Һөләймән (Мәсетле районы)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Һөләймән | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы |
Почта индексы | 452564 |
Һөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[1]. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825004.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |||||
---|---|---|---|---|---|
1795[2] | 1816[2] | 1834[2] | 1850[2] | 1859[2] | 1865[2] |
170 | ↗172 | ↗233 | ↗287 | ↗291 | ↗307 |
1897[2] | 1920[2] | 1939[2] | 1959[2] | 1970[2] | 1979[2] |
↗440 | ↗530 | ↘473 | ↗487 | ↗541 | ↘446 |
1989[2] | 2002[3] | 2009[3] | 2010[4] | ||
↘402 | ↗489 | ↗543 | ↘472 |
Дөйөм халыҡ һаны[5],[1] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 402 | 489 | 472 | -17 | -3.47 | ||
Ир-егеттәр | 183 | 232 | 239 | +7 | +3.01 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 219 | 257 | 233 | -24 | -9.33 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 21 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ләмәҙтамаҡ): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 106 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урам исеме[6]:
- башҡ. Әй (урамы) — рус. Айская (улица)
- башҡ. Гагарин (урамы) — рус. Гагарина (улица)
- башҡ. Комаров (урамы) — рус. Комарова (улица)
- башҡ. Механизаторҙар (урамы) — рус. Механизаторов (улица)
- башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус. Мира (улица)
- башҡ. Яңы (урам) — рус. Новая (улица)
- башҡ. Революция (урамы) — рус. Революционная (улица)
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикембетов Мәҡсүт Шәйәхмәт улы (24.08.1938), хужалыҡ эшмәкәре, нәшриәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1977).
- Бикембетов Сыңғыҙ Шәйәхмәт улы (12.08.1945), хеҙмәт алдынғыһы, нефтехимик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981).
- Ғөзәйеров Мөхәмәтхәй (?—1919) — Башҡортостан автономияһының Ҡошсо кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), волость судьяһы (1919).
- Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (10.10.1913—5.09.1975), башҡорт совет дәүләт эшмәкәре, 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17.04.1971), донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004). Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы.
- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27.11.1932—11.10.2004), башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы (1981), профессор. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Хажиев Ризван Закирхан улы (30.09.1939—27.10.2013), Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). СССР һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (1969), Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995).
- Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22.02.1922—16.11.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
- Әхмәҙуллин Мортаза Әхмәҙулла улы (5.03.1917—29.08.1986), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. (Сборник сведений из различных источников). — Уфа, 2007. — 132 с.
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Һөләймән ауылы
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Р. З. Хажиев. Һөләймән һәм һөләймәндәр. (Ауылым тарихы). — Өфө: Башҡортостан Республикаһының ДУП «Өфө полиграфкомбинаты», 2006, 192 бит.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |