Эстәлеккә күсергә

Василий Буслаев (рус фольклоры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рябушкин Андрей Петрович. «Василий Буслаев». 1895. «Рус былинаһы батырҙары» китабына иллюстрация

Василий Буслаев — Бөйөк Новгород эпосы геройы. С. А. Азбелев мәғлүмәттәре буйынса, героик былиналарҙың 53 сюжеттың өсәүһендә Василий Буслаев уларҙың төп геройы булып тора (Азбелев төҙөгән күрһәткес буйынса № 40, 41 һәм 42[1]): «Василий Буслаев һәм Новгород халҡы», «Василий Буслаевтың сәйәхәте» йәки «Василий Буслаевтың үлеме». Һуңғы ике атама бер үк былинаға ҡарай.

В. А. Брим 1926 йылда Василий Буслаев тураһында былинаның ҡыйыу викинг Боси тураһындағы исланд сагаһына йоғонто яһауын күрһәтә (ике редакцияла сага «Bòsa-saga», бер редакцияла «Bósa-rímur» тип атала)[2].

Василий Буслаев образы былиналарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василий Буслаев — Новгород геройы, ул сикһеҙ ҡыйыулыҡ идеалы булып тора. Ул Василий исемен йөрөтөүсе фольклор персонаждарының иң билдәлеһе.

Василий Буслаевҡа арналған былина сюжеттарының береһе уның ҡала общинаһы менән низағы тураһында бәйән итә. Йәш сағынан Васька өсөн бер нәмәнән дә оялмай; ҡылыҡтары килтергән зыянға иғтибар итмәй, һәр ваҡыт үҙе теләгәнсә эшләй. Новгородта йәшәүселәрҙең күпселеген үҙенә ҡаршы ҡуйып, ул үҙе кеүек үк башкиҫәрҙәрҙән торған дружина йыя һәм ҡотора бара; тик әсәһе генә уға бер аҙ йоғонто яһай ала. Василий, ниһайәт, мәжлестә сәмләнеп, үҙенең дружинаһы менән Волхов күперендә бөтә Новгород ир-егеттәренә ҡаршы һуғышырға ниәтләй. Һуғыш башлана, һәм Василий бөтә дошмандарын туҡмап бөтөп барғанда, уның әсәһенең ҡыҫылыуы ғына новгородлылар ҡотолоп ҡала.

Василий Буслаевҡа арналған икенсе сюжетта был герой егет итеп түгел, ә өлгөргән кеше итеп һүрәтләнә. Василий, гонаһтарының ауыр булыуын аңлап, Иерусалимға гонаһтарына ярлыҡау һорарға китә. Әммә Изге урындарға хаж ҡылыу геройҙың ҡылыҡтарынын үҙгәртмәй: ул бөтөн тыйыуҙарҙы боҙа һәм кире ҡайтҡанда, үҙенең егетлеген иҫбат итергә тырышып, мәғәнәһеҙ рәүештә һәләк була.

Кинематография геройы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Николай Оклопков (һулда) Васка Буслай ролендә. «Александр Невский» фильмы

Сергей Эйзенштейндың 1938 йылда төшөрөлгән «Александр Невский» фильмының төп геройҙарының береһе — Новгород егете Васка Буслай. Был персонаж Василий Буслаевҡа хас ике һыҙатты: ҡыйыулыҡты һәм әсәһенә ихтирамды «мираҫ итеп алған». Ҡалған осраҡтарҙа кино геройы былина геройынан ҡырҡа айырыла: ул үҙен общинаға ҡаршы ҡуймай, ә уның ташып торған көсөн кенәз Александр дөрөҫ файҙалана (уға алда буласаҡ алышта иң мөһим һәм иң хәүефле урын ышанып тапшырыла).

1982 йылда режиссер Геннадий Васильев «Василий Буслаев» фильм-әкиәтен төшөрә, төп ролдә — Дмитрий Золотухин. Сценарий авторы Василий Буслаев тураһында былиналарҙың билдәле бер мотивтарын ирекле интерпретацияла ҡуллана.

  1. Азбелев С. Н. Историзм былин и специфика фольклора. — Л.: Наука, 1982. — С. 291.
  2. Брим В. А. Былина о Василии Буслаеве в исландской саге // Язык и литература, 1926, т. I, стр. 311—322.