30 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
30 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
30 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 273-сө көнө (кәбисә йылында 274-се). Йыл аҙағынаса 92 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Абхазия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ботсвана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Интернет (Рунет) көнө.
Украина: Китапханалар көнө.
Ер: Халыҡ-ара тәржемәсе көнө.
Ҡаҙағстан: Юстиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй: Эске эштәр министрлығының моторлы махсус хәрби частәре көнө.
- Табип-ортодонттар көнө.
Төркмәнстан: Милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1882: АҠШ-та беренсе гидроэлектростанция эшләй башлай.
- 1911: Хәҙерге Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында мәктәп асыла.
- 1928: Англия микробиологы Александр Флеминг пенициллин уйлап таба.
- 1929: Англияның BBC телеканалы беренсе телетрансляция уҙғара.
- 1931: Ауырғазы район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1948: «Ми-1» вертолёты беренсе осош яһай.
- 1954: беренсе атом һыу аҫты кәмәһе «Наутилус» сафҡа инә.
- 1980: Израилдә яңы валюта шекель индерелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнец Михаил Мефодиевич (1900—1959), ғалим-дерматовенеролог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1953 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1946 йылдан Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институтының ғилми етәксеһе. Башҡорт АССР-ында бәшмәк ауырыуҙары эпидемиологияһын өйрәнеүсе. 1945—1953 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1946). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Киев губернаһы Горянка ауылынан.
- Насыров Илшат Рәшит улы (1960), ғалим-философ. Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы.
- Шәрәфетдинов Марсель Ирек улы (2000), спортсы, шашка буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы (1921—?), совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1960 йылдарҙа Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1961—1976 йылдарҙа КПСС-тың Федоровка район комитетының 1-се секретаре. Башҡорт АССР-ының V, VII һәм VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан.
- Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (1946), комсомол, партия органдары һәм хеҙмәт ветераны, энергетик. 1976—1980 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Белорет район комитетының беренсе секретары; «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошманы ойоштороусы һәм 2005 йылдан уның директоры.
- Юлдыбаев Марат Һаҙый улы (1951), музыкант-саксофонсы. 1980 йылдан «Дуҫтар» башҡорт джаз ансамбленең художество етәксеһе. 1992 йылдан Бангкок ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Имай Насыри (1898—29.03.1942), дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси репрессия ҡорбаны.
- Әхнәф Байрамов (1923—18.02.2010), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1945 йылдан — ВКП(б), 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордены кавалеры. ВЦСПС һәм СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты (1980).
- Саттаров Мәҡсүт Мостафа улы (1928—27.10.1997), ғалим-инженер‑нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1969). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1981). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән Татар АССР‑ының Октябрь-Бүләк ауылынан.
- Хажин Айбулат Вәкил улы (1973), ғалим-педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2018 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (1929), хеҙмәт ветераны. 1949—1989 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой»» тресының ер ҡаҙыу эштәре буйынса махсуслашҡан идаралығының экскаватор машинисы һәм бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974).
- Ризван Хажиев (1939—27.10.2013), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡортостан Республикаһының (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
- Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (1959), педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе, 2009 йылдан — Иҫке Собханғол ауылы мәктәбе директоры. Район Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән ошо райондың Яңы Собханғол ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1882: Ганс Гейгер, Германия физигы.
- 1895: Александр Василевский, Советтар Союзының хәрби эшмәкәре.
- 1964: Моника Беллуччи, Италия актёры.
- 1994: Әлиә Мостафина, Рәсәй гимнасы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]