Эстәлеккә күсергә

Яңы Собханғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Собханғол
рус. Новосубхангулово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл Советы

Иҫке Собханғол

Координаталар

53°08′41″ с. ш. 57°26′34″ в. д.HGЯO

Халҡы

525[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 825 004

ОКТМО коды

80 619 425 116

Яңы Собханғол (Рәсәй)
Яңы Собханғол
Яңы Собханғол
Яңы Собханғол (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Собханғол

Яңы Собханғол (рус. Новосубхангулово; икенсе атамаһы Янһары) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Иҫке Собханғол ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 525 кеше була[2]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219825004.

Яңы Собханғол (Янһары) ауылы район үҙәге Иҫке Собханғол ауылынан төньяҡҡа табан 10 километр һәм Белорет тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 141 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.


Яңы Собханғол ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Яңы Собханғолда (Янһары) X иҫәп алыу ваҡытында 33 йортта 200 кеше иҫәпләнгән. Собханғол ауылына абруйлы ер биләүсе Собханғол Килдекәев нигеҙ һалған. Ул 1757 йылда Сибай ауылынан сотник Мотай Айытҡолов, башҡа ер хужалары менән бергә, Вознесенка баҡыр иретеү заводы өсөн, барон Сиверсҡа һәм Тимашевҡа Ырғыҙлы һәм Ағиҙел йылғалары буйындағы ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашыуы менән билдәле[3]

1866 йылда 36 йорт-хужалыҡта 214 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылда ауылда 467 кеше йәшәгән.

19301935 йылдарҙа Бөрйән районының административ үҙәге була.

Ауылда Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы — Яңы Собханғол төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ вокаль ансамбле «Гөлдәр»), мәсет бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 316
1920 йыл 26 август 467
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 346
1959 йыл 15 ғинуар 316
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 440
2002 йыл 9 октябрь 513
2010 йыл 14 октябрь 525 265 260 50,5 49,5
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[4].

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһаһы буйынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Яңы Собханғол ауылында халыҡ һаны 514 кеше тәшкил итә. Ир-аттар — 230 (44.66 %) һәм ҡатын-ҡыҙҙар — 284 (55.34 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышына бәйле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Собханғол[8]

  • Ағиҙел урамы (рус.  улица Агидель)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  улица Дружбы)
  • Зәки Вәлиди урамы (рус.  улица Заки Валиди)
  • Инсебикә урамы (рус.  улица Инсебика)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная улица)
  • Ҡарағас урамы (рус.  улица Карагас)
  • Ҡараташ урамы (рус.  улица Караташ)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная улица)
  • Октябрь урамы (рус.  улица Октября)
  • Салауат юлаев урамы (рус.  улица Салавата Юлаева)
  • Тау урамы (рус.  Горная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  улица Мира)
  • Урман урамы (рус.  Лесная улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная улица)
  • Юзаҡай урамы (рус.  улица Юзакай)[9]
Ер-һыу атамалары
  • Бесәй ташы
  • Кәзә ташы
  • Бәйет тауы
  • Зөбәй ҡаралтыһы
  • Саҡмағош яланы
  • Ҡарағас яланы
  • Йөҙәкәй яланы
  • Күҙәмбәт яланы
  • Сатра йылғаһы
  • Әүлиә шишмәһе Ҡойонсаҡ
  • Улаҡ шишмәһе
  • Сөрөлдәүек йылғаһы[10]
  • Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы тарихы (ғилми-тикшеренеү эше)[11]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 45. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ НОВОСУБХАНГУЛОВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  6. Официальный сайт МОБУ СОШ с. Старосубхангулово. История школы. Заслуженные учителя РСФСР, БАССР и РБ. Юмагулов Гарей Миндигалиевич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2019)
  7. https://veteran1945.jimdofree.com/вернулись/балдыбаев-сагит-валитович/ 2022 йыл 25 июнь архивланған.
  8. Яңы Собханғол мәктәбе
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  10. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  11. Ғилми-тикшеренеү эше