15 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
15 июнь | |
![]() |
15 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 166-сы (кәбисә йылында 167-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 199 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
Әрмәнстан: Флаг көнө.
Әзербайжан: Милли ҡотҡарыу көнө.
Коста-Рика: Ағас ултыртыу көнө.
Япония: Санно Мацуи фестивале.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы (1920—24.08.2010), партия, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962—1987 йылдарҙа КПСС-тың Илеш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXII—XXVI съездары делегаты, РСФСР-ҙың 9–11 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Илеш районының почётлы гражданы.
- Нур Зарипов (1925—6.09.1997), ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. 1957—1959 йылдарҙа һәм 1964 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1969 йылдарҙа бүлек мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (1935—14.06.1995), ғалим-гигиенист-токсиколог. 1963 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1969 йылдан — лаборатория мөдире, 1975—1983 йылдарҙа — директорҙың фән буйынса урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан — балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы курсы менән коммуналь гигиена кафедраһы, 1990—1991 йылдарҙа — токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә яҡ мөхит гигиенаһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969).
- Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы (1955), ғалим-педагог-методист. 1981 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2010), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001). 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығына» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты (Өфө, 2005).
- Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы (1960), рәссам, график. 1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. 1982 йылдан республика, төбәк һәм ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ищериков Пётр Федорович (1892—5.09.1961), тарихсы, археолог, крайҙы өйрәнеүсе, 1945-1958 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Шамун Фидаи (1902—06.1920), башҡорт шағиры, журналист, комсомол органдары хеҙмәткәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғата Сөләймәнов (1912—25.06.1988), башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1953) һәм халыҡ (1963) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971).
- Төхвәт Аслаев (1922—28.10.1995), педагог-методист, башҡорт теле белгесе, дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар авторы, профессор (1995), педагогия фәндәре кандидаты (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), РСФСР (1957) һәм БАССР (1955) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958).
- Фәтҡулла Комиссаров (1922—24.07.1981), башҡорт журналисы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Әхмәҙиев Ирек Нуретдин улы (1942), Башҡортостан һәм Ҡырым Республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғайнан Хәйри (1903—16.10.1938), башҡорт совет яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Беренсе башҡорт романы «Боролош»тоң авторы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Пролетар яҙыусыларҙың I Бөтә Союз съезы делегаты. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында комсомол органдары хеҙмәткәре.
- Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (1923—19.07.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945).
- Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы (1933—20.06.2014), бейеүсе, 1955—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Мөхәмәтшина Фәүзиә Миҙхәт ҡыҙы (1953), журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2016).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әсфәғәнов Минислам Ислам улы (1889—1965), ғалим-биолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1940). Башҡорт дәүләт медицина институты профессоры. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Миңләхмәтов Нурлы Миңләхмәт улы (1914—9.09.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһы айырым сапер батальонының отделение командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы (1929—14.04.2009), актёр. 1944—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1979).
- Мәмлиев Тәлғәт Абдулхәйер улы (1934—2016), педагог, 1962—2001 йылдарҙа Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы, директор урынбаҫары һәм 1989 йылдан — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981).
- Тыуалбаев Хәмзә Сәлимйән улы (1939), тау мастеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1996 йылдарҙа Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының бүлек етәксеһе һәм баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (1996).
- Шәймиев Вадим Әүхәт улы (1954), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының урыҫ теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1330: Эдуард Плантагенет (ҡушаматы «Ҡара Принц»), 100 йыллыҡ һуғыштың танылған хәрби эшмәкәре.
- 1755: Антуан де Фуркруа, Франция ғалимы, химик, сәйәси эшмәкәр.
- 1880: Сергей Антимонов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың театр актёры.
- 1915: Томас Хакл Уэллер, АҠШ-тың табип-вирусологы, академик, Нобель премияһының 1954 йылғы лауреаты.
- 1920: Алла Казанская, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, театр педагогы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1971).
- 1920: Альберто Сорди, Италия актёры, кинорежиссёр.
- 1930: Одиль Версуа, Франция актрисаһы, сығышы менән рус милләтенән, Марина Владиҙың апаһы.
- 1930: Магомедали Магомедов, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 1994—2006 йылдарҙа Дағстан Республикаһының Дәүләт Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (2019).
- 1950: Любомирас Лауцявичюс, СССР һәм Литваның театр һәм кино актёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]