Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы
Дата

1920

Урыны

Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны, Үҫәргән кантоны һ. б.

Сәбәбе

хәрби коммунизм сәйәсәте һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби-революцион комитетының отставкаға китеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа

Һөҙөмтә

килешеү

Ҡаршы тороусылар
РСФСР Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg башҡорт ихтилалсылары
Командующийҙар
В. Е. Поленов, М. Руденко, П. Н. Мостовенко, М. Л. Мортазин С. Ш. Мырҙабулатов, М. М. Рәсүлев, Х. Ғ. Унасов, Ф. Б. Мәғәсүмов, Ә. Ғ. Ишмырҙин, Ғ. Я. Амантаев һ. б.
Ҡаршы тороусы көстәр
билдәһеҙ билдәһеҙ
Юғалтыуҙар
? рәсми мәғлүмәттәр буйынса 10000
башҡа мәғлүмәттәр буйынса 25000—30000

Бөрйән Түңгәүер ихтилалы — 1920 йылда Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны һәм Үҫәргән кантоны халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрби коммунизм сәйәсәте һәм 1‑се составтағы Башҡортостан Хәрби-революцион комитетының отставкаға китеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа. 2‑се составтағы Башҡортостан ХРК бойороғо буйынса Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның, РСФСР ХКС‑ының, РКП(б) ҮК‑ның милли сәйәсәте, АСБР‑ҙа властың юғары органдарынан башҡорттарҙы сығарыуға ризаһыҙлыҡ белдергән Бөрйән-Түңгәүер кантоны Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының 1‑се съезы (1920 йылдың 25—28 июне Темәс ауылы) ҡатнашыусыларының бер өлөшөн ҡулға алыу баш күтәреүгә сәбәп була. Ихтилалға С. Ш. Мырҙабулатов, Ф. Б. Мәғәсүмов һәм Х. Ғ. Унасов етәкселек итә. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә.

Июльавгуста С. Ш. Мырҙабулатов, Ф. Б. Мәғәсүмов, Х. Ғ. Унасов, шулай уҡ Ғ. Айытбаев, З. Ғәлин, Ә. Ғ. Ишмырҙин, М. Мостафин, М. М. Рәсүлев, М. Сәғитов, Ф. Юламанов, Ғ. Я. Амантаев һәм башҡалар ҡораллы төркөмдәр ойоштора, улар сентябрҙә Башҡорт ҡыҙыл армияһына берләшә (командующийы Ф. Б. Мәғәсүмов, штаб начальнигы Б.Ланин, Реввоенсовет рәйесе С. Ш. Мырҙабулатов; 1‑се дивизия начальнигы Унасов, 2‑се дивизия — Юламанов). Баш күтәреүселәр Башҡортостан республикаһы РКП(б) ағзаларын властан ситләтеүҙе, 1‑се составтағы Башҡортостан ХРК‑ның элекке ағзаларын хөкүмәткә кире ҡайтарыуҙы, уның Бөтә Рәсәй ҮБК‑нан һәм РСФСР ХКС‑ынан бойондороҡһоҙ булыуын, хәрби коммунизм сәйәсәтен бөтөрөүҙе талап итә. Улар совет учреждениеларына, аҙыҡ‑түлек отрядтарына һәм иген һаҡлау пункттарына һөжүм итә. 1920 йылда 1 августа Темәскә ғәскәр менән килгән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты, РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле В. Е. Поленов һәм Дезертирлыҡ менән көрәш комиссияһы рәйесе М.Руденко урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата, контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса хәрби совет төҙөй һәм Бөрйән-Түңгәүер кантонында хәрби хәл индерә. башҡорттарҙы күпләп ҡулға алыу һәм язалау башлана, баш күтәреүселәргә теләктәшлек белдергән кешеләрҙән аманат алына, был ихтилалдың көсһөҙләнеүенә килтерә. Тамъян-Ҡатай һәм Үҫәргән кантондарына баш күтәреүселәр менән һөйләшеүҙәр өсөн М. Л. Мортазин ебәрелә. Сентябрь—октябрҙә Тамъян-Ҡатай кантонының Айыуһаҙ, Күсем, Ҡотой, Мораҡай һәм Юламан торама пункттары янында Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы, Рәсәй республикаһы эске һаҡ ғәскәрҙәре һәм РККА подразделениелары менән һуғыштарҙа баш күтәреүселәр еңелә. 26 ноябрҙә Темәстә АСБР ҮБК һәм П. Н. Мостовенко етәкселек РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты вәкилдәре һәм башында Мырҙабулатов торған баш күтәреүселәр етәкселәренең бер өлөшө килешеү төҙөй, уға ярашлы Башҡорт ҡыҙыл армияһы Реввоенсоветы бөтөрөлә, ирекле рәүештә ҡорал һалған баш күтәреүселәргә амнистия гарантиялана, башҡорттарға ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепле Поленов, Руденко һәм башҡалар суд ҡарауына бирелергә тейеш була. 1921 йылға ҡарай ихтилалда ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡорал һала. 1921 йылдың яҙында баш күтәреүселәрҙең бер өлөшө Ғ.Я. Амантаев һәм Мәғәсүмов етәкселегендә Охранюк-Черский хәрәкәтенә ҡушыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 б.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 - февраль 1919) — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 б.
  • Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917 – 1922 гг. — Уфа, 2001. — 213 б.
  • Сафонов Д. А. Великая крестьянская война 1920-1921 гг. и Южный Урал — Оренбург: Оренбургская губерния, 1999. — 314 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]