Рәүеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәүеш таблицала

Рәүеш — ҡылым менән сифатты билдәләп, аныҡлап килгән, морфологик яҡтан үҙгәрмәй торған үҙ аллы һүҙ төркөмө. Эш-хәлдең билдәһен, уларҙың нисек, ҡасан, ни рәүешле үтәлеүен аңлатҡан һүҙҙәр рәүеш тип атала. Рәүеш, ғәҙәттә, ҡылымдан алда килә.Ялғауҙар ҡабул итмәй.

Рәүеш төркөмсәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп, ваҡыт, урын, оҡшашлыҡ, күләм дәрәжә, сәбәп-маҡсат.

Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оҡшаш:
1) Рәүеш тә, сифат та билдәне аңлата,
2) Үҙҙәренең бәйләнеп килгән һүҙҙе асыҡлай,
3) Үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡабул итмәй.

Айырмалы:
1) Рәүештәр ҡылымды асыҡлап килә,
2) Рәүештәр ҡылымға бәйләнеп килә һәм нисек, ҡасан, күпме, ниңә һорауҙарына яуап була, сифат исемгә бәйләнеп уны асыҡлай һәм ниндәй һорауына яуап бирә.

Рәүеш төркөмсәләре менән текст[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан

1.Башҡортостан Рәсәйҙең ……. урынлашҡан. …….. ул — алға киткән республика. Башҡортостандың даны …… таралған.

2.Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул ……. балҡып тора. Килгән ҡунаҡтарҙы С. Юлаев һәйкәле ……. ҡаршы ала.

3. …… төрлө милләт халыҡтары ғүмер итә. Улар үҙ-ара ….. йәшәй. Ошондай матур төбәктә йәшәүем менән ғорурланам.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: Бында, бөгөн, уртаһында, алыҫтарға, татыу, ғорур, йыраҡтан


Текстың дөрөҫлөгөн тикшереү:


Башҡортостан

1.Башҡортостан Рәсәйҙең уртаһында урынлашҡан. Бөгөн ул — алға киткән республика. Башҡортостандың даны алыҫтарға таралған.

2.Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул йыраҡтан балҡып тора. Килгән ҡунаҡтарҙы С. Юлаев һәйкәле ғорур ҡаршы ала.

3. Бында төрлө милләт халыҡтары ғүмер итә. Улар үҙ-ара татыу йәшәй. Ошондай матур төбәктә йәшәүем менән ғорурланам.

Рәүеш дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп: тиҙ, йыш, һирәк, ары, бире

Сағыштырыу: тиҙерәк, йышыраҡ, һирәгерәк, арыраҡ, бирерәк

Артыҡлыҡ: бик тиҙ, йып-йыш, бигерәк һирәк, ныҡ ары, үтә бире

Рәүештәрҙең яһалышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Рәүеш яһаусы ялғауҙар һәр саҡ ҡушып яҙыла. Мәҫәлән: уларса, һинеңсә,сейләй, кисен, аҡсалата.

2.Ике һүҙҙән торған ҡушма рәүештәр бергә яҙыла. Мәҫәлән: барыбер (бары+бер), быйыл (был+йыл), бөгөн (был+көн).

3. Парлы рүштәр һәм ҡабатлаулы рәүештәр һыҙыҡса аша яҙыла. Мәҫәлән: һүнер-һүнмәҫ, әйләнә-тулғана, ара-тирә, яныр-янмаҫ, алпан-толпан, йәһәт-йәһәт, ҡыҙыу-ҡыҙыу.

4.Рәүеш яһаусы -лата,-ләтә ялғауҙары дүрт бөгөлөштә килмәй, яһаусы һүҙ ниндәй генә өнгә бөтһә лә, ялғау һәр ваҡыт «л» менән башлана. Мәҫәлән: икеләтә, онлата (ондата, игендәтә түгел) һ.б.

ИҪКӘРМӘ. Ике һүҙҙән торған һәм һәр береһе үҙ мәғәнәһен һаҡлаған рәүештәр айырым яҙыла. Мәҫәлән: баш түбән, йөҙ түбән, аяҡ өҫтө.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1