Эстәлеккә күсергә

Бүләков Динис Мөҙәрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Динис Бүләков
Исеме:

Бүләков
Динис Мөҙәрис улы

Тыуған көнө:

18 май 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Арыҫлан ауылы

Вафат булған көнө:

14 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт теле

Наградалары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;

Бүләков Динис Мөҙәрис улы (18 май 1944 йыл — 14 март 1995 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, артабан 1995 йылдағы вафатына тиклем — Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1993), шулай уҡ Ғәлимов Сәләм (1980), Фәтих Кәрим исемендәге (1999) премиялар лауреаты.

Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Арыҫлан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1964 йылда Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Бәләбәй, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары өсөн сығарылған «Еңеү байрағы» гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына, әрме хеҙмәтендә өс йыл була. 1968 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1968—1974 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа «Пионер» журналының баш мөхәррире.

1986 йылдан — Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Артабан ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Динис Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда тәүге әҫәрҙәрен матбуғатта баҫтыра. «Ҡояш ярсығы» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда донъя күрә. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Яҙыусы геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы», «Аҡбуҙ алышҡа сыға» китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа әҙиптең ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде.

Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романсылары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән «Килмешәк», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары замананың ҡырҡыу проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле.

Яҙыусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты.

  • Ҡояш ярсығы. Хикәйләр. Өфө. 1971.
  • Ауылымдың аҡ өйҙәре. Хикәйәләр. Өфө. 1973 й.
  • Аҡбуҙ алышҡа сыға. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө. 1977 й.
  • Ҡыңғырау сәскә.Повесть, хикәйәләр. Өфө.1979 й.
  • Упҡын ситендә бейеү. Повесть hәм хикәйәләр. Өфө, 1981 й.
  • Ҡыйырсыҡ ай. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 1983 й.
  • Саған япраҡ яңырта. Повестар. Өфө. 1985.
  • Шарлауыҡ. Повестар, хикәйәләр. Өфө. 1987 й.
  • Килмешәк. Роман. Өфө. 1989 й.
  • Ғүмер бер генә. Романдар, повесть. Өфө. 1994 й.
  • Эҫе ҡар. Повестар. Өфө. 1998 й.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 1 том. Өфө. 2004 й.
  • Һайланма әҫәрҙәр. 2 том. Өфө. 2004 й.
  • Самая долгая ночь. Повести, рассказы. Москва. 1979 г.
  • Танец над пропастью. Повести. Москва. 1985 г.
  • Перекаты. Повести, рассказы. Москва 1988 г.
  • Щербатый месяц. Повесть. Роман. Москва 1994 г.
  • Шәфәҡ миҙгелендә. Повесть. Роман. Ҡазан. 1994 е. (тат.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙиптең тормошо һәм ижады тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Динис Бүләков хаҡында иҫтәлектәр (Төҙөүсеһе Рәйлә Бүләкова). Өфө. 2007 й.
  • Бикбаев Р. Т. Әҙиптең яҡты донъяһы. — «Ағиҙел», 2004 й., № 5.
  • Сафуанов С.Ғ. Лирик һүрәтләү юлында. — «Ағиҙел» журналы, 1976 й., № 7.
  • Иманғолов С.Ғ. Һағышлы һуҡмаҡтар балҡышы. — «Көнгәк» гәзите,2002 й., 18 май.


  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Бүләков Динис Мөҙәрис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.