Веда цивилизацияһы
Веда цивилизацияһы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Веды[d] |
---|---|
Дәүләт | Һиндостан |
Башланыу датаһы | Б. э. т. XV быуат |
Тамамланыу датаһы | Б. э. т. V быуат |
Эра | железный век Индии[d] һәм Bronze Age India[d] |
Веда цивилизацияһы Викимилектә |
Веда цивилизацияһы — Һиндостан тарихы тураһында иң тәүге сығанаҡ тип һаналған Ведалар менән ассоциялаштырылған һинд-арий мәҙәниәте. Күпселек ғалимдар веда цивилизацияһын б. э. т. II меңйыллыҡтан б. э. т. I меңйыллыҡҡа ҡайтарf. Ә ҡайһы бер һинд ғалимдары веда цивилизацияһының башын б. э. т. VII меңйыллыҡҡа ҡарата. Веда теле б. э. т. V быуатҡа саҡлы, мәҙәниәт индуизмдың классик формаларына эйә була башлағансы, ҡулланылған.
Дөйөм күҙәтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Веда осоро Һиндостан тарихын реконструкциялаe4f? текст һәм археологик тарихи дәлилдәрҙе сағыштырыуға нигеҙләнә. Лингвистик веда текстарыy биш хронологик осор буйынса айырырға мөмкин:
- Ригведа теле. Ригведа — бик боронғо веда китабы — телендә лә, йөкмәткеһендә лә, аҙаҡҡыраҡ һинд ведаларында булмаған барыһынан
да күберәк һинд-иран элементтарын үҙ эсенә алған. Был текстарҙы төҙөү бер нисә йөҙйыллыҡҡа һуҙылыуы мөмкин булған, һуңғыраҡ китаптарҙы (1-се һәм 10-сы) индермәгәндә, улар б. э. т. 1500 йылда тамамланыуы мөмкин. Археологик яҡтан был осор Гандхара мәмерйә мәҙәниәте дәүеренә һәм уның артынса килгән Һинд йылғаһы цивилизацияһына, H ҡәберлеге мәҙәниәтенә, Пенджаб мәҙәниәтенә һәм Охра (ҡыҙғылт һары) биҙәкле керамика мәҙәниәтенә (ОРК), артабан көнсығышҡа ҡаратылыуы мөмкин.
- Мантра-доға теле. Ҡыҙыл һәм ҡара керамика мәҙәниәте.
- Самхит прозаик текстары теле. Һоро биҙәкле керамика мәҙәниәте.
- Брахман прозаик текстары теле.
- Сутрҙар теле.
Һинд-арийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һинд-европалыларҙың тәүватаны (прародина) ҡайҙа ғына урынлашмаһын — Азияламы (Пикта, Ген, И. Шмидт һ. б.), йәки Көнсығыш Европаламы (Бенфей, Шрадер, Сэйс Гирт һ. б.), боронғо һинд-ирандар һинд-европа берлегенән башҡа бөтә халыҡтарҙан (хеттарҙы, тоһарҙарҙы һәм, моғайын, гректар, фригийлылар һәм әрмәндәрҙе индермәгәндә) иртәрәк айырымланғандыр. Европалылар киткәндән һуң («Һиндостандан китеү теорияһына» ярашлы), һинд-ирандар Азиялағы дөйөм йортта ҡалғандармы, йәки, киреһенсә, Европанан күсеп киткәнме («яулап алыныу» гипотезаһына ярашлы), һәм был ысын һинд тарихы өсөн тулыһынса асылмаған һәм икенсел мәсьәлә, тағы ла шуны билдәләр кәрәк: айырыу һинд-арийҙар боронғо ирандар менән ҡаҡшамаҫ берлектә йәшәгән дәүергә ҡарай, һәм улар менән бер бөтөн һинд-иран, йәки «арий» халҡын барлыҡҡа килтерә. Һиндостан тарихы буйынса элекке фәнни әҙәбиәттә ул тағы ла «һинд-европа» мәғәнәһендә ҡулланыла.)
Һинд-европалыларҙан айырылғандан һуң, һинд-ирандар йәки «арийҙар» (тарихи арийҙар), һис шикһеҙ, Иранда тағы ла оҙаҡ бергә йәшәгән. Бында улар дөйөм һинд-иран мәҙәниәтен булдырған. Һинд-арийҙарҙың ирандар менән айырыуса яҡын ҡәрҙәшлеге санскриттың башҡа айырым һинд-европа телдәренә ҡарағанда, зенд һәм боронғо фарсы теле менән ҙур оҡшашлығы менән генә түгел, шулай уҡ дөйөм дини һәм ғөмүмән мәҙәни ҡараштарҙың күплеге менән иҫбатлана. Ригведа һәм Авеста ошондай тап килеүҙәрҙең тотош сағылышы булып тора.
Ригведаның иң юғары аллаларының береһенә — Варунаға, — алты яҡты Адитья менән уратып алынған һыу аллаһына авестаның шулай уҡ алты яҡты Амшаспанд менән уратып алынған Аһурамаздаһы (Ормазд) тап килә. Веда Аллаһы Митраға авеста Митраһы (Mithra) тура килә. Веданың беренсе кешеһе Яма, Вивасвандың улы Авестала Има, Виванхваоның улы, һынланышында килә. Ригведала ла, Авестала ла бер үк төрлө изге эсемлек (сома, хаома) культы, шулай уҡ утҡа табыныу һәм һыйыр культы бар. Ведалар һәм Авесталар оҡшашлығы веда гимндарындағы һәм Авеста Гаталарындағы метрҙарға һәм айырым шиғырҙарының ижектәр һанына ла йәйелә. Һис шикһеҙ, һинд-иран берҙәмлеге дәүерендә дини культ шул тиклем ентекле эшләнгән, һинд-арийҙарҙа һәм ирандарҙа ҡайһы бер формаль үҙенсәлектәре ул осорҙа уҡ булдырылған үҙенә башҡа дини шиғриәт булған, һәм бүленгәндән һуң да ул һаҡланып ҡалған.
Һинд-арий берлеге булыуын күрһәткән тарихты хаким иткән синыфтарының дине ведаға яҡын торған Митанни (б. э. т. XVII—XIII бб.) батшалығы материалдарында табырға мөмкин. Был мәғлүмәттәр нигеҙендә ведаға яҡын торған, бәлки, унан да боронғораҡ митанни арий теле өлөшләтә тергеҙелде[1].
Һинд-арийҙарҙың барлыҡҡа килеүе һәм Ригведаның башланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиндостанда һинд-европалылар барлыҡҡа килеү ваҡытын аныҡ билдәләрлек түгел. Һәр хәлдә лә, иң боронғо һинд-европа әҙәби ҡомартҡы — Ригведаны, — ғәҙәттә б. э. т. 2000—1500 йыдарға ҡараталар. Ул ваҡытта һинд-арийҙарҺиндостандың төньяҡ-көнбайышында — Пенджабта йәшәгән — Ригведала Пенджаб йылғаларының исеме генә осрай, ә Ганг тик бер гимнда (иң һуңғы, Х китапта ғына) телгә алына. Виндхья тауҙары һәм Нармада йылғаһы Ригведала бөтөнләй телгә алынмай. Ригведа йөкмәткеһендә тасуирланған флора һәм фауна, климат шарттары һ. б. шулай уҡ Пенджаб тәбиғәтенә тап килә. Был дәүерҙә Һиндостанда йәшәгән арий булмаған автохтон халыҡҡа — анарьяға (тупаҫ, намыҫһыҙ) йәки дасьяға (юлбаҫарҙар, дошман, иблис) — ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә һинд-арийҙар үҙҙәрен «арийҙар» (санскр. arya, авеста. airya «юғары намыҫлы», «арыуҙар») тип атаған. Урындағы халыҡты «ҡара», «ҡара тәнле», «танауһыҙ» (аборигендарҙың яҫы танаулы булыуына ишаралап), «намыҫһыҙҙар», «кафырҙар» һ. б. тигән эпитеттар менән атағандар. Һинд-арийҙар, Индра ярҙамында еңеп, уларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара. Ике этник төркөмдөң көрәше бик оҙаҡ дауам итә, һәм Һиндостандың буддизм осорона тиклем тиерлек артабанғы бөтә тарихы Һиндостан ярымутрауын яйлап килмешәк-арийҙар яулауы һәм арий булмаған ерле халыҡты ҡыҫырыҡлауҙан ғибәрәт.
Әммә хәҙерге ваҡытта башҡа ҡараш та бар. Көнбайыштағы ҡайһы бер хәҙерге заман ғалимдары фекеренсә, дравидтар менән бер рәттән һинд-арийҙар Һиндостандың ерле тип иҫәпләй, һәм, йәнәһе, арийҙарҙың арийҙарға тиклем йәшәгән халыҡты ҡорал ярҙамында баҫып алыуына: археология дәлилдәре лә, Ведаларҙала иҫбатлауҙар юҡ. Мәҫәлән, антропология профессоры Грегор Поссель раҫланған: «Беҙҙең көндәрҙә ҡасандыр ниндәйҙер арий расаһы йәшәгән, тип иҫәпләргә бер сәбәп тә юҡ»[2] тип раҫлай. Британ археологы, профессор Колин Ренфрю, иҫкергән ҡараштарҙы кире ҡағып, былай тип яҙа: ""Ригведа"ла ете йылға тиҫтәгә яҡын телгә алынһа ла, беҙ уларҙың береһендә лә баҫып инеү һымаҡ ишара күрмәйбеҙ… Бер нимә лә унда арийҙар төп халыҡ түгел тигәнгә күрһәтмәй"[3].
Арийҙарға тиклемге халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һинд йылғаһы үҙәнендә 3300-1300 йылдарҙа, ихтимал, шумерҙар Мелухха тип атаған бронза быуаттың Харапп мәҙәниәте сәскә атҡан[4][5]. Был мәҙәниәтте булдырыусылар этник дравидтар, тип фараз ителә[6].
Арийҙарға тиклем йәшәгән автохтон вариҫтары әлегә тиклем Һиндостандың көньяғында һәм Цейлондың бер өлөшөндә йәшәй. Былар — бөтөнләй үҙаллы тел ғаиләһендә һөйләшеүсе дравидтар һәм Үҙәк Һиндостанда, Виндхья тауҙарынан көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа бәләкәй генә утрау булып йәшәгән австроазиат телендә һөйләшкән мунда ҡәбиләләре була.
Бынан тыш, Һиндостандың төньяғында — Гималай битләүҙәре буйында— (хәҙер) тибет-бирман тел ғаиләһенә ҡараған күп һанлы гималай ҡәбиләләре йәшәй.
Ҡайһы бер арий булмаған ҡәбиләләр тирә-яҡ ҡәбиләләр тарафынан йотолған. Мәҫәлән, бхиль һәм бхар ҡәбиләләре яңы һинд телен һиндиныҡабул итте. Тераилағы куч ҡәбиләһе (тибет-бирма сығышлы) бенгали телен ҡабул итә һ. б. Бындай лингвистик ассимиляция процесы, әлбиттә, элегерәк тә булған, әҙ-әҙләп Һиндостан төп телдәренең беренсел үҙенсәлектәрен (дөрөҫөрәге, был осраҡта, боронғораҡ) юйған. Күрәһең, уларҙың мәҙәни үҫеш дәрәжәһе төрлө була. Улар, иң тупаҫ булһа ла, яҙма ҡалдырмаған уларҙы баш ҡала ла. Уларҙан ҡалған берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы тупаҫ таш түңәрәкәр һәм, Европаның тәүге кешеләре һымаҡ, текә таш һәм плиталар аҫтына мәрхүмдәрҙе ерләгәндәр. Ҡәберлектәрҙә түңәрәктәр, йоҡа һәм ҡаты балсыҡтан эшләнгән күркәм көршәктәр, металл һуғыш ҡоралдары, баҡыр һәм алтын биҙәүестәр табылған.
Боронғораҡ археологик табылдыҡтар: металл менән таныш булмағандар, оҫта итеп эшләнгән шымартылған ҡырсынташ балталар һәм башҡа таш ҡоралдар, мәҙәниәт кимәленең түбән булыуы тураһында һөйләй. Ниһайәт, Нербудда үҙәнендә тағы ла тупаҫыраҡ мәҙәниәт эҙҙәре: агат бысаҡтар һәм тупаҫ саҡматаш ҡоралдар табылған. Ведаларҙа «ҡара» аборигендар яңы ғына күсмә йәки көтөүсе көнкүреше баҫҡысына күскән тип танытыла. Уларҙа — «ҡараларҙа» — бай мөгөҙлө мал көтөүҙәре, һинд-арийҙарҙан һаҡлана торған нығытылған урындары ла бар. Хәҙерге Һиндостандың арий булмаған ҡәбиләләре төрлө мәҙәниәт — дөйөм алғанда, примитив баҫҡысында тора: берәүҙәре Орисстағы (джуанг йәки патуа кеүектәре (мундаларҙан) йәки Үҙәк провинцияларҙағы марья (дравид-гондтар) үҫештең бик түбән баҫҡысында, башҡалары (Түбәнге Бенгалиялағы санталдар (мунда) һәм Орисстағы кондалар (дравидтар) — күпкә юғарыраҡ үҫештә.
Һинд-арийҙарҙың социаль структураһы, мәҙәниәте һәм ғөрөф-ғәҙәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Веда осоро һинд-арийҙарына металдарҙан: алтын, бронза (көмөш — икеле, әммә — ихтимал, күршеләре менән алыш-биреш булған өсөн), баҡыр билдәле булған.
Һинд-арийҙар шул осорҙа уҡ игенселек менән шөғөлләәәнгән халыҡ булған, ерҙе үгеҙҙәргә егелгән һабан менән эшкәрткән. Бураҙна (Сита) аллалаштырылған хатта. Моғайын, арпа (йава) эшкәртелгәндер. Дөгө әле билдәле булмаған (уның тыуған иле — Һиндостандың көньяҡ-көнсығышы).
Малсылыҡ тағы ла ҙур роль уйнаған. Һыйыр табыныу предметы була. Гимндарҙа даими рәүештә һыйыр көтөүен биреүҙе теләгән доғалар. Аллалар һәм батырҙар үгеҙ менән, таң һәм ямғыр болоттары — һыйыр менән сағыштырыла. (Ямғыр болоттары, атап әйткәндә, һауын һыйырҙар менән сағыштырыла). Башҡа йорт хайуандарынан һарыҡ, кәзә, йылҡы, ишәк, эт телгә алына
Һөнәрҙәрҙән: балта эштәре, арба, тимерсе, көршәксе, дуплау, туҡыу, тегеү һәм бәйләәү билдәле. Ҡайһы берҙә (пур) менән нығытылған ауылдарҙа (грама) әйәшәгәндәр.
Халыҡ менән батша йәки юлбашсы (санскр. râjan, лат. rêx) етәкселек иткән. Йыш ҡына уның исеме мираҫҡа ҡалған, ә ҡайһы берҙә һайлап та ҡуйылған. Батша власы халыҡ йыйылышы ярҙамында сикләнгән. Халыҡ уға ирекле яһаҡ түләгән, һуғыш осоронда батша хәрби командующий булған. Уны буйһоноусы халыҡтан ғына түгел, ә ғаилә ағзаларынан торған дружина (ибха) оҙатып йөрөгән. Ҡәбилә башында старшина (вишпати), ә ырыу йәки община башында — староста (грамани) торған. Батша власы янында юғары ҡанбабалар (пурохита), уларҙың саны ла ваҡыт үтеү менән шулай уҡ мираҫҡа ҡалдырыла башлай. Һинд-арий хоҡуғы яңы ғына эшләнә башлаған була. Судья, закон, енәйәт, йолом (йолом үҙе, шулай уҡ, община һәм зыян күреүсе файҙаһына штраф) кеүек хоҡуҡи төшөнсәләр осрай.
Ҡанбабалар (брахман) һәм яугирҙар (кшатрийа) булған, ләкин үҙҙәренә генә йомолған ҡатлам кеүек йәшәмәгән. Һуңғараҡ классик һинд юғары Варналары яулап алыусы-арийҙарҙан килеп сыҡҡан, буйһондоролған ерле халыҡ түбәнге варналарға кеше ресурстарын биргән. Веда һинд-арийҙарға хас һыҙаттар булып һуғышсанлыҡ тора. Ҡара дасья менән генә һуғышырға түгел, ҡайһы берҙә бер-береһе менән дә һуғышҡандар.
Һуғыш тәгәрмәсле арбаларҙа (ратха) барған, — Илиада осорондағы гректарҙағы кеүек, һыбайлылар бөтөнләй булмай. Арбала: яугир үҙе (астхатар) һәм дилбегә һәм ҡамсы тотҡан арба йөрөтөүсеһе (саратхи). Йәйәүле яугирҙар ҡул һуғышында ла ҡатнашҡан. Ҡорал яурындарҙы һәм кәүҙәнең өҫкө өлөшөн ҡаплаған панцирҙан (варман), торҡанан, йәйәнән (дханус) (уҡ атыусылар ҡулында, йәйә бауын тартҡанда ҡулды һуғыуҙан һаҡлау маҡсатында, махсус ҡайыш (хастагхна) була). Һөйәктән һәм бронзанан эшләнгән уҡ башаҡтарын ағыулағандар. Шулай уҡ, һөңгө, дротик йәғни ҡыҫҡа һаплы һөңгө, бысаҡ, хәрби айбалта һ. б. менән ҡоралланғадар. Һаҡалдары ҡырылған (ҡырыныу бәкеһе — бритва — телгә алына).
Ригведала билдәле алыштар тасуирлана. Бигерәк тә Тритсу батшаһы Судастың Бһаратаны һәм уның 10 союздашын тар-мар итеүенә бағышланған «Ун батша алышы» йыш телгә алына.
Кейемдәре йөн күлдәктән (васас йәки вастра) һәм плащ йәки еңһеҙ өҫ кейемнән (адхивас, драпи-накидка) торған. Ҡатын-ҡыҙҙар алъябыу кейгән.
Ризыҡтары: һөт һәм һөт аҙыҡтары, ҡыҙҙырылан йә ике таш ярҙамында тарттырылып, икмәккә оҡшаған ашамлыҡ әҙерләүҙә ҡулланылған иген бөртөктәре. Төрлө емеш-еләк менән ризыҡланғандар. Ҡыҙҙырылған һәм бешерелгән (сей көйө түгел) итте һирәк ашағандар. Балыҡ ризыҡ сифатында бөтөнләй иҫкә алынмай. Һөттән һәм психиканы әүҙемләштереү мөмкинлегенә эйә үҫемлектәр һутынан әҙерләнгән сома һәм сура тигән эсемлектәр ҡулланғандар.
Яҙма булмаған, — Ведаларҙа яҙма һәм яҙыу-һыҙыу материалдары тураһында бер ни ҙә яҙылмаған. Гимндар телдән башҡарылған һәм бер быуындан икенсеһенә телдән тапшырылған. Уларҙан билдәле булыуынса, лирик шиғриәт юғары үҫешкән булған һәм бик күп яңғырауыҡлы һәм күркәм размерҙар (һигеҙ ижекле гаятри һәм ануштубх һәм ун бер ижекле триштубх) булдырылған. Дидактик һәм эпик поэзия яралғылары һиҙелеп тора, — алда иҫкә алынған 10 батша алышын тасуирлау бының өлгөһө булып тора.
Музыкаға һөйөү ҙур булған. Музыка ҡоралдарынан лютняны хәтерләткән йәки башҡа ҡыллы инструменттар (вина), флейталар (вана, вани, тунава), цимбалдар йәки кастаньеталар (каркари) ҡулланылған. Аллаларға доғалар музыка менән оҙатылған. Һуғыш мәлендә барабан (дундубхалар) ҡаҡҡандар һәм тынлы инструменттарҙа уйнағандар (ҡыуыҡлы һорнай - моғайын, волынканың бер төрө — бакура ҡулланылған).
Веда һинд-арийҙарында һис шикһеҙ бер ҡатын алыу өҫтөнлөклө булған. Күп ҡатынлыҡ һирәк (бары тик батшаларҙа һәм юғары ҡатлам вәкилдәрендә генә осраған) һәм һуңғараҡ ҡына артҡан. Ғаилә башында грихапати (йорт хакимы - владыка, ғаилә башлығы) — атай, патриарх торған. Кәләште кейәүҙең ҡайныһына бай бүләктәр биреп (?) һатып алғандар. Никах аллалар булдырған институт тип һаналған. Ҡатын хужабикә булып тора — грихапатни (йорт хакимәһе, матриарх). Ағаһы һәм һеңлеһе араһында никах енәйәти тип һаналған. Ата мираҫы һәм атай хоҡуғы өлкән улға күсә. Таянысы булмаған ҡыҙҙы көсләү һәм ир йә ҡатындың хыянаты ауыр енәйәт тип иҫәпләнгән. Тол ҡатындарҙы яндырыу телгә алынмай. Күрәһең, ҡайһы бер ҡәбиләләрҙә тол ҡатындарҙы яндырыу йолаһы классик индуизм формалашҡанда һәм Һиндостандың арийҙарға тиклемге халыҡтарҙың йоладары баҫымы аҫтында барлыҡҡа килгән булғандыр.
Теге донъя кешегә Яма батшалығында күләгәле ағас төбөндә аллалар һәм ата-бабалар менән бергә эсеп ултырылған мәжлес һымаҡ күҙ алдына килтерелгән. Унда бер ҙә һүнмәй торған ут яна, мәңгелек һыуҙар аға, бөтә теләктәр ҙә үтәлә, шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек, уйын-көлкө һәм хозурлыҡ, ләззәт кенә йәшәй. Ата-бабалар рухы (питарҙар) айырым хөрмәткә эйә — аллалар менән йәнәш тиерлек, — уларҙы ҡорбан ҡылырға саҡырғандар һәм айырым бер эсемлек, свадха тәҡдим иткәндәр. Аллаларға ҡорбанды «Сваха!», ә ата-бабалар рухына — «Свадха!» тип ҡысҡырып, ҡорбан атҡарғандар.
Дин һәм аллалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ригведа осоронда индустарҙың дине сағыу политеизм менән ҡылыҡһырлана. Монотеизм яралғылары хатта күпмелер үҫешкән осорҙа ла сағылып китә һәм, өлгөргәс, иң һуңғы дәүерҙәрҙә юҡҡа сыға.
Ригведала иң юғары һәм иң саф Дева (алла) булып Варуна (вар тамыры — кейендерергә, солғап алырға). Был, моғайын, Дьяус аллаһының эпитеттарының береһелер. Варуна барса тормош һәм яҡтылыҡ батшаһы, иң алда барыусы атай һәм бөтә йәшәйеште булдырыусы, бар итеүсе.
Уның эргәһендә алты ағай-энеһе — яҡты Адитьялар, — йәғни унан бер ни тиклем кәмерәк әһәмиәткә эйә булған Адити (сикһеҙлек) улдары. Улар араһында иң атаҡлыһы, һәр ваҡыт Варуна менән бергә саҡырылыусы һәм маҡталыусы Митра (беренсел, моғайын, ҡояш аллаһы) (хатта икеле һанлы ныҡ ҡатмарлы Митраварунау тигән һүҙ ҙә бар). Икенсеһе — Бхага (Авестала Багха, славянса Бог). Ҡалғандары аҙыраҡ әһәмиәтле Адитьялар: Арьяман, Дакша һәм Анша. Дөйөм алғанда, Адитьялар Варунаның үҙенең яҡты нигеҙен ҡабатлаусы һәм үҫтереүселәр: Митра = дуҫ, Бхага = яғымлы, Дакша = йылғыр, аҡыллы (ср. грек. δεξιός, иск.-слав. деснъ «ғәҙел»), Анша = биреүсе. Митра индустар өсөн, власты яуларға маташҡаны өсөн, һуңыраҡ «ләғнәтләнгән бхаг» булып китә. Варунанан һуң, һуңғараҡ барлыҡҡа килгән сығанаҡтар күрһәтеүенсә, Индра-Громовик идара иткән. Варунаға буйһонған бөтә башҡа аллалар өс төркөмгә (Трилока) бүленеүе мөмкин:
- күренгән күк яҡтылыҡ күренештәре аллалары (ҡояш, таң һ. б.);
- һауа арауығы аллалары, елдәр һ. б.
- ерҙәге аллалар.
Беренсе төркөмгә беренсе булып иртәнге күктә, таң атҡанда ҡалҡыусы һәм үҙ артынан көн яҡтылығын килтереүсе Ашвиндар («атлылар», һыбайлылар) ҡарай. Ашвиндар — аттарға егелгән, бөркөттәр һәм ыласындар оҙата барған алтын тәгәрмәс-арбаларҙа барыусы игеҙәктәр. Был — аҡыл һәм мөғжизәле һауыҡтырыу көсө бүләк ителгән, һуҡырҙарҙы һәм көсһөҙләнгәндәрҙе дауалаусы, ҡарттарҙы йәш сағына ҡайтарыусы шифа тыуҙырыусы аллалар. Үҙҙәренә оҡшаған Диоскурҙар һымаҡ, улар диңгеҙҙә һәләк булырға тейешлеләрҙе ҡотҡара. Улар артынан иртәнге таң — Ушас тора. Ригведала шулай уҡ уның һеңлеһе, йондоҙҙар менән биҙәкләнгән, тынлыҡ бүләк итеүсе Төнгә дан йырлана. Бөтә яҡтылыҡ аллалары үҙәге булып төрлө исемдәр йөрөтөүсе Ҡояш: егет ҡыҙ артынан йөрөгән кеүек, таң артынан йөрөүсе Сурья, алдағыһынан йышыраҡ саҡыртылыусы, күк йөҙө буйлап алтын ҡулдарын (нурҙарын) йәйеүсе, бар тереклекте уятыусы һәм кис етһә, барыһын да тынысландырыусы (йәшәтеүсе, уятыусы) Савитар. Ҡыуғыс тотоп күк буйлап атлаусы һәм көтөүҙәргә үҫергә һәм уңыш ҡаҙанырға ярҙам итеүсе көтөүсе Пушан («туйындырыусы») бөтөнләй икенсе холҡҡа эйә. Адитьяларың береһе — Митра — шулай уҡ тәүҙә ҡояшлы алла булған. Ригведала тәүҙә беленмәгән, әммә һуңғараҡ беренсе планға сығыусы Вишну алланың да холҡо шундай.
Икенсе төркөмдә иң көслөһө — йыш ҡына Вируна менән бергә саҡырылып килтерелеүсе йәшен һәм ямғыр аллаһы Индра; эргәлә ел һәм дауыл аллалары: Ваю, йәки Вата, күп һанлы Маруталар һәм Шива (яҡшы) эпитеты менән билдәле уларҙың атаһы Рудра, һәм унан һуңғараҡ бөйөк алла Шива үҫеп сыға; ямғыр аллаһы — Парджанья Ригведала осрай, ләкин аҙаҡ тулыһынса онотола. Һауа арауығында тағы ла тәбиғи булмаған көслө, үҙ оҫталыҡтары өсөн илаһи сифатҡа эйә Рибху ла йәшәй.
Өсөнсө төркөмдә иң мөһим алла булып ут аллаһы — Агни (ср. лат. ignis, иск.-слав. огнь «огонь») һанала. Уны аллалар бүләге сифатында күктән грек Прометейына ярашлы Атхарван йәки Матаришван алған. Агни — яҡшыларҙы яҡлаусы, үҙенең уҡтары менән иблис Ракшастарҙы сәнсә; уның төп шөғөлө — кешеләр һәм аллалар илсеһе йә аралашсыһы булырға һәм ҡорбан бүләктәрен күк буйлап таратыу. Ҡорбан салыу асыҡ һауа аҫтында күренеп эшләнергә тейеш; уның өсөн ут ике киҫәк ағастан «һөртөлөп сыға». Бүләктәр, һуңынан утҡа түгелеүсе майҙан йәки сусҡа майынан торған. Агни ялҡын еккән арба-тәгәрмәстәге яугир һымаҡ һүрәтләнгән. Күктә ул ҡояш булып күренә, һауала — йәшен булып; ул шулай уҡ һыу улы (ямғыр болото йәшене), һәм уның эсенә инеп, эҙәрлекләүҙән ҡасып ҡотола (юғала, һыуҙа һүнә).
Ер өҫтөндә күп кенә иң түбән аллалар һәм алласыҡтар йәки ярымалласыҡтар йәшәй. Йылғалар, хатта һабан менән һөрөлгән бураҙна ла, илаһилаштырыла; өйҙә йорт даһийы Вастошпати («йорт эйәһе»), урманда — тәбиғәте менән рәхимле, уға теймәгән бер кемде лә рәнйетмәүсе, урман емештәре менән туҡланыусы һәм һуңынан ағас күләгәләрендә тәмле итеп ял итеүсе урман нимфаһы Араньяни (аранйа = урман). Аллалар рәтенә тағы ике кәүҙәләнеш тә, (бәлки, ҡанбабалар булдырған) яһалма һәм һинд диненең иң һуңғы үҫеше осорона күсеү хеҙмәтен үтәүсе аллалар: Сома алла = илаһилаштырылған изге эсемлек, һәм әлегә Ригведала булмаған, үҙе менән һуңараҡ килеп сыҡҡан Брахмаға оҡшатылған — берҙәм йыйылған алласыҡ булдырырға маташыу өлгөһө: Брихаспати йәки Брахманаспати («доға әйәһе»). Башҡа аллаларҙың һыҙаттары һәм ҡаһарманлыҡтары уға күсерелгән: ул барыһын да ҡосаҡлай (Варуна кеүек), ул (Индра кеүек) үҙ ваджраһы менән болот ҡаяһын ярҙы, (Агни кеүек) аллаларға ҡорбан килтерҙе һ. б. Был образда веда мифологияһының ҡайһы бер ғалимдар (Макс Мюллер) политеистик характерын бөтөнләй кире ҡаҡҡан үҙенсәлекле һыҙаты иҫкәртелә. Был бер аллалыҡҡа (генотеизмға) һәүәҫлек, һәм уны бер аллаға табыныу (монотеизм) менән бутарға ярамай.
Миграция һәм культ характерының үҙгәреүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. яҡынса 1200 йыда һинд-арийҙар яйлап-яйлап Пенджабтан арыраҡ көньяҡ-көнсығышҡа шыуа барған, Ганг һәм Джамнаның (Ямуна) үрге ағымында һәм Сарасвати һәм Дришадвати йылға буйҙарында ултырған.Яйлап көтөүсе көнкүреше ултыраҡ — игенселек һәм етештереү көнкүреше менән алмашына. Танылған династияларҙың ҙур ҡалалары һәм баш ҡалалары барлыҡҡа килә. Элекке ҙур булмаған айырым ҡәбиләләргә бүлгеләнгән халыҡ ҡеүәтле кенәздәр идаралығы аҫтындағы ҙур йәмғиәттәргә берләшә.
Аҙ-аҙлап классик индус касталарына әйләнеүсе айырымлана барған ҡатламдар барлыҡҡа килә. Һиндостандың арийҙарға тиклемге халҡы бөтөнләй һындырыла, — ул йә көньяҡҡ һәм көньяҡ-көнсығышҡа ҡыҫырыҡланған, йәки ҡолға әйләндерелеп, түбән касталар составына ингән. Ҡанбабаларҙың әһәмиәте һәм власы көсәйә бара. Ригведала бер ни ҙә әйтелмәгән аскетизм һәм дәрүишлек үҫешә. Йәндең күсеүе һымаҡ Веда тәғлимәте беҙгә билдәле классик индуист тәғлимәтенә әүерелә. (Веда доктринаһы буйынса кеше йәне фәҡәт кеше тәнендә генә яңынан ашырыла ала һәм йыш ҡына (ләкин гел түгел) шул уҡ варнала (йәғни, мәҫәлән, кшатрий есем донъяһында яңынан фәҡәт кшатрий булып тыуасаҡ). Индуизм кеше йәне юғары кастала ла, шулай уҡ түбән кастала ла, хатта хайуан тәнендә лә ашырылыуы мөмкин ти. Веда һәм индуист диндәрендә карма тураһындағы тәғлимәттәр ҙә айырыла.
Был осорҙоң (б. э. т. 1200—800 йй. тиклем) әҙәби һәйкәлдәре булып Яджурведаның прозаик өлөштәре һәм уға яҡын «брахмандар» һанала. Был осорҙа инде һинд-арийҙар башҡа илдәр менән сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштырған була. Финикия караптары батшалар Гирам һәм Соломонға (б. э. т. яҡынса 1000 йыл тирәһе) Офирҙан төрлө продукттар (моғайын, Түбәнге Һиндтағы Abhîra халҡы): фил һөйәге, һандал ағасы, маймылдар, тауис ҡоштар алып ҡайтҡан. Был осор динендә яңы һыҙаттар билдәләнә: элегерәк Ригведала Асурҙар яҡты Варуна эпитеты булған булһа, Асурҙар был юлы уҫал иблистәр сифатында күренә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Янковская Н. Б. Ашшур, Митанни, Аррапхэ./История Древнего мира. Ранняя Древность.- М.:Знание, 1983 — с.174-197
- ↑ (инг.) Gregory L. Possehl, Indus Age: The Beginnings, p. 6, University of Pennsylvania Press, 1999
- ↑ (инг.) Colin Renfrew, Archaeology and Language: The Puzzle of Indo-European Origins, p. 182, Pimlico, London, 1998
- ↑ История Востока / Пред. гл. редкол. Р. Б. Рыбаков, отв. ред. В. А. Якобсон. — М.: Восточная литература РАН, 2002. — Т. 1. Восток в древности. — С. 392. — 688 с. — ISBN 5-02-017936-1.
- ↑ Е. В. Антонова, А. А. Вигасин, К. В. Васильев и др. История древнего Востока: От ранних государственных образований до древних империй. — М.: Восточная литература РАН, 2004. — С. 86. — 895 с. — ISBN 5-02-018388-1.
- ↑ Индуизм. Джайнизм. Сикхизм: словарь. / Под общ. ред. Альбедиль М. Ф. и Дубянского А. М. — М.: Республика, 1996. — ISBN 5-250-02557-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Индия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Встаёт забытый мир// Знание — сила. 1978. № 4.
- Индоарии и цивилизация в долине Ганга