Эстәлеккә күсергә

Яҡшығол (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яҡшығол
Нигеҙләү датаһы 1812
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 Башҡорт АССР-ы
 Бөрйән районы
Административ-территориаль берәмек ауыл

ЯҡшығолБашҡортостандың Бөрйән районындағы юҡҡа сыҡҡан ауылдарының береһе. Ауылдың тағын бер атамаһы —Тәтегәс.

Ауылға нигеҙҙе 1812 йылда хәҙерге Баймаҡ районына ҡараған Икенсе Этҡол ауылы кешеләре һалған. Ағиҙел йылғаһы яры буйында буйлап ултырғандар.

Ул саҡта 17 ғәилә күсеп килгән. 1859 йылда халҡының һаны 200 кешегә еткән. 1920 йылда 35 хужалыҡта 171 кеше йәшәгән.

Халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 33 йортта йәшәгән 178 кешегә 170 ат, 150 һыйыр, 10 һарыҡ, 11 кәзә тура килгән. Кемдер 3 солоҡ булған һәм 16 бот ужым һәм 24 бот яҙғы иген сәселгән.

Был ауыл кешеләренән бер нисәүһе һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан була. 1805 - 1807 йылдарҙа Франция һәм Польша территорияһында француздарға ҡаршы арьергард һуғыштарҙа 2-се башҡорт полкы менән Даут Иҫәнбирҙин ҡатнаша.

15-се башҡорт полкы яугирҙары - Исмәғил Бәхтийәров, Исмәғил Иҫәнбердин, Байгилде Ишҡол, ағалы-энеле Ғөбәйҙулла Ҡолгәрәев иҫән-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡан.

1925 йылда бары 15 хужалыҡ ҡына ҡалған. Аслыҡтан һуң 20 хужалыҡ юҡҡа сыҡҡан.