Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә

Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡортостандағы 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Башҡортостан биләмәләрендә киң ҡолас алған аслыҡ.

Был ҡот осҡос афәт 1921 йылдың февралендә башлана һәм бик күп — 2—2,5 миллион кешегә ҡағыла, һөҙөмтәлә республика халҡы 650 мең кешегә йәки 22 процентҡа кәмей. Бындай киң ҡоласлы аслыҡ Башҡортостан тарихында бер ҡасан да булмаған[1]. Шуға ла ул тарихҡа «Ҙур аслыҡ» (халыҡ телендә «Йоттоҡ йылы») исеме менән инеп ҡалған.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аслыҡты тыуҙырған төп сәбәп — Беренсе бөтә донъя һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғыштары.

1913 йыл менән сағыштырғанда, 1920 йылда Өфө губернаһында сәсеүлек майҙаны 43 %-ҡа кәмей, һөҙөмтәлә ашлыҡ етештереү күпкә аҙая[2].

Башҡортостан биләмәләре аша Граждандар һуғышының фронт һыҙығы үтә. Аҡтарҙың да ҡыҙылдарҙың да халыҡ мөлкәтен талау һәм башҡа енәйәт осраҡтары күпләп теркәлгән. Мәҫәлән, хөкүмәт комиссияһы үткәргән иҫәпләүгә ярашлы, өс кенә кантонда ла (Тамъян-Ҡатай, Бөрйән-Түңгәүер һәм Ҡыпсаҡ-Ете ырыу) 100 мең йорт хужалығы зыян күргән, 5377 хужалыҡ юҡ ителгән, 2826 торлаҡ нигеҙенә тиклем емертелгән, 50 мең кеше бөтөнләй ашлыҡһыҙ ҡалған[3]. Мал-тыуарҙың күп өлөшө һуғыш йылдарында тартып алына йәки 1920 йылғы ҡоролоҡ арҡаһында астан үлә. 1918 йылда урманды дәүләт милкенә әйләндереү арҡаһында ерле халыҡҡа хас булған урман кәсептәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге ҡыҫырыҡлана. Ауыл хужалығында етештереү көстәре бөтөрөлә[4].

19181920 йылдарҙа продразвёрстка — аҙыҡ-түлекте дәүләт файҙаһына тартып алыу сәйәсәте алып барыла. Продразвёрстка арҡаһында асылда Башҡортостандан бөтә аҙыҡ-түлек ресурстары тартып алына, бигерәк тә «контрреволюцион» тип иғлан ителгән күбеһенсә башҡорттар йәшәгән райондар продотрядтар вәхшилегенән ныҡ зыян күрә[5]. 1920 йылдың йәйендә Башҡорт Республикаһында власҡа илдең башҡа яҡтарынан төбәк тормошо менән таныш булмаған кешеләр килә, улар продразвёрстканы нисек булһа ла ғәмәлгә ашырыу маҡсатын ҡуя, барлыҡ уңышты һәм хатта орлоҡто тартып ала. 1921 йылдың февраленә ҡарата, Өфө губернаһы территорияһынан — 13 миллион бот иген һәм фураж, 12 мең бот аҡ май, 12 миллион дана йомортҡа; «Бәләкәй Башҡортостан» территорияһынан — 2,2 миллион бот иген, 6,2 мең бот аҡ май, 39 мең баш һыйыр һәм 82 мең баш ваҡ мал, 2,2 мең бот бал реквизициялана[6].

Башҡортостандағы Крәҫтиән ихтилал хәрәкәтен (рус.)баш. (шул иҫәптән Бөрйән-Түңгәүер, Борай һәм «Ҡара бөркөт» (рус.)баш. ихтилалдарын) баҫтырыу башҡорт халҡына ҡарата киң күләмле террор, талау, мөлкәтте конфискациялау, аҙыҡ-түлекте тартып алыу менән бергә үткәрелә[7].

1921 йылда Волга буйында ҡоролоҡ хакимлыҡ итә, иген культураларының уртаса уңышы дисәтинәнән 2,1 ботҡа тиклем кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, тик Өфө губернаһынан ғына — 685,3 мең, ә 1922 йылда 1,5 миллиондан ашыу бот ашлыҡ тимер юлы һәм шул уҡ күләмдә һыу юлдары аша ситкә сығарыла[8].

Тарихсы И. Ғ. Аҡманов билдәләүенсә, киң күләмле аслыҡтың сәбәптәре түбәндәгеләр була:

«…разруха, вызванная Первой мировой и гражданской войнами, антинародная продовольственная политика новой власти, отобравшая последние запасы продуктов питания у населения в счет продразверстки и продналога, а также национализация природных ресурсов. Недород 1920 г. и стихийное бедствие — засуха (неурожай трав и хлебов) в 1921 г. — это не главные причины голода. Без сомнения, голод в 1921—1922 гг. носил специально организованный характер голодомора.»

Акманов И. Г. Демография башкир начала ХХ века // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.

Аслыҡ күләме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡорт халҡы шундай аслыҡ ғазаптары кисерә, хатта уның алдында Волга буйындағы бөтә ҡот осҡос хәлдәр тоноҡланып ҡала...[2]»

Василевский Л. М. «Жуткая летопись голода»

Башҡортостанда аслыҡ 1921 йылдың февралендә башлана һәм 2—2,5 миллион кешене солғап ала. Күбеһенсә малсылыҡ һәм урман кәсептәре менән шөғөлләнгән, тау-урманлы һәм тау-далалы төбәктәрҙең халҡы был йоттан бигерәк тә ныҡ яфаланған[8].

Халыҡҡа иң яҡшы ризыҡ булып билсәндән һәм башҡа үләндәрҙән бешерелгән «йәшел икмәк», ә иң насары тип — ағастарҙың ҡабығы ҡушылған икмәк иҫәпләнгән. Кешеләр хатта эт, бесәй, ҡомаҡ, ҡарға, тәлмәрйен һәм башҡа хайуан-йәнлектәрҙе ашауға тиклем барып еткән. Яҙғыһын ерҙә ҡалғын туңған бәрәңге, тамырҙар ҡаҙып алып туҡланғандар.

1921 йылдың июнендә Бөрө өйәҙендә һәм Үҫәргән кантонында асығыусылар күтәрелештәре тоҡанған, төбәк чиновниктары һәм коммунистар үлтерелгән[9].

Ҡайһы бер урындарҙа кеше ашау осраҡтары теркәлгән. Тиф һәм башҡа ауырыуҙар эпидемиялары киң таралған.

Асығыусыларға ярҙам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет хөкүмәтенең эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың 19 апрелендә РСФСР-ҙың Милләттәр буйынса (Наркомнац) халыҡ комиссары И. В. Сталинға шәхси әңгәмәлә Башҡорт АССР-ның Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары Муса Мортазин республикала килеп тыуған аҙыҡ-түлек проблемаһы хаҡында хәбәр итә. Әммә автономия халҡына бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй.

1921 йылдың 22 майында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙин РСФСР-ҙың Наркомпрод, Наркомнац һәм РКП (б) Үҙәк Комитетына телеграмма ебәрә. Унда республикала аслыҡтан «халыҡтың даими үлеүе», асығыусыларҙың һаны 200 меңдән ашыуы һәм өс айға 200 мең бот ашлыҡ кәрәклеге тураһында яҙыла. Ләкин был үтенес тә үҙәк властарының иғтибарынан ситтә ҡала.

1921 йылдың 2 июнендә Башҡорт АССР-ндағы Наркомнац вәкиле Шәриф Манатов Мәскәүгә В. И. Ленинға республикала килеп тыуған ҡотолғоһоҙ хәл һәм автономия асығыусыларына ашығыс рәүештә ярҙам итергә кәрәклеге тураһынңда хәбәр итә[10]. Әммә үҙәк властары йәнә ярҙамға ашыҡмай.

1921 йылдың 22 июнендә Мәскәү ауыл хужалығы йәмғиәте ҡарамағында Асығыусыларға ярҙам итеүсе комитет (Всероспомгол) ойошторола, ләкин күп тә үтмәй, 1921 йылдың 27 авгусында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарарына ярашлы, комитет таратыла, ә уның ағзалары ҡулға алына.

1921 йылдың 18 июлендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағында Асығыусыларға ярҙам итеү үҙәк комиссияһы (Помгол) ойошторола. 1921 йылдың авгусында Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы Башҡортостан өлкә помголы (Башпомгол) һәм Өфө губерна башҡарма комитетының Өфө губерна помголы (Өфө губпомголы) ярашлы рәүештә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында ойошторола. Улар нигеҙендә кантон, өйәҙ, олыҫ помголдары төҙөлә. Башҡортостан халҡы өсөн Ҡырғыҙ АССР‑ынан, Екатеринбург, Курск, Смоленск, Петроград һәм Төмән губерналарынан, РСФСР‑ҙың башҡа төбәктәренән иғәнә, аҙыҡ‑түлек, медикаменттар, тауарҙар һәм аҡса йыйыу ойошторола[11].

Асығыусы балалар. Өфө, 1921 йыл.

Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советы республиканан аҙыҡ-түлек сығарыуҙы тыя. Асығыусыларға ярҙамға өмәләр ойошторола, әммә иғәнәләр бик аҙ була — тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, 1921—1922 йылдарҙа 720 мең бот иген, 89 мең бот ит, 200 меңдән ашыу бот йәшелсә һ.б. йыйыла. 1921 йылда йыйылған продналогтың яртыһы — 79483 бот төрлө аҙыҡ-түлек асығыусыларға ярҙамға йүнәлтелгән[12].

1921 йылдың октябрь—сентябрендә Бөтә Рәсәй асығыусыларға ярҙам аҙналығы уҙғарыла, Наркомнац Совет Рәсәй халҡына асығыусыларға ярҙам итергә саҡырыу ташлай. 1921 йылдың сентябрендә төрлө губерналарҙан крайға 120 мең бот арыш ебәрелә. Тағы ла башҡа иғәнәләр була, әммә быларҙың барыһы ла бәләнән ҡотҡармай.

1922 йылдың апрелендә Башҡорт АССР-ның Халыҡ комисарҙары советы «О людоедстве» ҡарарын ҡабул итергә мәжбүр була. Был ҡарар асығыу нигеҙендә психик яҡтан аҡылдан яҙған кешеләрҙән халыҡты, айырыуса балаларҙы яҡлауға һәм кеше итен һатыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

Ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ярҙам итеү ойошторола, 1922 йылда инде 210 балалар йорто эшләй.

19211922 йылдарҙа үҙәк власть Башҡортостан крәҫтиәндәренә ссуда рәүешендә 6 миллион боттан ашыу орлоҡ биргән, был 1921 йылдың көҙөндәге һәм 1922 йылдың яҙындағы сәсеүҙе атҡарыу өсөн хәл иткес ярҙам булған. Һуңыраҡ ссуданы ҡайтарыу 19231924 йылдарға күсерелгән.

Хөкүмәт ашханалар ойошторған, уларҙа 1921 йылдың декабрендә — 83,5 мең бала, 1922 йылдың мартында — 221,2 мең бала, 1922 йылдың июнендә — 400,6 меңдән ашыу бала туҡланған. Тағы ла асығыусыларға аҙыҡ-түлек паёгы бирелгән[6].

Америка ярҙам администрацияһы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың асығыусы халҡына Америка ярҙам администрацияһы ҙур ярҙам күрһәтә. 1921 йылдың ноябрендә Өфөлә уның У. Бэлл етәкселегендә «Өфө—Урал» округ бүлеге асыла, ул асығыусыларға ярҙам комиссиялары, социаль тәмьинәт һәм һаулыҡ һаҡлау органдары менән берлектә эшләй[13].

1921 йылдың көҙөндә Америка ярҙам администрацияһы менән тәүге ашханалар, һуңыраҡ етемдәргә приюттар асыла. Администрация аҙыҡ-түлек, медикаменттар, кейем-һалым килтереүҙе ойоштора. 1922 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 53 мең балаға 482 ашхана, шул уҡ йылдың 1 сентябренә ҡарата — 547 мең кешегә иҫәпләнгән 3256 туҡланыу пункты эшләгән.

1922 йылдың октябрендә Америка ярҙам администрацияһы Өфөнән китә, уның ярҙамы республикаға 1923 йылдың майына тиклем килеүен дауам итә. 1923 йылдың апрель-майында Башҡорт АССР-нда администрацияның 465 ашханаһы эшләгән, унда 118478 кеше туҡланған[3].

Башҡа дәүләттәрҙән ярҙам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда Ҡытайҙың һәм Ирандың шәфҡәтлелек ойошмалары эшләгән.

19211922 йылдар эсендә Башҡортостанға сит илдәрҙән 1817 мең бот төрлө аҙыҡ-түлек, 1 миллиондан ашыу һөт консерваһы, кейем-һалым индерелә[8].

Аслыҡ эҙемтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аслыҡ йылдарында Башҡортостан халҡы 650 мең кешегә йәки 22 %-ҡа[14], шул иҫәптән башҡорттар һәм татарҙар 29 %-ҡа[15], ә урыҫтар 16 %-ҡа кәмей. Етем балалар һаны күпләп арта. Эпидемиялар тарала.

1921—1922 йылдарҙа 82,9 мең крәҫтиән хужалығы тарҡала, эш аттары — 53, һыйыр малы — 37,7, һарыҡтар- 59,5 %-ҡа, сәсеүлек майҙандары 917,3 мең дисәтинәгә йәки 51,6 %-ҡа кәмей[16].

Аслыҡ ауыл хужалығының етештереү әмәлдәрен көсһөҙләндерә, уларҙы тергеҙеү өсөн күп йылдар талап ителә. Бындай ауыр шарттарҙа, Башҡорт АССР-нда, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу һуң башлана һәм дөйөм коллективизация башында ул әле тамамланмаған була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Быға тиклем ярты быуат элек, 1891—1892 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында ғына башҡорт халҡының һаны 0,5 процентҡа ҡыҫҡара, ә башҡа йылдарҙа бары тик тәбиғи артымдың ғына кәмеүе күҙәтелгән.
  2. 2,0 2,1 Дәүләтшин Р. Ә. 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ // Ватандаш. — 1997. — № 3. — С. 120—124. — ISSN 1683-3554.
  3. 3,0 3,1 Давлетшин Р. А. Голод 1921—1922 гг. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 234. — 468 б. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  4. Давлетшин Р. А. Голод 1921—1922 гг. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 230. — 468 б. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  5. История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина — Уфа, 1997. — Б. 89. — 276 б. — ISBN 5-7477-0179-7.
  6. 6,0 6,1 Дәүләтшин Р. Ә. Аслыҡ // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Акманов И. Г. Демография башкир начала ХХ века // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
  8. 8,0 8,1 8,2 Давлетшин Р. А. Голод 1921—1922 гг. // Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 237. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  9. Давлетшин Р. А. Голод 1921—1922 гг. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 231. — 468 б. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  10. http://gallery.dspl.ru/fotogallery2005/Famine/P9300134_b.jpg
  11. Дәүләтшин Р. Ә. Асығыусыларға ярҙам комиссиялары // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Давлетшин Р. А. Голод 1921—1922 гг. // История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 232. — 468 б. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  13. Дәүләтшин Р. Ә., Усманов Н. В. Америка ярҙам администрацияһы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  14. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл. — Уфа: Китап, 2005. — Б. 69. — 248 б. — ISBN 5-295-03552-2.
  15. «1921—1922 йылғы аслыҡта кәметелгән рәсми мәғлүмәт буйынса 1920 йылғы һандың 40 проценты, ә асылда 45—50 проценты үлгән. 1922 йылдың көҙөнә 600 меңдән әҙ генә күберәк башҡорт иҫән ҡалған. 19171922 йылдар эсендә бөтәһе 800 мең йәки 57 процент башҡорт вафат булған

    Әкрәм Бейеш Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Очерк — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 352 б.

  16. Коган А. Н. Антисоветские действия Американской администрации помощи (АРА) в Советской России в 1921—1922 г. // Исторические записки. М., 1949. — Т. 29. — С. 21—37.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]