Эстәлеккә күсергә

Әҙәбиәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мертон колледжы китапханаһы

Әҙәбиәт (ғәр. أدب‎‎ һүҙенән килә) — тулы мәғәнәлә теләһә ниндәй яҙма текстар йыйылмаһы. Күп кенә телдәрҙә, шул иҫәптән урыҫса ҡулланылған литература һүҙе лат. lit(t)eratura (яҙылған, яҙылыш)<лат. lit(t)era (хәреф) һүҙенән килә.

Төшөнсә сиктәре тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әҙәбиәт» төшөнсәһенән күп осраҡта сәнғәттең бер төрө булған нәфис әҙәбиәтте күҙ алдына килтерәләр. Әммә, был заманса аңлауҙы бөгөнгө дәүерҙән алыҫлашҡан боронғо мәҙәниәткә ҡарата туранан-тура ҡулланырға кәрәкмәй. Гесиодтың «Теогония»һы йәки Тит Лукреций Карҙың «О природе вещей» кеүек боронғо фәнни трактаттар һәм дини-мифологик әҫәрҙәр замандаштары тарафынан Гомерҙың «Илиада»һы йәки Вергилийҙың «Энеида»һы кеүек эпик әҫәрҙәрҙәргә нәфис булмаған әҙәбиәтте нәфис әҙәбиәткә ҡаршы ҡуйған кеүек ҡаршы ҡуйылмаған.

1820 йылдарҙа Рәсәй тәнҡитселәре Николай Карамзиндың «Рәсәй дәүләт тарихы»н һәм Николай Тургеневтың «Һалым теорияһы тәжрибәһе»н урыҫ прозаһының иң яҡшы өлгөһө, тип һанай. Башҡа осор нәфис әҙәбиәтен дини, фәлсәфәүи, фәнни, публицистик әҙәбиәттән айырып, бөгөнгө заман төшөнсәләрен үткәндәргә күсерәбеҙ.

Һәр ҡайһыһы билдәле бер проблемаларға һәм төҙәтмәләргә бәйле булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәттең бөтә милли мәҙәниәттәрҙә лә, кешелек тарихында ла үҙгәрмәй торған бер нисә универсаль үҙенсәлеге бар.

  • Әҙәбиәткә автор текстары (шул иҫәптә ниндәйҙер сәбәптәр менән авторы күрһәтелмәгән аноним, коллектив текстар ҙа) ҡарай. Текстың ниндәйҙер бер авторҙыҡы булыуы, уның тарафынан булдырылыуы юридик (авторлыҡ хоҡуғы), психологик (автор тере кеше, уҡыусы уның турала үҙе уҡыған текстан мәғлүмәт алырға тырышыуы бар) яҡтан ғына мөһим түгел, ә текст авторының билдәле булыуы ошо текстҡа тамамланғанлыҡ бирә, нөктә ҡуя һәм шунан һуң ғына был текст үҙаллы йәшәй башлай. Мәҙәниәт тарихы башҡа ҡағиҙәләр буйынса йәшәгән текст төрҙәрен дә белә, мәҫәлән, фольклор текстары. Авторҙары билдәле булмағанлыҡтан, текстар нығытылмаған, шуға күрә, һуңғы тапҡыр һөйләүсе йәки күсереп яҙыусы уға үҙенсә үҙгәрештәр индерә ала. Теге йәки был текстар уны барлыҡҡа килтереүсе яҙыусы йәки ғалим исеме менән бәйле булырға мөмкин, мәҫәлән, Александр Афанасьевтың «Рус халыҡ әкиәттәре». Әммә, әҙәби булмаған текстарҙы әҙәби эшкәртеүҙәр уның башҡа варианттары булыу мөмкинлеген инҡар итмәй һәм бары тик үҙе яҙған текст ҡына (мәҫәлән, тотош әкиәттәр түгел) авторҙыҡы һанала.
  • Һөйләү тексының түгел, ә яҙма текстың ғына әҙәбиәткә инеүе лә алдағы үҙенсәлектәргә бәйле. Һөйләү ижады яҙма ижадтан алда барлыҡҡа килгән һәм, унан айырмалы рәүештә, беркетеп ҡуйылмаған. Фольклор һәр ваҡытта ла (XIX быуатҡа тиклем, яҙма формалар барлыҡҡа килгәнсе) телдән булған. XX быуатта ҙур үҫеш кисергән милли мәҙәниәттәрҙә ауыҙ-тел ижады менән шөғөлләнеүсе сәсәндәр һаҡланған һәм һаҡлана.
  • Синтетик текст түгел, ә төп материалы булып кеше телмәрендә булған һүҙҙәрҙән торған текст ҡына әҙәбиәткә инә ала. Йырҙар йәки опералар үҙҙәре генә әҙәбиәтең өлөшө тип һанала алмай. Әгәр ҙә берәй шағирҙың әҙер тексына композитор тарафынан йыр яҙылһа, проблема юҡ; әммә, боронғо традиция тағы ла киң йәйелеү ала, йәғни бер үк автор текст та, көй ҙә яҙа һәм ошо әҫәрҙе үҙе башҡара. Килеп сыҡҡан синтетик әҫәрҙән бары тик һүҙ тексын ғына айырып алып, уны үҙаллы әҙәби әҫәр тип ҡарау ни тиклем нигеҙле булыуы бәхәсле ҡала. Әгәр ҙә телдеке булмаған элементтар сағыштырмаса күп түгел икән, билдәле балалар китабында һүрәттәр, йәки улар текстың күп өлөшөн алып, уларҙың роле буйһоноусан булған (мәҫәлән, математик, физик, химик формулаларҙыҡы кеүек) осраҡтарҙа синтетик әҫәрҙәр барыбер ҙә әҙәби әҫәр тип ҡабул ителә һәм квалификациялана. Шулай ҙа, ҡайһы бер саҡтарҙа әҙәби текста өҫтәмә визуаль элементтар шул тиклем күп була, уларҙы фәнни күҙлектән әҙәби итеп ҡарау ҡыйынға тура килә. Ошондай тексҡа Антуан де Сент-Экзюпериның автор һүрәттәре мөһим өлөш алып торған «Бәләкәй принц» әкиәтен индерергә мөмкин.
  • Әҙәбиәткә социаль әһәмиәткә эйә булған текстар инә. Шәхси һәм эш хаттары, көндәлектәр, мәктәп иншалары һәм башҡалар әҙәбиәткә ҡарамай. Был критерий тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булһа ла, ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бер яҡтан ҡарағанда, әһәмиәтле авторҙар алып барған осраҡта, шәхси хат алышыуҙың әҙәбиәткә инеүе лә бар. Яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың әҫәрҙәр йыйынтығында «хаттар» бүлеге булыуы ла юҡҡа ғына түгел бит. Ҡайһы ваҡытта был хаттарҙа әҙәбиәт һәм фән өсөн мөһим мәғлүмәттәр була. Был буласаҡ яҙыусыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың мәктәп иншаларына ла ҡағыла, сөнки улар авторҙары хаҡында нидәйҙер мәғлүмәт биреүе юҫығынан артабан әҙәбиәт киңлегенә инеүе бар. Ҡайһы бер осраҡта яҙыусылар, фәйләсүфтәр, публицистар маҡсатлы рәүештә үҙ хаттарын йәки көндәлектәрен әҙәбиәт фактына әйләндерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, текстары үҙенең генә ҡаҙанышы булған йәки дуҫтарының, таныштарының тар даирәһендә генә ҡалған дилетант авторҙарҙың нәфис әҙәбиәт ижады статусы проблемалы булып ҡала. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ етәксеһенә яҙған шиғри ҡотлауын әҙәби күренеш тип ҡарау ни тиклем дөрөҫ? Интернет һәм төрлө сайттар барлыҡҡа килеүе был йәһәттән яңы ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Хәҙерге ғалимдар, мәҫәлән, француз социологы Пьер Бурдье һәм уның шәкерттәре әҙәбиәтте, сәнғәтте, фәнде билдәләүсе һәм уларҙы теләһә ниндәй дилетант эшмәкәрлегенән сикләүсе социаль механизмды һүрәтләргә тырыша. Әммә улар тәҡдим иткән схемалар дөйөм ҡабул ителмәгән һәм әле һаман ҡаты бәхәс темаһы булып ҡала килә.

Әҙәбиәттең төп төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт йөкмәткеһе һәм тәғәйенләнеше буйынса төрҙәргә бүленә. Был бүленештә ниндәйҙер принциптар берҙәмлеген тулыһынса һаҡлау ҡыйыныраҡ, сөнки бөтөнләй оҡшамаған төрлө күренештәр берләштерелеп, яңылыш фекер тыуҙырыуы мөмкин. Йыш ҡына бер дәүерҙең типологик яҡтан төрлө булған текстары төрлө дәүерҙәр һәм мәҙәниәттәрҙәң типологик яҡтан берүк текстарына ҡарағанда бер-береһенә яҡыныраҡ була. Ҡайһы бер текстарҙың яҙмышы төрлөсәрәк булып китә: төҙөлгән саҡта улар әҙәбиәттең бер төрөнә ҡараһа, аҙаҡтан бөтөнләй икенсе яҡҡа тартыла, мәҫәлән, Даниэль Дефоның «Робинзон Крузо мажаралары» бөгөн балалар әҙәбиәте булараҡ уҡыла, ә ысынбарлыҡта иһә ул хатта ололар өсөн ижад ителгән нәфис әҙәбиәт әҫәре лә түгел, ә публицистик башланғысы оло әһәмиәткә эйә булған памфлет итеп яҙылған. Шуға күрә әҙәбиәт төрҙәренең дөйөм исемлеге яҡынса самалау характерында ғына була ала. Әҙәби киңлектең конкрет структураһы билдәле бер мәҙәниәткә һәм осорға ҡарата ғына булдырылыуы мөмкин. Ғәмәли маҡсат өсөн бындай ҡатмарлыҡтар әллә ни әһәмиәткә эйә түгел, сөнки китап сауҙаһы һәм китапханалар ихтыяжын күп тармаҡлы, әммә әллә ни төплө һәм тәрән булмаған китапхана-библиография системаһы ла тулыһынса тиерлек ҡәнәғәтләндерә.

Нәфис әҙәбиәтсәнғәттең бер төрө. Төп материалы — һүҙ һәм кеше телмәренең яҙма конструкцияһы. Уның үҙенсәлеге бер яҡтан музыка, һынлы сәнғәт, театр, кинематограф сәнғәте төрҙәрен, икенсе яҡтан философия, публицистика һәм фәнде сағыштырып ҡарағанда бик асыҡ күренә. Бынан тыш, принципиаль нигеҙҙә үҙ авторҙары булмаған фольклорҙан айырмалы рәүештә, нәфис әҙәбиәт, сәнғәттең башҡа төрҙәре кеүек, автор әҫәрҙәрен (шул иҫәптән аноним булғандарҙы ла) берләштерә.

Документаль проза

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Документаль проза — әҙәбиәттең бер төрө. Реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, әҙ генә ижади уйҙырма өҫтәлгән. Документаль прозаға билдәле кешеләрҙең биографияһы, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙың тарихы, илдәр өйрәнеү фәне, ҙур енәйәттәрҙе тикшереү инә.

Мемуар — теге йәки был заманда йәшәп, үҙе ҡатнашҡан йәки уның шаһиты булған кеше менән таныш булған авторҙың ниндәйҙер хәл—ваҡиғаны һүрәтләүе. Уның мөһим үҙенсәлеге – үткәндәрҙе тергеҙгән текстың дөрөҫ, документаль характерҙа булыуында.

Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни әҙәбиәт – фәнни методҡа ярашлы алып барылған тикшереүҙәр, теоретик дөйөмләштереүҙәр һөҙөмтәһендә булдырылған яҙма хеҙмәт йыйылмаһы. Ул ғалимдарҙы, белгестәрҙе фәндең һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырыуға һәм фәнни асыштарға өҫтөнлөктө нығытыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, әгәр ҙә баҫылып сыҡмаһа, фәнни эш тамамланған тип һаналмай. Тәүге фәнни әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа була: трактаттар, әңгәмәләшеү, өйрәтеү, диалог, сәйәхәт итеү, тормошто һүрәтләү һәм хатта шиғри формаларҙа. Әлеге ваҡытта фәнни әҙәбиәт формалары стандартлашҡан, һәм монографияларҙан, күҙәтеүҙәрҙән, статьяларҙан, докладтарҙан, авторефераттарҙан, рефераттарҙан һәм рецензияларҙан тора. Бөгөн күп илдәрҙә фәнни әҙәбиәтте аттестациялау механизмы эшләй. Быға хөкүмәт йәки йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә. Рәсәйҙә, мәҫәлән, аттестацияны Юғары аттестация комиссияһы үткәрә. Фәнни әҙәбиәтте баҫтырыуҙағы төп талаптар исемлегендә иң мөһмие уның рецензияланған булыуы. Ошо процесҡа ярашлы, фәнни журнал нәшриәте йәки мөхәрририәте яңы фәнни эште баҫтырыуҙан алда уны ошо өлкә буйынса белгес һаналған бер нисә рецензентҡа ебәрә. Рецензиялау барышында тупаҫ методологик хаталар йәки туранан-тура ялғанлауҙар алып ташлана. XX быуат башында баҫтырылған фәнни әҙәбиәттең даими экспоненциаль үҫеш күләме күҙәтелә. Ошоға бәйле, бөгөн фәнни әҙәбиәттең мөһим таратыусыһы булып, матбуғат баҫмалары, бигерәк тә рецензиялаусы фәнни журналдар тора. XX быуат башында бындай журналдарҙың ҡағыҙ варианттан электрон вариантҡа, бигерәк тә Интернетҡа күсеүе күҙәтелә.

Фәнни-популяр әҙәбиәт — фән, фәнни ҡаҙаныштар, ғалимдар тураһындағы киң даирә уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҙәби әҫәрҙәр. Был әҙәбиәт башҡа өлкә белгестәренә лә, әҙерлеге бәләкәй булған уҡыусыларға ла, балаларға, үҫмерҙәргә лә тәғәйенләнгән. Фәнни әҙәбиәттән айырмалы рәүештә, фәнни-популяр әҫәрҙәр рецензияланмай һәм аттестацияланмай. Фәнни-популяр әҙәбиәткә төрлө жанрҙа яҙылған төп, ғәмәли фәндең нигеҙҙәре һәм проблемалары, фән эшмәкәрҙәренең биографияһы, сәйәхәттәрҙе һүрәтләү һ.б. инә. Иң яҡшы популяр әҫәрҙәр тәғәйенләнгән уҡыусыларға алдынғы фәндең ҡаҙаныштарын аңлайышлы формала пропагандалай. Европала популяр булған Лукреция Караның «О природе вещей», М. В. Ломоносовтың «Письмо о пользе стекла» тигән фән тураһындағы әҫәрҙәре поэтик формала яҙыла. Тәбиғәт календары, этюд, очерк, «интеллектуаль мажаралар» формаһында яҙылған популяр әҫәрҙәр ҙә билдәле.

Брокгауз һүҙлеге (1910)

Белешмә әҙәбиәт – дөйөм мәғлүмәт биреүсе, икеләнеү тыуҙырмаған ярҙамсыл йөкмәткеле әҙәбиәт. Төп төрҙәре:

  • Һүҙлектәр - ниндәйҙер өлкә буйынса һүҙҙәрҙе, әйтемдәрҙе, алфавит буйынса тәртипкә һалыу;
  • Белешмәләр – ниндәйҙер өлкә буйынса мәғлүмәтте тәртипкә һалыу. Мәҫәлән, медицина белешмәһе - ауырыуҙарға юл ҡуймау, йәки ауырыу характеры, симптомдары буйынса
  • Энциклопедия – ниндәйҙер өлкә буйынса комплекслы һәм системалы мәғлүмәт йыйынтығы.

Белешмә баҫмалар объектив факттарҙы үҙ эсенә алырға һәм булған белем кимәлен бер төрлө сағылдырырға тейеш. Әммә ғәмәлдә факттарҙы интерпретациялауҙан һәм дөрөҫ булмағандан айырыуы ҡыйын. Шуға ла һәр белешмәлә ниндәйҙер кимәлдә тенденциялыҡ була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был кимәл бик ҙур һәм белешмәгә маҡсатлы рәүештә индерелә. Гуманитар белемгә ҡағылған Совет дәүере белешмәләре йыш ҡына шулай була һәм хатта ундағы ҡыҫҡа ғына һүҙлек статьялары ла идеологик яҡтан биҙәлгән була. Был материал һайлауға ла ҡағыла: СССР ваҡытында сығарылған әҙәби энциклопедияларҙа, социалистик, коммунистик йүнәлештәге урта ҡул яҙыусыларға урын була, әммә совет ҡоролошона кире ҡарашта булған ҙур авторҙар әҫәре булмай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт үтһә лә, бындай баҫмаларҙы белешмә булараҡ файҙаланып булмай, сөнки факттарҙы интерпретациянан айырып алыу өсөн күп ваҡыт сарыф итергә турпа килә, әммә нәҡ ошо идеологик биҙәүҙәр белешмә баҫмаларын тарихи факт, үҙ дәүеренең иҫтәлеге булараҡ ҡыҙыҡлы итә лә инде.

Дәреслектәргә, күнегеүҙәр йыйынтығына бүленә. Белешмә әҙәбиәт менән уртаҡлығы ҙур, сөнки икеһе лә ниндәйҙер бер һорау буйынса бер өлкәләге белем менән эш итә. Әммә уҡытыу әҙәбиәтенең тәғәйенләнеше башҡаса: белемдең ошо өлөшөн текст адресаты уның тураһында тулыһынса күҙ алдына килтерерлек итеп һәм һәм ошо өлкә буйынса тигҙләмә сисеү, тыныш билдәләрен ҡуйыу оҫталығына эйә булырлыҡ дәрәжәлә эҙмә-эҙлекле һәм системалы итеп аңлатыу. Был прагматик бурыс дәреслек текстарының төҙөлөш үҙенсәлеген билдәләй: ҡабатлауҙар, күтәреп алыу, тикшереү һорауҙары һәм мәсьәләләре һ.б.

производство һәм техника өлкәһенә ҡағылған әҙәбиәт: изделиелар каталогы, эксплуатациялау, хеҙмәтләндереү һәм ремонт инструкциялары, детальдәр каталогы, патенттар. һ.б.

Әҙәбиәт һәм текст таратыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәби текст материаль кәүҙәләнешенән башҡа ла (ҡулъяҙма, китап, компьютер файлы, монитор ҡоролмаһы) үҙ-үҙе булып ҡала. Тик текст таратыу эволюцияһы текстҡа йоғонто яһамай, тип уйларға кәрәкмәй. Киреһенсә, әҙәбиәт торошо күҙ күреме етерлек үткәндәрҙә тулыһынса цивилизациялы революция менән билдәләнә. Яңы цивилизациялы революция ике сифатлы текст күсергесен – аудиокитап һәм компьютер файлын тормошҡа ашыра.

  • Антик әҙәбиәт
  • Урта быуаттар әҙәбиәте
  • Күтәреш дәүере әҙәбиәте
  • Бахтин М. М. Эстетика словесного творчества. — М.: Искусство, 1986.
  • Хализев В. Е. Интерпретация и литературная критика // Проблемы теории литературной критики. — М., 1980.
  • Гадамер Г.-Г. Актуальность прекрасного. — М., 1991.
  • Корман Б. О. Избранные труды по теории и истории литературы. — Ижевск, 1992.
  • Есаулов И. А. Спектр адекватности в истолковании литературного произведения: «Миргород» Н. В. Гоголя. — М., 1997.
  • Рикёр П. Конфликт интерпретаций: Очерки о герменевтике. — М., 1995.
  • Хайдеггер М. Бытие и время. — М., 1997.
  • Тюпа В. И. Онтология коммуникации // Дискурс. № 5/6. — Новосибирск, 1998. — С. 5-17.
  • Rezeptionästhetik. Teorie und Praxis / Hrsg. R. Warning. München: 1975
  • Iser W. Der Akt des Lesens: Theorie ästhetischer Wirkung. München: 1976
  • Meier R. Bibliographie zur Intonation. Tübingen, 1984. С. 306