Маһабһаратам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү


Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Һиндостан Һиндостан тарихы
Emblem of India.svg
Боронғо Һиндостан

Тарихҡа тиклемге Һиндостан һәм Веда осоро

Дин, Варны, Махаджанапады

Маурия империяһы

Экономика, Һиндостанда буддизм,
Чанакья, Сатавахана

Алтын быуат

Ариабхата, Рамаяна, Маһабһаратам

Урта быуаттар Һиндостаны

Гурджара-Пратихара
Пала
Раштракуты

Сәнғәт, Философия, Әҙәбиәт

Һиндостанда ислам

Дели солтанлығы, Виджаянагар империяһы, Музыка, Нанак

Бөйөк Моголдар империяһы

Архитектура,
Маратха дәүләте

Хәҙерге Һиндостан

Правила компании

Заминдар, Уоррен Гастингс, 1857 йылғы ихтилал

Британ Һиндостаны
Реформалар, Бенгаль Яңырылышы,
Һиндостан милли-азатлыҡ хәрәкәте,
Махатма Ганди, Субхас Чандра Бос


«Маһабһа́ратам» (санскр. महाभारतम्, mahābhāratam IAST, «Бһарата тоҡомо тураһында хикәйәт», боронғо батша Куру тоҡомонан Бһарата батша исеме ҡушылған) — боронғо һинд эпосы. Донъя мәҙәниәтенең иң ҙур әҙәби әҫәрҙәренең береһе, «Маһабһаратам» — ҡатмарлы, эпик хикәйәләр комплексы. Ун һигеҙ китаптан (парва), 75 меңдән ашыу ике юллыҡтарҙан (шлок) тора, Илиада һәм Одиссеянан берлектә күпкә оҙонораҡ. «Маһабһаратам» — күп образдар һәм сюжеттар сығанағы, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә тарала. Һинд йолаһында «бишенсе Веда» булып һанала. Донья әҙәбиәтендәге үҙ эсендә бар нәмә лә бар тип раҫлаған һирәк әҫәрҙәрҙең береһе.

Эстәлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Маһабһаратам» авторлығы аҡыл эйәһе Вьясаға бәйле, һүҙ уның тураһында ла бара (Пандавтар һәм Кауравтар олатаһы). Эпос эсендә ике туған ағайҙар төркөмдәре араһындағы ыҙғыш — биш Пандавтар (Панду батша һәм Кунти батшабикә улдары) һәм йөҙ Кауравтар (Дһритараштра батша һәм Гандһари батшабикә улдары). Пандавтар, Кауравтар боронғо Ай династияһы батшаһы Куру тоҡомонан, әммә хикәйәттә күбеһенсә Дһритараштра улдарына ҡарата Кауравтар зат исеме ҡулланыла. Ыҙғыш Дһритараштраның өлкән улынан сығып китә, аҫтыртын Дурьодһана, бала сағынан «хакимлыҡ итеүгә ҡомһоҙлоҡтан енәйәти ниәт тыуа». Оло батша Дһритараштра вариҫына ирек биреп, аҡыл эйәләре, кәңәшселәр, ололар һүҙенә ҡарамай. Күп йылдар дауамында ыҙғыш ҡубып, 18 көнлөк алышта изге Курукшетра яланында асыла. Кауравтар яғынан һуғышта Пандавтарҙың өлкән ағалары Карнаның ҡатнашыуы ҙур драматизм өҫтәй.

Пандавтар һәм Кауравтар араһындағы һуғыштың мифологик нигеҙе бар: аллалар ниәте буйынса Курукшетрала Кауравтар тәненә оялаған данава шайтандарын бөтөрөү кәрәк. Ырыу араһындағы һуғышты башлар өсөн, Шива тарафынан данаваға бүләк итеп Дурьодһана булдырыла. Унан башҡа, ҡорбан миһрапынан мөғжизәле рәүештә Драупади тыуа, ул кшатриҙар араһындағы һуғышты ҡуҙғата. Аллалар ниәтендәге ҙур урын Карнаға бирелә: бар нәмәне белгән Вьяса әйтеүенсә, Сурья улы Карна ерҙә ыҙғыш тыуҙырыу өсөн барлыҡҡа килгән.

Эпик хикәйә I китап аҙағында һәм II—XI китаптарҙа бара. I китапта Пандавтар, ярты батшалыҡты мираҫҡа алып, ҙур һәм сәскә атҡан империя төҙөйҙәр, II китапта Пандавтар батшалыҡты Кауравтарға һөйәк уйынында оталар, ун өс йыллыҡ һөргөнгә китәләр (III, IV китаптар), V китап тулыһынса дипломатия ярҙамында конфликтты юҡҡа сығарыуға бәйле, алыш тураһында VI—X китаптарҙа бәйән итәләр, XI китапта яуҙа баш һалған яугирҙәр тураһында һүҙ бара. Алыш алдынан Арджуна, Пандавтарҙың уртансы улы (һәм улар араһында иң батыр яугир), туғандарын үлтереүҙә ҡатнашыуҙан баш тарта, әммә Кришна, уның күсерсеһе, геройҙың этик икеләнеүен билдәле вәғәзе — «Бһагавад-гита»ла хәл итә. Курукшетралағы бөйөк һуғыш Кали-юга башын аса — кешелек тарихындағы дүртенсе һәм һуңғы иң ауыр дәүер.

Кришна ярҙамында Пандавтар еңә, әммә күп тапҡыр мәкерле хәйлә юлын һайлайҙар (Дрона уҡытыусыһы, олаталары Бһишманы, туғандары ғәҙел Бһуришравасты, Гхатоткачи ҡустыһы, ағалары Карна, ҡустылары Дурьодһананы үлтереү). Бөтә Кауравтар һәм уларҙың улдары һуғыш яланында ҡала (Пандавтар яғына күскән туғандары Юютсунан башҡа), әммә еңеү яулаған Пандавтар ҙа ул, туғандарын юғалта. Еңеүҙән һуң өлкән Пандава Юдһиштһира батша, ҡан ҡойошта үҙен ғәйепләп, батшалығын ҡалдырып, урманға дәрүиш булып китергә йыйына, әммә илаһи аҡыл эйәләре һәм туғандары өгөтләүе менән (XII, XIII китаптар) батша бурысын (раджадхарма) башҡарып, утыҙ алты йыл дауамында батшалыҡ итә (XIV, XV китаптар), туғандарын, дуҫтарын юҡ итеүҙә ғәйепләй. Беренсе ун биш йылда Юдһиштһира элекке батшаны хөрмәт итеп, батшалыҡ итә. Пандавтарҙың икенсе ағаһы Бһимасенаның нәфрәтен күрә алмай, Дһритараштра ҡатыны, кәңәшсеһе, Пандавтар әсәһе Кунти менән урманға сығып китә. Һуңғы егерме йылда Юдһиштһира үҙе генә батшалыҡ менән идара итә. Ҡартлыҡ көнөндә Пандавтар уртаҡ ҡатындары Драупади менән батшалыҡтарын ҡалдырып, Гималай тауҙарына юлланалар, юлда үлеп ҡалып, донъя менән хушлашалар (XVII, XVIII китаптар). Эпик сюжет «Маһабһаратам»дың яртынан әҙ өлөшөн ала. Әҫәр быуаттар ағымында яңы новеллалар, фәлсәфәүи темалар менән тулылана, ҡайһы бер ғалимдар «Бһагавад-гита»ны һуңғы өҫтәү миҫалы тип күрә. «Бһагавад-гита» — «Маһабһаратам»дың билдәле өлөшө, индуизмдың дини яҙмаһы (вайшнавизмдыҡы), күптәр уны Упанишаданың береһе тип һанай («Гита-упанишада»).

«Маһабһаратамдың» төп эпик геройы Карна һанала. Карна Курукшетралағы алыштың кшатрийҙар һәм уларҙың шайтандарын ҡыуҙырыу өсөн буласағын белә. Кришна уйлауынса, Карнаһыҙ был алыш килеп сыҡмаҫ ине. Уның үлеме менән Курукшетрала Кауравтар еңелеүе ҡотолғоһоҙ була, шулай уҡ Двапара-юга тамамланып, Кали-юга башлана, был турала йыһан һынылыштары һөйләй. Карна үлеменә хикәйәттә күп урын бүленә.

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Маһабһаратам» өҫтөндәге мөхәррирлек эше беҙҙең эраның беренсе быуаттарында тамамланһа ла, поэманың бер төрөнә килә алмайҙар, уны төҙөү шағир һәм аҡыл эйәһе Вьясаға яҙыла. Төньяҡ һәм көньяҡ төрҙәре бар. Пандавтар һәм Кауравтар араһындағы ярышты һүрәтләү төрҙәре ныҡ айырылмай.

«Маһабһаратам» китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Маһабһаратам» 18 парва (китаптан) тора:

  1. Адипарва (Беренсе китап. Бһараттар тоҡомоноң килеп сығышы, Дһритараштра батшаның һәм ике туғандары Пандавтар араһындағы алыштың башланып китеүе тураһында һүҙ бара)
  2. Сабхапарва (Йыйылыш тураһында китап. Пандавтарҙың боронғо һинд кенәзлектәренең берләшеүе, батшалыҡтан баш ҡағыуы тураһында)
  3. Араньякапарва (Урман китабы. Пандавтарҙың урманда үткәргән ун ике йылы тураһында)
  4. Виратапарва (Вирата тураһында китап. Һөргөндөң ун өсөнсө йылында Пандавтар менән булған хәл-ваҡиғалар тураһында)
  5. Удьйогапарва (Тырышлыҡ тураһында китап. Пандавтарҙың Кауравтар менән һуғышҡа юл ҡуймау өсөн эшләгән эштәре тураһында)
  6. Бһишмапарва (Бһишма тураһында китап. Курукшетралағы ун һигеҙ көнлөк алыштың беренсе ун көнө тураһында)
    Бһишманың үлеме
  7. Дронапарва (Дрона тураһында китап. Курукшетралағы һуғыштың биш көн дауамында (ун беренсенән ун бишенсегә тиклем) барған ваҡиғалар тураһында)
  8. Карнапарва (Карна тураһында китап. Ике көн эсендә (ун алтынсы, ун етенсе көндәр) барған ваҡиғалар тураһында)
  9. Шальяпарва (Шалья тураһында китап. Курукшетралағы алыштың ун һигеҙенсе көнө тураһында)
  10. Сауптикапарва (Йоҡлаусыларға һөжүм итеү тураһында китап. Дронаның Ашваттһаман исемле улының Пандавтарҙың йоҡлаған яугирҙарына намыҫһыҙ ташланыуы тураһында)
  11. Стрипарва (Ҡатындар тураһында китап. Ашваттһаман үлтергән яугирҙарҙың ҡатындары ҡайғыларын һүрәтләй)
  12. Шантипарва (Ҡәнәғәтлек тураһында китап)
  13. Анушасанапарва (Бойороҡ тураһында китап)
  14. Ашвамедхикапарва (Атты ҡорбанға килтереү тураһында. Пандавтар, Кауравтарҙы еңгәс, һинд кенәзлектәренең берләшеүен бәйән итә)
  15. Ашрамавасикапарва (Урманда йәшәү тураһында китап. Батша Дһритараштра, ҡатыны Гандһари һәм Кунтиның урманға китеп, тормош юлын тамамлауы тураһында һөйләнә)
  16. Маусалапарва (Гөрзөйҙәр менән һуғышыу тураһында китап. Үҙ-ара туғандаш ырыуҙарҙы —ядав, вришни, андхак, кукур —юҡ итеү, Кришна, Баладева үлеме хаҡында)
  17. Маһапрастханикапарва (Бөйөк нәтижә тураһында китап. Пандавтар һәм Драупадиның тормош юлының һуңғы көндәрен ил гиҙеү, дәрүишлектә үткәреү тураһында)
  18. Сваргароханикапарва (Күккә күтәрелеү тураһында. Пандавтарҙың, ике туғандары Кауравтарҙың аяныслы тәҡдире хаҡында)

Шулай уҡ Кришна тормошо хаҡында 16 375 ике юллыҡтан торған «Һаривамшапарва» ҡушымтаһы бар.

Баҫмалар һәм тәржемә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттарҙа уҡ «Маһабһаратам»ды Һиндостан һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия телдәренә ауҙаралар.

Тәнҡит баҫма өҫтөндә эш Пуна ҡалаһында 40 йыл дауамында бара (1927—1966), унда 156 мең тирәһе юл.

Инглиз тәржемәләренән иң билдәлеһен К. М. Гангули 1883—1896 йылдарҙа эшләгән. 2009 йылда һинд шағиры П. Лал поэманың тулы тәржемәһен бөтөрә.

«Бһагавад-гита»ның беренсе баҫмаһы урыҫ телендә 1788 йылда сыға.

Урыҫ телендәге тәржемә өҫтөндә эште В. И. Кальянов (1908—2001) Ленинградта 1939 йылда башлай. 16 китап тәржемәһе баҫылды (I—XI, XIV—XVIII), ҡалған ике китап тәржемәһе өҫтөндә эш дауам итә.

«Маһабһаратам» кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1965 йылда Һиндостанда режиссёр Бабубхай Мистри төшөргән «Маһабһаратам» фильмы сыға.
  • 1989 йылда Питер Брук өс сериялы «Маһабһаратам» исемле фильм-спектакль ҡуя.
  • 1990-сы йылдарҙа Һиндостанда «Маһабһаратам» исемле 94 серияла сериал төшөрөлә, режиссёр Рави Чопра ҡуя.
  • 2013 йылдың 16 сентябрендә Star Plus һинд телеканалында «Маһабһаратам» сериалының премьераһы үтә. Бөтәһе 267 серия төшөрөлә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглизса
  • Brokington J. The Sanskrit Epics. Leiden-Boston, 1998
  • Dahlmann J. Das Mahabharata als Epos und Rechtsbuch. Berlin, 1895.
  • Dahlmann J. Genesis des Mahabharata. Berlin, 1899.
  • Goldman R. P. Gods, Priests and Warriors. The Bhrgus of the Mahabharata. N.Y., 1977.
  • Gonzalez-Reimann L. The Mahabharata and the Yugas. N.Y., 2002
  • Gupta S. P., Ramachandran K.S. Mahābhārata: Myth and Reality. Different views. Delhi, 1976.
  • Held G. J. The Mahābhārata. An Ethnological Study. London-Amsterdam, 1935.
  • Hiltebeitel A. The Ritual of Battle: Krishna in the Mahābhārata. Ithaca-London, 1976. 2nd ed. N.Y. 1990.
  • Hopkins E. W. Epic Mythology. Strassburg, 1915.
  • Hopkins E. W. The Great Epic of India. Its Character and Origin. N.Y. 1901.
  • Jacobi H. Mahabharata. Inhaltsangabe, Index und Concordanz der Calc. und Bomb. Ausgaben. Bonn, 1903.
  • Laine J. W. Visiong of God. Narratives of Theophany in the Mahābhārata. Vienna, 1989.
  • Patil N. B. Folklore in the Mahābhārata. Delhi, 1983.
  • Sharma R. K. Elements of Poetry in the Mahābhārata. Berkeley-L.A. 1964.
  • Sorensen S. An Index to the Names in the Mahabharata. Delhi, 1978.
  • Sukthankar Memorial Edition. Vol. I. Critical Studies in the Mahabharata. Poona, 1944.
  • Sukthankar V. S. On the Meaning of the Mahābhārata and its Critics. Bombay, 1957.
  • Sullivan Bruce M. Seer of the Fifth Veda. Krishna Dvaipāyana Vyāsa in the Mahābhārata. Delhi, 1999.
  • Sutton N. Religious Doctrines in the Mahābhārata. Delhi, 2000.
  • Tivari J. N. Disposal of the Dead in the Mahābhārata. Varanasi, 1979.
  • Vaidya C. V. The Mahābhārata: A Criticism. Bombay, 1929.
  • Yardi M. R. Epilogue of Mahabharata. Pune, 2001.
Урыҫ телендә
  • Гринцер П. А. «Махабхарата» и «Рамаяна». (Серия «Массовая историко-литературная библиотека»). М., Худож. лит. 1970. 96 стр. 8000 экз.
  • Гринцер П. А. Древнеиндийский эпос. Генезис и типология. (Серия «Исследования по фольклору и мифологии Востока»). М., Наука (ГРВЛ). 1974. 424 стр. 4800 экз.
  • Дандекар, Р. Н. «Махабхарата: её происхождение и развитие» в сборнике статей «От вед к индуизму. Эволюционирующая мифология». М., «Восточная литература» РАН ISBN 5-02-016607-3; 2002 г.
  • Ибрагимов А. Р. Образ Карны в Махабхарате. Разыскания о трагическом герое индийского эпоса. М., CK. 2009. 248 стр.
  • Невелева С. Л. Мифология древнеиндийского эпоса (Пантеон). (Серия "Исследования по фольклору и мифологии Востока). М., Наука (ГРВЛ). 1975. 120 стр. 5000 экз.
  • Невелева С. Л. Вопросы поэтики древнеиндийского эпоса: Эпитет и сравнение. Серия "Исследования по фольклору и мифологии Востока). М., Наука (ГРВЛ). 1979. 136 стр. 2150 экз.
  • Невелева С. Л. Махабхарата. Изучение древнеиндийского эпоса. М., Наука (ГРВЛ). 1991. 232 стр. 2500 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]