Ҡытай теле
Ҡытай теле | |
Үҙатама: |
中文, 汉语 |
---|---|
Илдәр: |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡытай Республикаһы, Сингапур, Филиппиндар, Малайзия, Индонезия, Көнсығыш Тимор, Таиланд, Вьетнам, Мьянма, Камбоджа, Канада, АҠШ, Перу |
Рәсми тел: | |
Һөйләшеүселәр һаны: |
1,213 млрд. |
Рейтинг: |
1 |
Классификация | |
Категория: | |
Имлә: | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97: |
кит 315 |
ISO 639-1: | |
ISO 639-2: |
chi (B); zho (T) |
ISO 639-3: |
zho и др. |
Ҡытай теле (үҙ атамаһы 中文, 汉语) — туған тел булараҡ иң күп һөйләшеүселәр һаны булған тел. Син-тибет телдәре ғаиләһенә ҡарай. Ҡытай теле бер береһенән ныҡ айырылған диалекттар йыйылмаһынан тора, шуға күрә күп кенә тел белгестәре ҡытай телен туғандаш булған айырым телдәр системаһы тип ҡарай.
Ҡытай теле син-тибет телдәре ғаиләһендәге ҡытай тармағына ҡарай. Тәүҙә хань этник төркөмөнөң төп теле булған. Хәҙерге формала ҡытай теле КХР-ның, Сингапур һәм Тайваньдың рәсми теле булып тора, шулай уҡ БМО рәсми телдәренең береһе.
Бөтә донъяла ҡытай телендә 1,3 млрд кеше һөйләшә. Тарихи яҡтан был Ҡытай халҡының күпселеге булған хань халҡының теле (ил халҡының 90 % артығы). Бынан тыш, үҙ телен һаҡлаған тиҫтәләрсә миллион ҡытайлылар Көньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәй, ҡытай диаспораһы бөтә донъяға таралған.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәйҙә ҡытайса 70722 кеше һөйләшә.
Бөтә доньяла ҡытай телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 1,3 млрд кеше.
Ҡытай яҙмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытай яҙмаһы (; вьетн. Chữ Hán, тьы-хан) -Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән иероглиф яҙма системаһы.
Ҡытай теле дәүләт йәки рәсми тел булған илдәр 5 миллиондан артыҡ кеше ҡытайса һөйләшкән илдәр 1 миллиондан артыҡ кеше ҡытайса һөйләшкән илдәр 0,5 миллиондан артыҡ кеше ҡытайса һөйләшкән илдәр 0,1 миллиондан артыҡ кеше ҡытайса һөйләшкән илдәр Ҡытай телендә күп кешеләр һөйләшкән ҡалалар
Иероглифтар төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ябай (вэнь 文)
- Ҡушымта (цзы 字)
Иероглифтар төрҙәре 6 төркөм буйынса[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күрһәтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 上 шан (Аңлатма: өҫтөнән, өҫтәрәк, өҫкө яҡҡа табаныраҡ)
- 下 ся (Аңлатма: аҫтына, төбөнә)
Ошо иероглифтарҙа вертикаль һыҙыҡ күрһәтеү ымға оҡшап һүрәтләнә. Аңлатмаһы айырым осраҡтарҙа төрлө булырға мөмкин. Мәҫәлән, 上 … 下 шан … ся һүҙе «: өҫтөнән… аҫтына» ғына түгел, ә «етәкселәр.. буйһонған (ҡул аҫтындағы) кеше», «бер яҡтан… икенсе яҡтан» тигәнде аңлата.
Пиньин теле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һәр иероглифтың үҙ әйтелеше булыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. 1958 йылдан һәр иероглифты латин хәрефтәре менән яҙа башланылар. Ошо система пиньин теле тигән исем алды.
Хәҙерге ваҡытта Ҡытай мәктәптәрен тамамлаусылар 2000 иероглиф һәм уның латин хәрефтә яҙылышын белергә тейеш.
Пиньин теленең өндәре (тауышы) инициалға (беренсе бүлек) һәм финалдарға (икенсе бүлек) бүленә. 21 инициаль һәм 35 финаль бар[1].
Инициалдар әйтелеше:
d (дэ)
t (тхэ)
f (фо)
m (мо)
z (цзы)
x (cи)
s (cы)
ch (чи)
sh (ши)
zh (чжи)
r (эр)
j (цзи)
q (ци)
Финалдар әйтелеше :
ai (ай)
e (э)
I (и)
ou (оу)
er (ар)
ei (эй)
en (энь)
iou (йоу)
ong (он)
ang (ан)
eng (эн)
Һүрәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ябай идеограммалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡушма идеограммалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фоноидеограммалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытай иероглифтар яҙыу ҡәғиҙәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Handwriting Recognition + Ҡытайса-инглизсә һүҙлектәр (инг.)
- The most common Chinese characters in order of frequency.
- Character frequency lists.
- Китайские иероглифы и их значение на русском.
- 20902 иероглифа представленных в Юникоде
![]() |
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |