Бөрйән-Түңгәүер кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөрйән-Түңгәүер кантоны
Бәләкәй Башҡортостан 1919.jpg
Бөрйән-Түңгәүер кантоны
Ил Флаг Башкурдистана.png Бәләкәй Башҡортостан
Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Темәс ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 15 906 км
Халҡы 103 418 кеше. (1920)
Берләштерә Байназар Ҡыпсаҡ,
1-се Бөрйән,
2-се Бөрйән,
3-сө Бөрйән,
5-се Бөрйән,
Бөрйән Таналыҡ,
Воскресенка,
Ҡананикольский,
Ҡарағай Ҡыпсаҡ,
Преображенка,
Свобода,
1-се Түңгәүер,
2-се Түңгәүер,
Яңы Никольск улустары
Рәсми телдәр башҡорт теле

Бөрйән-Түңгәүер кантоны (рус. Бурзян-Тангауровский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Административ үҙәге — Темәс ауылы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 йылда 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантон Бөрйән Түңгәүер ихтилалы үҙәге була. Административ үҙәге — Темәс ауылы. 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 йылда декабрҙә) ҡарары менән автономиялы Башҡортостан территорияһы 9 кантон һәм 73 улусҡа бүленә. 1919 йылда 20 мартында ҡул ҡуйылған Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ярашлы, республикаһы территорияһы 13 кантон (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны,Ҡошсы кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны,Ялан кантоны) һәм 135 улустан тора.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы 1920 йылда — 103418 кеше. Һабын ҡайнатыу һәм күн заводтары, Түбә бегун фабрикаһы эшләй. 1-се һәм 2-се баҫҡыс 110 мәктәп, 4 дауахана (1922), 6 китапхана (1921) була. 1922 йылда 5 октябрдә бөтөрөлә, уның территорияһы (Байназар Ҡыпсаҡ, 1-се Бөрйән, 2-се Бөрйән, 3-сө Бөрйән, 5-се Бөрйән, Бөрйән Таналыҡ, Воскресенка, Ҡананикольский, Ҡарағай Ҡыпсаҡ, Преображенка, Свобода, 1-се Түңгәүер һәм 2-се Түңгәүер, Яңы Никольск улустары) Йылайыр кантоны составына инә.

Бәләкәй Башҡортостан, Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1920

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны — 15906 км2. Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян-Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ кантоны һәм Юрматы кантоны менән сиктәш була.

Рәйес[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]