Сифат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сифат таблицала

Сифат — предметтың билдәһен белдергән һүҙ төркөмө, ниндәй?, ҡайһы?, ҡайҙағы?, ҡасанғы? һорауҙарына яуап бирә. Сифат исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай

Сифат тураһында дөйөм төшөнсә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морфологик йәһәттән сифаттар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифаттар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.

Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде. (М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев.)

Сифаттарҙың яһалышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот — болотло, оял — оялсан, эш — эшсән. Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһалма сифат, ҡушма сифат.

Тамыр сифат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.

Яһалма сифат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:

  • исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
  • ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
  • һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
  • исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
  • үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси

Ҡушма сифат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.

  • парлы: аҡлы-ҡаралы, яҙлы-көҙлө.
  • ҡабатлау:көслө-көслө, һылыу-һылыу.
  • бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй),

Төп һәм шартлы сифаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сифаттар, предметтың билдәһен ниндәй яҡтан белдереүенә ҡарап, икегә: төп һәм шартлы — сифаттарға бүленә.

Төп сифаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туранан—тура билдәһен белдерә: аҡ сәскә, киң өҫтәл, һәйбәт кеше, тәртипле бала.

Төп сифаттар предмет билдәһенең ни дәрәжәлә булыуын да күрһәтә ала: аҡ—ағыраҡ, ап-аҡ, аҡһыл; ҡара—ҡарараҡ, ҡарағусҡыл, ҡап-ҡара; ҡыҙыл—ҡыҙылыраҡ, ҡыҙғылт, үтә ҡыҙыл, сейә ҡыҙыл.

Шартлы сифаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предметтың билдәһен урынға, ваҡытҡа һәм башҡа предметтарға мөнәсәбәте аша белдерә: Өфөләге йорт, йөн күлдәк, таш йорт, йәйге эҙе, алтын сәғәт, баштағы яулыҡ, өйҙәге кешеләр. Шартлы сифаттарға урыҫ теленән ялғауҙарҙы ҡыҫҡартып алынған сифаттар ҙа инә: социалистик, революцион, индустриаль.

Шартлы сифат дәрәжә менән үҙгәрмәй. Ул предметтың үҙгәрмәй торған билдәһен белдерә:Ҡышҡы һыуыҡ- ҡышҡыраҡ һыуыҡ тип әйтә алмайбыҙ.

Сифат дәрәжәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предметтың билдәһе төрлөсә, төрлө кимәлдә, йәғни төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. Тел саралары ярҙамында предмет билдәләренең төрлө булыуын күрһәтеп була. Төп сифаттың дүрт дәрәжәһе була.

Төп дәрәжә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп дәрәжәләге сифат предмет аңлатҡан билдәнең төп мәғәнәгә тура килеүен белдерә йәғни был предметта сифат белдергән билдә артыҡ та, кәм дә түгел. Мәҫәлән: аҡ-аҡ төҫтө белдерә: аҡ йорт, аҡ ҡағыҙ, аҡ күлдәк. Төп дәрәжәләге сифатҡа бер ниндәй ялғау ҡушылмай.

Тамыр һәм яһалма сифаттар төп дәрәжәлә килә.

Сифаттарҙың мәғәнәһен тамыр һәм яһалма сифаттар белдерә.

Сағыштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер предметың билдәһе икенсе предметта күберәк йә аҙыраҡ булыуын күрһәтә:матурыраҡ һүрәт, ағыраҡ тауар.

Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе ике төрлө юл менән яһала: а)тамыр(нигеҙ) сифат һуҙынҡы өнгә бөтһә, -раҡ, -рәк, тартынҡы өнгә бөтһә -ыраҡ, -ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡушылып яһала: аҡсалы- аҡсалыраҡ, белемле- белемлерәк, киң- киңерәк, тоҙло- тоҙлораҡ,

Артыҡлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттар бер предметтағы билдәнең башҡа шундай уҡ предметтарҙағы билдәнән бик күпкә артыҡ икәнен белдерәләр. Һүҙҙең беренсеижегенә – п  ҡушып, йәки һүҙгә иң, бик, уғата, үтә, ифрат, ныҡ  ҡушылып яһала: ҡып-ҡыҙыл, йәп-йәшел; бик көслө, ифрат белемле, иң бейек, үтә шәп.

Аҙһытыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙһытыу дәрәжәһендәге сифаттар предмет билдәһенең ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуын белдерәләр. Аҙһытыу дәрәжәһе -ғылт, -гелт, -ҡылт, -келт, -һыл, -һел, -һыу ялғауҙары ярҙамында яһала: ҡыҙғылт, йәшкелт, күкһел.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә төп сифаттар ҙа аҙһытыу дәрәжәһендә килә алмай, мәҫәлән: яҡшы, бәләкәй, ҙур, матур.

Синоним сифаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттарҙы синоноим сифаттар тип йөрөтәләр. Мәҫәлән: матур, сибәр , һылыу, зифа, нәфис, гүзәл.

Исемләшкән сифаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сифаттарға грамматик анализ яһау тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сифаттың башланғыс формаһы
  • Сифаттың төрө (төп, шартлы)
  • Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
  • Дәрәжәһе (төп, аҙһытыу, артыҡлыҡ, сағыштырыу)
  • Һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килә.

Анализ өлгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбағыш баҫыуы һап-һары келәм менән ҡапланды. (Я. Хамматов.)

Телдән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һап-һары — сифат, башланғыс формаһы— һары, төп сифат, тамыр сифат, артыҡлыҡ дәрәжәһендә, һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

Яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һап-һары —төп сифат, там.сифат, арт.дәр., аныҡлаусы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө — 2000 йыл. ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө — 2008 йыл. ISBN 978-5-295-04288-1
  • В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек. Өфө — 2009 йыл. ISBN 5-295-02834-8