Эпос
Эпос — әҙәбиәттә иң ныҡ таралған һәм универсаль төр. Уның ике төрлө мәғәнәһе бар:
- Һүрәтләү рәүешендәге объективлыҡҡа нигеҙләнгән жанрҙарҙаң барыһы бергә әҙәбиәттең эпос төрөнә ҡарай.
- Боронғо дәүерҙең ҡатмарлы ижтимағи күренештәрен сағылдырған шиғри жанр.
Эпос — тарихи жанр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ул социаль синыфтар барлыҡҡа килгәнгә тиклем. йәғни ырыуҙар осоронда тыуа. Күп эпостарҙа ырыуҙарҙың үҙ аллы халыҡҡа берләшеү идеялары сағыла. Һәм шул сәбәптән эпостарҙың күпселегендә дөйөм халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшеүсе героик шәхестәр үҙәктә тора.
Эпос — берҙәм жанр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әммә төрлө халыҡтарҙа уның үҙенсәлекле яҡтары булмай ҡалмай. Шуға күрә уның исеме лә төрлө илдә төрлөсә аталған. Урыҫтарҙа былина, украиндарҙа — дума, Исландияла, Норвегияла — сага, бүрәттәрҙә — улигер, сахаларҙа — олонхо, карел һәм финдарҙыҡы — руно, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм уйғырҙарҙа — дастан булып йөрөй.
Башҡорт халыҡ эпостары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Урал-батыр
- Аҡбуҙат
- Бабсаҡ менән Күсәк
- Ҡуңыр буға
- Заятүләк менән Һыуһылыу
- Күсәк-бей
- Ай һәм Зөһрә
- Оло һәм Кесе Инйәр
- Иҙеүкәй менән Мораҙым
- Аҡһаҡ ҡола
- Ҡара юрға
- Алпамыша
- Тарғын менән Ҡужаҡ
- Ек-мәргән
- Мәргән и Маян
- Аҡһаҡ-ҡола
- Бабсаҡ-бей менән Ҡараҡоломбәт-бей
- Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу
- Куҙ-Күрпәс
- Алдар менән Зөһрә
- Йософ менән Зөлайха
- Таһир менән Зөһрә
- Һуңғы йыр
- Байрамбикә менән Татлыбай
- Ҡарас менән Акша
- Ҡараһаҡал
- Батырша
- Юлай менән Салауат һәм башҡалар.
Башҡорт халыҡ эпостары донъя кимәлендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2015 йыл башында Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары төрөк ғалимдары менән берлектә «Башҡорт халҡының эпостар йыйынтығын» баҫтырып сығарҙы. Был эш төрөк әҙәбиәтенең 100 томлыҡ антологияһын сығарыу проектына нигеҙләнеп башҡарылды һәм 1932 йылда Төрөк Республикаһының беренсе президенты Мостафа Кемаль Ататөрк тарафынан булдырылған Төрөк лингвистика йәмғиәте тарихында тәүге ваҡиға булды. Хеҙмәт дүрт томдан тора, уның беренсеһендә мифологик эпостар, икенсеһендә — социаль-көнкүреш, өсөнсөһөндә — тарихи, дүртенсе томында героик эпостар урын алған. Улар араһында башҡорт халҡының «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Аҡһаҡ-ҡола», «Ҡара-Юрға» әҫәрҙәре бар. Текстар башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән.
Боронғо эпостар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Классик эпостар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ролланд», Франция
- «Нибелунгтар тураһында йыр», Германия
- «Сид тураһында поэма», Испания.
- «Калевала», Финляндия
- «Игорь полкы тураһында һүҙ», Рәсәй(урыҫ)
- «Махабхарата», « Рамаяна», Һиндостан
- Олонхо, яҡут(саха) эпосы
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Башҡорт халыҡ ижады.