Митанни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Митанни
Герб
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 1650
Рәсми тел хурритский язык[d]
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Тель-Фехериә
Ҡулланылған тел хурритский язык[d] һәм аккад теле[d]
Эра Древний Ближний Восток[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата б. э. т. 1260
Урынлашыу картаһы
Карта
 Митанни Викимилектә

Митанни (ассирий текстарында — Ханигальбат,   мысыр һәм семит текстарында — Нахарин(а)) — Төньяҡ Месопотамия һәм уның тирәһендәге территорияларҙы биләгән боронғо дәүләт   (беҙҙең эраға тиклем XVII—XIII быуаттар). Митанни халҡы  хурриттар менән семиттарҙан тора,  хуррит һәм аккад телдәре рәсми телдәр була.

Митанниҙың баш ҡалаһы  Вашшуканни (Хошкани)  Хабур йылғаһы башында урынлашҡан була. Был ҡала хәҙерге Сүриәнең Серекани ҡалаһы урынында торғандыр, тип фараз ителә.

Митанни беҙҙең эраға тиклем XVI  быуатта Бабил хеттар менән хуриттар тарафынан ҡыйратылғандан һуң, көслө дәүләттәр ҡеүәтен юғалтҡан осорҙа тарих майҙанына сыға. 

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Митанниҙарҙың хуррит телендә һөйләшкәнлеге уларҙың хеттар менән төҙөгән килешеүҙәре текстарынан, Мысыр фирғәүендәренә яҙған хаттарынан күренә.  Әммә Митанни телендә һинд-европа субстраты шәйләнә, уны митанни арий  теле тип йөрөтәләр. Хеттар менән килешеүҙәр текстарында   Митра, Варуна, Индра илаһтарының исемдәрен телгә алыуҙары һәм ошо аллалар менән ант итеүҙәре митанниҙарҙың һинд-европа төркөмөнә хас мифтар һәм инаныуҙарҙы ҡабул иткәнлеген раҫлай.

Митанни батшалары һинд-иран исемдәре  йөрөтә, әммә хуррит телендә икенсе исемдәре лә була. Улар башҡа илаһтар менән бер рәттән, һинд-иран аллаларына ла табына. Австрия лингвисы  М. Майрхофер  һәм инглиз тикшеренеүсеһе П. Мури[1][2][3]  митанниҙарҙың һинд арийҙары булғанлығын иҫбатлай. Хронология буйынса был һинд арийҙары  ведаға тиклемге һәм  һинд арийҙарына тиклемге арийҙарға тап килә[4].   Иң боронғо митанниҙар Төньяҡ-Көнбайыш Иранда  Урмия күле тирәһендә төпләөнгән булғандыр. Был өлкәне беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында йәшәгән  грек тарихсылары һәм географтары   Матиана йәки Матиена тип атаған. Тикшеренеүҙәр шуны раҫлай: 1) «митанни  арий теле» — һинд тармағындағы бик боронғо тел, әммә башҡа һинд диалекттарында һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ҡайһы бер һыҙаттарға эйә; 2) «митанни арий теле» — буласаҡ иран ҡәбиләләренең теле, әммә иран тармағын һинд тармағынан айырып торған фонетик үҙенсәлектәр барлыҡҡа килгәнгә тиклемге осорға ҡарай, ләкин һуңғыраҡ осор иранға хас булмаған һыҙаттарға ла эйә; 3) «митанни арий теле» иран менән һинд тармаҡтары араһындағы тармаҡҡа, атап әйткәндә,  дард-кафир тармағына ҡарай.  Был тармаҡ әле Төньяҡ-Көнсығыш Афғанстанда, Пакистанда һәм Кашмирҙа ғына һаҡланған,  белгестәр уны ваҡыты буйынса беренсе булып һинд-иран берләшмәһенән айырылған һәм иран-һинд төбәгенә таралған тип иҫәпләй.  Шунлыҡтан был тармаҡ диалекттары, беҙҙең эраға тиклем II  мең йыллыҡ аҙағында төп иран телле ҡәбиләләр тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылғанға тиклем,  Иранда киң таралған булған тип ҡарала[5].

Митанни тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Митанни ғәскәре бик юғары йылҡысылыҡ һәм яу арбаһы техникаһына эйә була һәм был уларға Месопотамияның ваҡ ҡәбиләләрен берләштереп,  Загрос һәм Аманос тау һыҙаттары араһындағы бөтә ҡала-дәүләттәрҙе буйһондороу мөмкинлеген бирә.

Үрге Месопотамияла хурриттарҙың сәйәси өҫтөнлөгө беҙҙең эраға тиклем  XVII быуатҡа ҡарай. Был быуаттың аҙағында хет батшаһы  Хаттусили I осоронда Ханигальбат хурриттары  Кесе Азияның төпкөлөнә үк үтеп инә, батша үҙе был ваҡытта  ярымутрауҙың көнбайышында  була. Хурриттарҙың һөжүме   хет хакимы тарафынан еңел генә кире ҡағыла.

Хаттусили I-нең ейәне һәм вариҫы Мурсили I  беҙҙең эраға тиклем 1595 йылда Бабилға һөжүм ойоштора. Ул Хаммурапи нигеҙләгән дәүләтте ҡыйрата (артабан уны  касситтар яулап ала).  Мурсилиҙан һуң Хет батшалығында оҙайлы эске һуғыштар башлана, был  Митанниҙың үҫеүенә һәм нығыныуына килтерә.

«Маитани»ҙың исеме билдәле булған беренсе батшаһы  — Шуттарна I, Киртаның улы,  беҙҙең эраға тиклем XVI быуат аҙағына ҡараған һәм Алалахта табылған мисәтенең баҫмаһы буйынса билдәле.  Унан һуң идара иткән Парраттарна Алалах батшаһы Идримиҙың ҙур яҙмаһынан билдәле; Идрими дошмандарынан  Евфраттағы Эмарға ҡасырға мәжбүр була — моғайын, был Митанни биләмәһе булғандыр — һуңынан  Параттарна ярҙамы менән Алалах тәхетен кире ҡайтарып ала. Ошо ваҡыттан  Сүриәгә Митанни йоғонтоһо көсәйә башлай.

Саусаттар, йәки  Саусададаттар Митанниҙың иң ҡеүәтле батшаһы була. Уға үҙ аллы Алалах менән Аррапха ла буйһона. Йәнә ул Ашшур өҫтөнән хакимлыҡ урынлаштыра.  Кесе Азия ярымутрауының көнсығышындағы күп ҡалалар  Митанни ҡулында була.  

Мысырҙың XVIII династияға ҡараған фирғәүендәре беҙҙең эраға тиклем XVI һәм артабанғы быуаттарҙа Фәләстингә һәм Сүриәгә яу сапҡындары менән барғанда һинд-иран исемдәре йөрөткән урындағы хакимдар менән бәрелешә, күрәһең, улар митанни династияһы менән  туған булғандыр.   

Фирғәүен  Тутмос  I (беҙҙең эраға тиклем XVI быуат аҙағы) тәүге булып  Евфратҡа сыға.

Мысырҙар бөтә ерҙән  Митанни хакимлығын ҡыҫырыҡлай башлай. Фирғәүен Тутмос III илгә идара итеүенең 33-сө йылында  Митанни батшалығын баҫып ала, хакимын Евфрат аръяғына ҡасырға мәжбүр итә.

Митанни менән алышта әле бер яҡ, әле икенсе яҡ уңышҡа өлгәшә,  Миттаниҙа — Артадама I, Мысырҙа  Тутмос  IV  батшалыҡ иткән ваҡытҡа тиклем ваҡиғалар шулай бара (беҙҙең эраға тиклем XV быуат аҙағы), бынан һуң Артадама ҡыҙын фирғәүен һәрәменә бирә һәм солох урынлаша. Был аҙымға Артадама ҡеүәтләнгән Хет батшалығы яғынан хәүеф  янағанға күрә бара. Хеттарҙың батшаһы Хаттусилис III Сүриәне яулай бара. Артабан хеттар менән митанниҙар араһында һуғыштар тоҡана, ә Митанниҙа  династиялар араһында ыҙғыштар көсәйә. Шуға ҡарамаҫтан Тушратта батша, Мысыр менән дуҫлыҡҡа арҡаланып, хеттар менән уңышлы ғына алыштар алып бара, Үрге  Месопотамияла оҙаҡ ваҡыт батшалыҡ итә (Мысыр тәхетенә   Аменхотеп IV ултырғанға тиклем).

Тушратта вафат булғас, Митанни тәхете хеттар булышлығы менән ҡарт Артадама II-гә күсә,  ғәмәлдә илгә уның улы Шуттарна III идара итә. Әммә был оҙаҡҡа бармай, көнбайышта хеттар өҫтөнлөк ала, көнбайышта   Ассирия күтәрелә. Митанни сәйәси әһәмиәтен юғалта һәм беҙҙең эраға тиклем 1250 йылда  Ассирия тарафынан тар-мар ителә.


Митанни батшалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кирта (яҡынса 1520)
  • Шуттарна I,  Киртаның улы
  • Парраттарна (П/Барат(т)ама),  Киртаның улы (яҡынса 1500—1470)
  • Парша(та)тар   (яҡынса 1470—1450)
  • Сауштатар,  Парша(та)тар улы (яҡынса 1450—1410)
  • Артадама I (яҡынса 1410—1400)
  • Шуттарна II (яҡынса 1400—1375)
  • Арташшумара,   Шуттарна II-нең улы (яҡынса 1375—1370)
  • Тушратта (яҡынса 1370—1350)
  • Артадама II
  • Шуттарна III
  • Шаттиваза (Маттиваза/Куртиваза, Кили-Тешшуб),  Тушраттаның  улы (яҡынса  1350—1320)
  • Шаттуара I (яҡынса  1320—1300),   Адад-нирари I-гә бойондороҡло була
  • Васашатта,   Шаттуараның улы (яҡынса 1300—1280)
  • Шаттуара II  (яҡынса 1280—1267),  Ассирия батшаһы Салманасар  I-нән еңелә)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Mayrhofer M. Die Arier im Vorderen Orient — ein Mythos?, Wien, 1974.
  2. Moory P. Pictorial evodence for the History of Horsebreeding in Iraq before the Kassite period, - Iraq, 1970, p. 32.
  3. Кузьмина Е. Е. Откуда пришли индоарии? Материальная культура племён андроновской общности и происхождения индоиранцев. М., 1994, с. 190.
  4. Клейн Л. С. Древние миграции и происхождение индоевропейских народов. 2007. Стр. 39.
  5. Янковская Н. Б. Лекция 8. Ашшур, Митанни, Аррапхэ // История древнего мира / Под редакцией И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — Изд. 3-е, испр. и доп. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1989. — Т. 1. Ранняя древность. — 470 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016782-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аветисян Г. М. Государство Митанни: Военно-политическая история в XVII—XIII вв. до н. э. Ереван: Изд-во АН Армянской ССР, 1984. — 130 с.
  • Вильхельм Гернот. Древний народ хурриты. Очерки истории и культуры. — М.: Издательство «Наука», 1992. — 158 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока». — ISBN 5-02-016596-4.
  • Дьяконов И. М. Предыстория армянского народа. Ереван, 1968.
  • Дьяконов И. М. Арийцы на Ближнем Востоке: конец мифа // «Вестник древней истории». 1970. № 4.
  • Дьяконов И. М., Неронова В. Д., Свенцицкая И. С. История Древнего Мира в 3-х тт. Том 1. Ранняя Древность. — М.: Издательство «Наука», 1989.
  • Оджалан А. От Шумерского государства жрецов к демократической цивилизации. — Том 2. — М., 2003. — 464 с.
  • Янковская Н. Б. Землевладение большесемейных домовых общин в клинописных источниках // «Вестник древней истории». 1959. № 1.
  • Янковская Н. Б. Communal Self-Government and the King of Arrapha // «Journal of the Economic and Social History of the Orient». 1969. V. 12, pt 3.
  • Kammenhuber A. Die Arier im Vorderen Orient. Hdlb., 1968.