Оло Аҡа
Оло Аҡа | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Оло Аҡа ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Оло Аҡа ауыл советы |
Халыҡ һаны |
1891 кеше (1939), 1612 кеше (1959), 1659 кеше (1970), 1389 кеше (1979), 1227 кеше (1989), 1201 кеше (2002)[2], 1239 кеше (2009)[2], 1064 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452554 |
Оло Аҡа (рус. Большая Ока) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл. Оло Аҡа ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1064 кеше булған[4]. Почта индексы — 452554, ОКАТО коды — 80242810001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм халыҡ һаны[5],[4] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 1227 | 1201 | 1064 | -137 | -11.41 | ||
Ир-егеттәр | 571 | 588 | 523 | -65 | -11.05 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 656 | 613 | 541 | -72 | -11.75 |
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Красноуфимск): 92 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың тарихи шәхесе — Бәхтияр Канкаев. Ул Е. И. Пугачевтың көрәштәше, баш полковник, бригадир. Салауат Юлаев Энциклопедияһында, Татар энциклопедияһында уның тураһында мәҡәлә бар.
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы — гидрогеолог, геoлогo-минераль фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
- Әхмәтсафин Алмаз Хәким улы — табип-онколог, медицина фәндәре кандидаты;
- Әхмәтов Алмаз Таhир — инженер-механик, ТАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы;
- Әмиров Марсель Мәғрүп улы — филолог, философия фәндәре кандидаты;
- Вәисов Ғабдрахман Бәдретдин улы — дин әhеле, ауылдың беренсе тарихсыһы;
- Вәисов Нәҡиб Мидхәт улы — инженер — механик, техник фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
- Вәисов Самат Мостафа улы — совет — партия, хужалыҡ хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, район музейын башлап ойоштороусы;
- Вәисов Фәрит Дауыт улы — табип, медицина фәндәре кандидаты;
- Ғәлиуллин Радик Зыя улы — инженер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
- Ғәләүетдинов Фуат Вилдан улы — педагог, муниципаль хезмәткәр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре;
- Ғәләүетдинова Гөлназ Сәлим ҡыҙы — акушер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
- Ғилманова Зилә Хәлит ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Дәүләтбаев Булат Сабир улы — тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифе хеҙмәткәре;
- Дәүләтбаев Марат Сабир улы — инженер — химик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы;
- Дильмөхәммәтова Зөhрә Килмөхәммәт ҡыҙы — мал караусы, Ленин, Ҡыҙыл Хезмәт Байрағы, Октябрь революцияһы ордендары менән бүләкләнгән, Мәсетле районының почётлы гражданины;
- Ильясова Ғизинур Ильяс ҡыҙы — педагог, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Муфазалова Рәйсә Рәис ҡыҙы — педагог, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, Башҡортостан Республикаһының hәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы — инженер — химик, химия фәндәре кандидаты;
- Рәхимов Рәхимйән Исхаҡ улы (1926—10.01.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, старшина. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Сабитова Сания Габделҡәүи ҡыҙы — педагог, ауылдың шәжәрәһен яҙыуһы дауам итеүсе, Ленин ордены менән бүләкләнгән;
- Фазылова Роза Әшрәф ҡыҙы — медицина хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре;
- Хабибуллин Мөхәммәтхафиз (Хафиз — бай) — 1-се гильдиялы сәүҙәгәр, меценат;
- Сираев Ғабдулйән Носрат улы — агроном, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
- Хәсәнов Шамил Камил улы — педагог, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Хисамов Эрнст Нургали улы — табип, профессор, биология фәндәре докторы;
- Шәмсиева Фзуа Вәкил ҡыҙы — педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Йосопов Рафас Миңлеғәли улы — инженер—механик, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).
Аҡаларҙың ҡушаматтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл халҡында кешеләрҙең ҡушаматтары мелән һөйләшеү ғәҙәте бик көсле. Ҡушаматтар быуындан — быуынға күсеп килә. Хатта заманына ҡарата үҙгәреп тә китә. Мәҫәлән, ауылда элекке ваҡыттан йәшәп килгән «Сытыр» ҡушаматлы кешәләргә бөгөн «штакетник» ҡушаматы тағылган."Бизмән" ҡушаматлылар хәҙер «автовеса» булып йөрөйҙәр.
Фоторәсем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сал тарихлы йәмле Аҡа. Фуат Ғәләүетдинов фотоальбомы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давлетбаев Б. С. Большая Ока. История села. — Уфа: РИО Министерства печати и средств массовой информации, 1992. — 191 с. ISBN 978-5-207-00249-1
- Дәүләтбаев Б. С. Акаларның нәсел чылбыры.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |