Көҙәй кантоны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Көҙәй кантоны
Бәләкәй Башҡортостан 1919.jpg
Көҙәй кантоны
Ил Флаг Башкурдистана.png Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Яңы Күл ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 3 294 км²
Халҡы 27 725 кеше (1920)
Берләштерә Бүләкәй-Көҙәй,
Урман-Көҙәй,
өлөшләтә Иглин
һәм Надеждин улустар
Рәсми телдәр башҡорт теле

Көҙәй кантоны (рус. Кудейский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Административ үҙәге — Яңы Күл ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Көҙәй кантоны ла була.

Кантон составына Өфө өйәҙенең Бүләкәй-Көҙәй, Урман-Көҙәй, өлөшләтә Иглин һәм Надеждин улустары инә. Административ үҙәге — Яңы Күл ауылы.

Көҙәй кантонында 4 күн заводы, 3 кирбес заводы, дегет һәм һабын ҡайнатыу заводтары эшләй. 1921 йылда 17 китапханаһы, 17 уҡыу өйө, халыҡ театры була. 1922 йылдың октябрендә кантон бөтөрөлә, территорияһы (2 улус) Өфө кантоны составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы 1920 йылда — 27725 кеше.

Бәләкәй Башҡортостан, Көҙәй кантоны 1920

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майҙаны — 3294 км². Төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Бөрө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Дыуан кантоны, көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Тамъян-Ҡатай кантоны, көньяҡта — Табын кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Өфө өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәхмүт Ҡотоев (1918)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 128. — 468 б.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Б. 72. — 304 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]