Хажиев Ризван Закирхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ризван Хажиев
Исеме:

Хажиев Ризван Закирхан улы

Тыуған көнө:

30 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

БАССР, Мәсетле районы, Һөләймән ауылы

Вафат булған көнө:

27 октябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны:

Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Йүнәлеше:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1999)

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Ризван Хажиев, Ризван Закирхан улы Хажиев (30 сентябрь 1939 — 27 октябрь 2013) — Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). СССР һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (1969), Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың Юғары Советы XII саҡырылыш депутаты (1990—1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хажиев Ризван Закирхан улы 1939 йылдың 30 сентябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Ауылында башланғыс белем ала, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә 1957 йылға тиклем уҡый. Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһы һөнәрселек училищеһында паровоз машинисы ярҙамсыһы һөнәрен ала (1959). Училищелә уҡыған ваҡытында уҡ урындағы «Баҡал таусыһы» гәзитенә мәҡәләләр яҙа, баҫманың әүҙем хәбәрсеһенә әйләнә. Армия хеҙмәтен Минск ҡалаһында һәм Венгрияла үтә. Армияла саҡта ла хәрби гәзиттәрҙә тиҫтәләгән һүрәтләмә, репортаждар баҫтыра. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә эшләй (1963).

1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Төркөм старостаһы итеп тәғәйенләнә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша: университет ВЛКСМ комитетының — өсөнсө, һуңыраҡ икенсе секретары, тотош уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы етәксеһе вазифаларын башҡара.

1969 йылда университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай. Мәсетле районының Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор булып эш башлай. Артабан район мәҙәниәт бүлеге мөдире, район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһында эшләй.

1974 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитенең Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарын берләштергән эш зонаһында үҙ хәбәрсе, 1981 йылдан — гәзиттең партия тормошо бүлеге мөдире.

1987 йылдан Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары, 1990 йылдан — рәйес вазифаларында эшләй. Журналистар союзында эшләгән осорҙа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булырыуға өлгәшә.

1990 йылда БАССР-ҙың 12 саҡырылыш Юғары советына 226 һанлы Ләүзә һайлау округанан (Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) депутат итеп һайлана. Артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы -Ҡоролтай депутаты вазифаһында 1995 йылға тиклем эшләй.

1996—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында уҡыта, факультеты декан урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1997 йылдың октябрь айынан 2001 йылға тиклем «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

2013 йылдың 27 октябрендә Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт ауылында вафат була, тыуған төйәге Һөләймән ауылы зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ризван Хажиев ижады тәү сиратта журналистика өлкәһендә киң билдәле.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бөйөк Татр бөркөтө. Өфө, 1981
  • Әгәр мин яҙмаһам. Өфө, 1988
  • Исемдәре ҡалыр йылдарҙа. Өфө, 1992
  • Журналист булып ҡалам. Өфө, 1999
  • Кем һин Сабир Ваһапов? Өфө, 2004
  • Һөләймән һәм һөләймәндәр. Өфө, 2006
  • Шомло Афған тауҙары. Өфө, 1989 (соавт.)
  • Башкирская публицистика 20—30-х годов. Уфа, 1998
  • Помнят Высокие Татры. Уфа, 2005
  • Есть такая земля — мечетлинская. Уфа, 2005.
  • В погонах и без погон. Уфа. 1996 (соавт.)
  • Уроки журналистского мастерства. Уфа, 1999 (соавт.)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа. 2000 (сост.)

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
  2. Хәсән Назаров. Ғәҙеллек илсеһе. // Йәшлек. 1990, 13 февраль.
  3. Хәсән Назаров. Йондоҙ яна йөрәгендә. // Совет Башҡортостаны. 1990, 1 май.
  4. Камил Яйыҡбаев. Депутаттың эш көнө. // Башҡортостан. 1995, 1 март.
  5. Сәлимйән Бәҙретдинов, Аҫылғужа Баһуманов. «Журналист булып ҡалам…». // Йәшлек. 1999, 10 август.
  6. Рәсих Ханнанов. Эйе, ул журналист булып ҡала. // Ҡыҙыл таң. 1999, 15 сентябрь.
  7. Нурия Амангилдина. Әй һыуынан дәрт һәм көс алып. // Башҡортостан. 1999, 2 октябрь.
  8. Аҫылғужа Баһуманов. Дуҫ тураһында һүҙ. // Башҡортостан. 2004, 28 сентябрь.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]