Фразеологик берәмектәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фразеологик берәмектәр - лексик яҡтан өлөштәргә бүленмәгән, бер нисә һүҙҙән тороп, бер генә мәғәнә аңлатыусы һүҙҙәр ҡушылмаһы. Мәҫәлән: тамаҡ ялғау, күҙ терәү, билбау аҫты бушау, һөрән һалыу.

Фразеологик берәмектәр ике йәки унан күберәк һүҙҙәрҙән тора. Ул һүҙҙәр бер-береһенә мәғәнәләре яғынан ныҡ бәйләнгән була. Уларҙы башҡа һүҙҙәр менән алмаштырып булмай. Мәҫәлән: төп башына ултыртыу фразеологик берәмегенә ингән һүҙҙәрҙе айырып алһаҡ, уларҙың һәр береһе үҙенең төп мәғәнәһен аңлата: төп-ағасты киҫеп алғандан һуң ҡалған өлөшө, ултырыу-берәй әйбер өҫтөнән урын алыу. Был һүҙҙәр бер нисек тә алдау мәғәнәһен бирмәй. Ә уларҙы бергә әйтһәң, тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙҙәр килеп сыға. Шуға ла фразеологик берәмектәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Улар һөйләү йәки яҙыу телмәренең тәьҫирен көсәйтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1