Амантаев Ғәббәс Ямалетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Амантаев (Табулдин) Ғәббәс Ямалетдин улы
Тыуған көнө:

1888({{padleft:1888|4|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы шулай уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай ауылы[1]

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Флаг Башкурдистана.png Башҡортостан

Вафат булған көнө:

билдәһеҙ

Вафат булған урыны:

билдәһеҙ

Амантаев (Табулдин) Ғәббәс Ямалетдин улы (Ырымбур губернаһы шулай уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай ауылы[1] — ?) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амантаев Ғәббәс Ямалетдин улы Ырымбур художество училищеһын тамамлаған. 1917 йылда тиклем Турғай өлкәһе уҡытыусы булып эшләй. 1919 йылда июленән Туҡ-Соран кантоны башҡарма комитетының бүлек начальнигы. 1920 йылда Ф. Мәғәсүмов етәкселек баш күтәреүселәр отрядының штаб начальник, 1921 йылда апрель-июнендә Башҡортостандың көньяғында баш күтәреүсе ғәскәрҙәр төркөмө (Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)) командующийы. 1921 йылда июнь башында Бөрйән-Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты рәйесе К. А. Иҙелғужин менән баш күтәреүселәрҙе амнистиялау, Әхмәтзәки Вәлидовты һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби‑революцион комитетының башҡа ағзаларын Башҡортостанға ҡайтарыу шарттарында һуғыш хәрәкәттәрен туҡтатыу ураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Амнистиялау гарантияһын алғандан һуң 15 июндә РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты вәкилдәре менән һуңғы һөйләшеүҙәр өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаға килә. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе П. В. Гузаков бойороғо буйынса ҡулға алына. Мәскәүҙә тикшереү аҫтында була, 1922 йылда Башҡортостанға ҡайтарыла. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 б.
  • Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917 – 1922 гг. — Уфа, 2001. — 213 б.
  • Сафонов, Д. А. Великая крестьянская война 1920-1921 гг. и Южный Урал — Оренбург: Оренбургская губерния, 1999. — 314 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]