Мәсәғүт кантоны
Мәсәғүт кантоны | |
---|---|
Мәсәғүт кантоны | |
Ил | Башҡорт АССР-ы |
Үҙәге | Мәсәғүт |
Ойошторолған | 1922 |
Майҙаны | 13 004 км². |
Халҡы | 160 219 кеше (1926) (башҡорттар — 41521, мишәрҙәр — 9242, мордвалар — 3405, урыҫтар — 86371, татарҙар — 17920 һәм башҡалар). |
Рәсми телдәр | башҡорт теле урыҫ теле |
Мәсәғүт кантоны (рус. Месягутовский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһы кантоны.
Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1922 йылда 5 октябрҙә Дыуан-Ҡошсо кантонының - 20, Златоуст өйәҙенең – 12, Өфө өйәҙенең 1 улусынан БАССР составында ойошторола. Майҙаны — 13 004 км². 1923 йылда 1 мартында Әҙеғол һәм Юва улустары — Красноуфимск өйәҙенә, Шәкүр улусы Екатеринбург өйәҙенә инә, кантон составына Петропавловск улусы, 14 ноябрҙә – Златоуст өйәҙе 1‑се Әйле улусының бер өлөшө индерелә. 1926 йылда 7 июнендә Мәсәғүт кантоны менән Урал өлкәһенең Златоуст, Көңгөр һәм Свердловск округтары араһында өҫтәмә сик бүлеү үткәрелә. 1929—30 йй. Мәсәғүт кантоны составына Златоуст округының бер өлөшө тапшырыла. БашҮБК Президиумының 1923 йылда 24 ғинуарда ҡарары менән Мәсәғүт кантоны территорияһында — 9, 1924 йылда 31 ғинуарда — 11, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә һәм 1926 йылда 14 июнендәге декреты менән 10 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 128,5, шул иҫәптән һоло сәсеүлеге — 44,4, бойҙай — 39,2, арыш — 35, арпа — 0,8, картуф — 2,5, етен — 2,9, ҡарабойҙай — 1; һыйыр малы — 95060 баш, йылҡы — 59879, һарыҡ — 138578, кәзә — 8588, сусҡа – 17743. Мәсәғүт кирбес һәм Ярославка күн заводтары эшләй (1927). 57 баҙар эшләй (1926). 1‑се баҫҡыс 149 мәктәп була (1926; шуларҙың 55‑ендә уҡытыу башҡорт теле, 1‑һендә — мордва, 25‑ендә — татар, 67‑һендә — урыҫ, 1‑һендә эстон телендә алып барыла); 6 дауахана, 3 амбулатория, 11 фельдшер пункты (1930); 9 китапхана, 17 уҡыу йорто (1928) эшләй. 1930 йылда 20 августа кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Иҫке Балаҡатай (Дыуан‑Мәсетле, Иҫке Балаҡатай, Әйле, Ямаш улустарының бер өлөшө), Дыуан (Дыуан, Мәсәғүт, Оло Аҡа, Үрге Ҡыйғы улустарының бер өлөшө), Үрге Ҡыйғы (Дыуан‑Мәсетле, Ҡалмаҡол, Мырҙалар, Мәсәғүт, Үрге Ҡыйғы, Әйле улустарының бер өлөшө), Дыуан‑Мәсетле (Дыуан‑Мәсетле, Оло Аҡа, Ямаш улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы 1926 йылда — 160 219 кеше (башҡорттар — 41521, мишәрҙәр — 9242, мордвалар — 3405, урыҫтар — 86371, татарҙар — 17920 һәм башҡалар).
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 13 004 км². Төньяҡта — Пермь губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡ‑көнбайышта — Өфө кантоны, көнбайышта Бөрө кантоны менән сиктәш була. Административ үҙәге – Мәсәғүт ауылы (хәҙәрғе Дыуан районы).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан
- Башҡорттар
- Бәләкәй Башҡортостан
- Оло Башҡортостан
- Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
- Арғаяш милли округы
- Өфө губернаһы
- Ырымбур губернаһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт Энциклопедияһы, Мәсәғүт кантоны(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]