Һөйләм
Һөйләм — синтаксистың төп берәмеге. Һөйләүсенең йәки яҙыусының тыңлаусыға йәки уҡыусыға әйтергә теләгән фекере һөйләмдә формалаша.
Һөйләмдең төп билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөйләм тамамланған уйҙы белдерә.
- Һөйләмдең грамматик нигеҙе була. Ул эйә менән хәбәрҙән тора. Грамматик нигеҙ бер баш киҫәктән дә торорға мөмкин. Мәҫәлән:Эңер. Яҙ.
- Һөйләм аҙағында пауза яһала, тамамланған интонация була.
- Һөйләм — аралашыу берәмеге.
- Һөйләмдә нимәлер тураһында хәбәр бирелә, һорау ҡуйыла, кешенең эске кисерештәре сағыла. Ошонан сығып, хәбәр, һорау, бойороҡ, өндәү һөйләмдәр була.
Әйтелеү маҡсаты буйынса ябай һөйләм төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәбәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәбәр һөйләмдәр ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында белешмә бирә, хәбәр итә . Улар телмәрҙә ҡулланылған һөйләмдәрҙең иң киң таралған төрө. Хәбәр һөйләмдәр йөкмәткеһе, төҙөлөшө, функциялары буйынса ла бик күп төрлө: улар хәбәр итәләр, тасуирлайҙар, һүрәтләйҙәр, билдәләйҙәр, характеристика бирәләр. Бындай һөйләмдәр йыйнаҡ йәки тарҡау, бер составлы йәки ике составлы, ябай йәки ҡушма булалар. Уларҙың структураһы йөкмәткеләренә бәйле. Хәбәр һөйләмдәрҙең төп үҙенсәлеге — уларҙың сағыштырмаса тамамланған уйҙы белдереүе, уларға тыныс тон хас. Бындай һөйләмдәр түбәнәйеүсе интонация менән әйтеләләр. Ғәҙәттә, айырып күрһәтергә теләгән һүҙгә йәки һүҙбәйләнешкә логик баҫым төшә: Аяуһыҙ һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Беҙҙең ғәскәрҙәр хасил иткән саҡрымдарға һуҙылған ут йомғағы, үҙ юлындағы бөтә нәмәне кире һепереп, торған һайын асырғаныбыраҡ дошман өҫтөнә тәгәрәне. Пехота полкы күптән инде ошо ут йомғағына уҡмашҡайны (Д. Бүләков).
Һорау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өндәү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бойороҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Логик баҫым
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ә. М. Аҙнабаев, С. А. Таһирова. Әсә теле дәреслеге, 7 класс. — Өфө, 2009.
- М. Ғ. Усманова. Башҡорт теле грамматикаһы.Өфө, 2007. — 111 бит