Афғанстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Афғанстан Ислам Әмирлеге
пушту د افغانستان اسلامي امارت
(Дә Афғанистан Исламии Имарат)
дари امارت اسلامی افغانستان
(Имарат-и Ислами-йи Афғанистан)
Афғанстандың гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «دا د باتورانو کور»
Үҙаллылыҡ датаһы 19 август 1919Бөйөк Британия)
Рәсми телдәр пушту, дәри[1]
Баш ҡала Кабул
Эре ҡалалар Кабул, Ҡандағар, Һәрат, Мазари-Шәриф
Идара итеү төрө ислам әмирлеге, теократия
Әмир
Премьер-министр
Һибаттула Ахунздада
Һасан Ахунд
Дәүләт дине сөнни ислам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
41
652 864[2] км²
күп түгел.
Халыҡ
• Һаны (2015)
• Халыҡ тығыҙлығы

32,564,342 чел. (40)
43,5 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

65,295 миллиард $ долл.
1 994 $ долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

19,654 миллиард $ долл.
600 $ долл.
ИЧР (2015) 0,465 (түбән) (171 урын)
Валюта афғани (AFN, код 971)
Интернет-домен af
Код ISO AF
МОК коды AFG
Телефон коды +93
Сәғәт бүлкәте +4:30

Афғанстан, шулай уҡ Ауғанстан (пушту افغانستان, дари افغانستان), рәсми исеме — Афғанстан Ислам Әмирлеге (пушту د افغانستان اسلامي امارت, дари امارت اسلامی افغانستان) — Үҙәк Азиялағы дәүләт, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. 2013 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса халҡы 31 миллион, территорияһы — 652 864 кm².

Баш ҡалаһы — Кабул. Дәүләт телдәре — пуштун һәм дари. «Талибан» хәрәкәте идаралығы аҫтында 2021 йылдан. Унитар дәүләт, Ислам Әмирлеге. Әмир - Һибаттула Ахунздада.

Көнбайышта — Иран, көньяҡта һәм көнсығышта — Пакистан, төньяҡта — Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Тажикстан, иң көнсығыш өлөшөндә — Ҡытай, көнсығышта — Һиндостан (Һиндостан, Ҡытай һәм Пакистан дәғүәләшкән Джамма, Кашмир) менән сиктәш.

Афғанстан — Көнсығыш менән Көнбайыш илдәре араһындағы юл сатында ятыусы боронғо миграция һәм сауҙа үҙәге. Ул бер яҡтан Көньяҡ һәм Үҙәк Азия, икенсе яҡтан Яҡын Көнсығыш араһында урынлашҡанлыҡтан, был төбәктәге илдәрҙең иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни мөнәсәбәттәрендә ҙур роль уйнай.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеменең килеп сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был исемдең тәүге өлөшө— «афган», был фарсы һүҙе, «тынлыҡ һаҡлау, өндәшмәү» йәки «өнһөҙлөк»; төрөк телдәрендә — Ауган (Афған) киткән, ҡасҡан, йәшеренгән тигәнде аңлата. Был шулай уҡ илдең күпселеген тәшкил иткән пуштун халҡының альтернатив исеме лә. Ысынлап та, Афғанстан — тауҙар иле булғанлыҡтан, ундағы ҡәбиләләрҙең Үҙәк Азиянан килгән баҫҡынсыларҙан тауҙар араһында йәшеренеп йәшәргә ҙур мөмкинлеге булған ил.

Һүҙҙең икенсе өлөшө «-стан» суффиксы һиндевропа тамырлы «*stā-» («стоять») һүҙенә тура килә һәм фарсы телендә «урын, ил» тигәнде аңлата. Хәҙерге заман фарсы телендә «-истан» (фарс. ستانستان‎) суффиксы топонимдар яһау өсөн һәм ҡәбиләләрҙең, халыҡтарҙың, төрлө этник төркөмдәрҙең географик йәшәү урынын билдәләү өсөн ҡулланыла.

Ислам дине барлыҡҡа килгән замандан башлап, күп кенә ғалимдарҙың фекеренсә, афғандар тигән термин халыҡ исемен аңлата. Байтаҡ ғалимдарҙың әйтеүенсә, «афғандар» һүҙе тарихта 982-се йылда барлыҡҡа килгән. Ул Һинд йылғаһының көнбайыш ярҙарындағы тауҙарҙа йәшәгән төрлө ҡәбиләләрҙең дөйөм атамаһы булып торған[4].

Марокко сәйәхәтсеһе Ибн Баттута, 1333 йылда Кабулда булғандан һуң, «Ираника энциклопедияһында» был турала аңлатып яҙған.

Ошо мәғлүмәт традицион пуштун әҙәбиәтендә сағылыш тапҡан, мәҫәлән, был турала XVII быуаттың Хушаль-хана Хаттака[5] тигән пуштун телле шағиры яҙып ҡалдырған.

«Афғанстан» терминын XVI быуатта император Бабур ҡулланған: ул заманда был һүҙ Кабулдан көньяҡта пуштундар йәшәгән ерҙәрҙе аңлатҡан[6].

Шулай уҡ 1808 йылда Британия дипломатик миссияһын етәкләгән сэр Монстюарт Элфинстон үҙенең «Account of the Kingdom of Cabul and its Dependencies in Persia and India» китабында «афғандар үҙҙәрен йәһүд Иосифтың өсөнсө улы Афғандан сыҡҡан йәһүдтәрҙең бер тоҡомо тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта Эльфинстон был теорияның дәлилле түгеллеге һәм нигеҙһеҙ икәнлеге» тураһында яҙған.

XIX быуатҡа тиклем был исем бары тик традицион пуштундар йәшәгән илдең атамаһы булып торған. Ә ил Кабул короллеге тип атап йөрөтөлгән[7]. XVIII—XIV быуаттарҙа тарихтың айырым осорҙарында был илдә бойондороҡһоҙ Балхе короллеге лә булған.[8].

Ниһайәт, илдең киңәйеүе һәм үҙәкләштерелеүе арҡаһында афған хакимдары бөтә короллеккә Афғанстан тигән атама биргән. 1857 йылда ФридрихЭнгельс[9] илдең рәсми исемен Афғанстан тип яҙған, ә 1919 йылда ил, Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, бөтөн донъя илдәре был илде рәсми рәүештә танығас, илде Афғанстан тип атай башлайҙар. 1923 йылда илдең Конституцияһында Афғанстан илдең рәсми атамаһы итеп күрһәтелгән[10].

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рельефы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афғанстан Иран таулығының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Илдең байтаҡ өлөшөн тауҙар һәм улар араһындағы үҙәндәр тәшкил итә[11].

Был илдең төньяғында Бактрия тигеҙлеге бар, ул тулыһынса тиерлек ҡом һәм балсыҡтан торған Ҡараҡом сүленең дауамы булып тора. Ил көньяғында һәм көнсығышында Сафедкох (Аҡ тауҙар) һәм Сиахкох (Ҡара тауҙар) һырттарынан торған Паропамиз тауҙар системаһы һәм Һиндукуш менән сикләнгән.

Көньяҡтараҡ Урта Афған тауҙары һәм Газни-Ҡандағар яҫы таулығы урынлашҡан. Көнбайышта, Иран менән сикләшкән урында, Наомид платоһы (өмөтһөҙлөк сүллеге) һәм Систан уйпатлығы ята. Илдең иң көньяғын Гәүҙә-Зира уйпатлығы, балсыҡлы-ташлы Дашти-Марго(үлем) сүллеге һәм ҡомло Гармсер һәм Регистан сүллеге биләп тора.

Һиндукуштан көнбайышта 3000 — 4000 м бейеклегендәге Хазараджат таулығы тора. Пакстан менән Афғанстан сигендә илдең иң бейек нөктәһе булған, бейеклеге 7492 метрға тиң Ношак тауы тора.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афғанстанда субтропик континенталь климат, бында ҡыш һыуыҡ, ә йәй бик эҫе. Уртаса температура һәм яуым-төшөмдөң һаны илдең бейеклеге менән бәйле: ҡыш уртаса һауа температураһы +8-ҙән −20 °C һәм унан да түбәнерәк, ә йәй көнө +32-нән 0 °C тиклем. Сүлдәрҙә йылына 40-50 мм яуым-төшөм була, яҫы таулыҡтарҙа — 200—250 мм, Гиндикуштың ел бәрелгән яҡтарында — 400—600 мм, Һинд океаны муссондары үтеп ингән көньяҡ-көнсығышында — 800 мм-ға яҡын. Яуым-төшөмдәрҙең иң күп ваҡыты ҡышҡа һәм йәйгә тура килә. 3000-5000 м бейеклегендә ҡар ҡатламы 6-8 ай буйына ята, ә унан бейек урындарҙа — иремәй торған боҙлоҡтар ята.

Кунар

Геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афғанстан территорияһы Альп — Гималай ҡуҙғалмалы билбауында ята. Уға тик Бактрия тигеҙлеге генә ҡарамай, сөнки ул Туран платформаһында ята.

Йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Афғанстанда Һинд йылғаһына ҡойоусы Кабулдан башҡалары ағымһыҙ йылғалар. Уларҙың иң ҙурҙары — илдең төньяҡ сиге буйлап үтеүсе Амударъя, ер һуғарыуҙа ҡулланылған Герируд һәм Гилменд. Гилменд йылғаһы Фарахруд, Хашруд һәм Харатруд йылғалары менән Систан уйһыулығына йыйылып, сөсө һыулы Хамун күлдәрен барлыҡҡа килтерә. Башлыса бындағы йылғалар тауҙағы боҙлоҡтарҙан ағып төшкән һыуҙар менән тулылана. Тигеҙлектәге йылғалар яҙын тулы һыулы булһалар ҙа, йәйҙәрен бөтөнләй ҡорой. Тау йылғалары ҡеүәтле гидроэнергия сығанағы булып тора. Илдең күп райондарында тупраҡ һуғарыу һәм эсергә ҡулланыу өсөн тик ер аҫты һыуҙары ғына бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Afghanistan. The World Factbook. Central Intelligence Agency (13 декабрь 2007). 2020 йыл 24 апрель архивланған.
  2. Central Statistics Organization of Afghanistan 2014 йыл 24 июнь архивланған.: Statistical Yearbook 2012-2013 2014 йыл 17 ғинуар архивланған.: Area and administrative Population 2017 йыл 11 октябрь архивланған.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  4. Morgenstierne, G. (1999), «AFGHĀN», Encyclopaedia of Islam (CD-ROM Edition v. 1.0 ed.
  5. «Afghan Poetry Of The 17th Century: Selections from the Poems of Khushal Khan Khattak», extract from «Passion of the Afghan» by Khushal Khan Khattak; translated by C. Biddulph, London, 1890
  6. «Transactions of the year 908» 2012 йыл 14 ноябрь архивланған. by Zāhir ud-Dīn Mohammad Bābur in Bāburnāma, translated by John Leyden, Oxford University Press: 1921.
  7. Elphinstone, M., «Account of the Kingdom of Cabul and its Dependencies in Persia and India», London 1815; published by Longman, Hurst, Rees, Orme & Brown
  8. E. Bowen, «A New & Accurate Map of Persia» in A Complete System Of Geography, Printed for W. Innys, R. Ware [etc.
  9. MECW Volume 18, p. 40; The New American Cyclopaedia — Vol.
  10. Afghanistan’s Constitution of 1923 2015 йыл 26 февраль архивланған. under King Amanullah Khan (English translation).
  11. География Афганистана