 км

Сыңғыҙ – Бөрйәндәрҙең боронғо ауылы. Ғалим-тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров иҫәпләүенсә, ауыл сама менән 1603-1605 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ауыл Ярмайылға һәм Күсәбә йылғаларының Һаҡмарға ҡойған тамағында урынлашҡан. Уны Ҙур һәм бәләкәй Һәрешҡужа, Алсынбай, Туңғайын, Сәлийәүһәр, Ялпаҡ тауҙары уратып алған. Ауылдан район үҙәгенә тиклем 25 км.

Ауылда бронза дәүеренән ҡалған ауылсаҡ һәм керамика һауыттар табылған. Шунлыҡтан Сыңғыҙҙы борон күсмә халыҡтарҙың йәшәү урыны булған тип һанайҙар. Шулай уҡ ошо төбәктә боронғо ҡаласыҡ (ҡәлғә) табылған. Бының турала рус ғалиме һәм сәйәхәтсеһе Р.Г. Игнатьев былай тип яҙған: «Деревня Чингизово. В 4 верстах от деревни на левом берегу реки Сакмара, в устье реки Аснан (Аселе) находятся остатки вала окружностью 84 сажени с 2 воротами, по преданию, «ставка Чингисхана».

Сыңғыҙ хандың бында булыуы икеле, ләкин уның вариҫтары һәм сыңғыҙ (монаш) ырыуы кешеләре йәшәгән. Археологтар ауылдың хәҙерге зыяраты эргәһендә Алтын-Урҙа дәүеренән ҡалған кургандар тапҡан.

Сыңғыҙ – боронғо ырыу булһа, Монаш – түбә-аймаҡ исеме. Монаштарҙың хәҙерге Татарстан ерендә Кама йылғаһы буйында, Баймаҡ районының Темәс, Ҡолсора, Иҙрис, II Этҡол, Таулыҡай ауылдарында йәшәүҙәре билдәле. Ә инде Сыңғыҙ ырыуының тәүге йәшәгән урыны Ҡаҙағстан еренә барып тоташа.

Ауыл аҡһаҡалдары Фәтхетдин Солтангилдин, Вәрғитдин Мортазиндар үҙҙәренең яҙмаларында, ауыл 1675-1685 йылдарҙа төҙөлгән, тип яҙалар. Рус ғалимы М.А. Голубцов  «Башкирия в 1730-1750» исемле картаһында Сыңғыҙ ауылын беренсе тапҡыр рәсми рәүештә сағылдырған. Картала күренеүенсә, ауыл аша почта тракты үткән.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәшиҙә Туйсина (10.05.1942) — бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), Ғәлимов Сәләм исемендәге (1968) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1974) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
  • Хөсәйен Әхмәтов (6.01.1914—8.01.1993) — башҡорт совет композиторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
  • Әнүәр Әсфәндиәров (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
  • Рәйес Түләков (1959—2007) — шағир, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты
  • Рамаҙан Үтәғолов (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010).
  • Рәмил Туйсин (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009)
  • Тәнзилә Кейекбаева — тележурналист
  • Бикташева Әминә Вәли ҡыҙы — уҡытыусы, йырҙар авторы.