14 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
14 март | |
![]() |
14 март — григориан стиле буйынса йылдың 73-сө (кәбисә йылында 74-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 292 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Андорра: Конституция көнө.
Эстония: Эстон теле көнө
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1944: Стәрлетамаҡтағы «Строймаш» заводы эш башлай.
- 2004: Владимир Путин икенсе срокка Рәсәй Президенты итеп һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы (1925—4.12.2000), төҙөүсе. 1955–1985 йылдарҙа «Уфимтрансстрой» тресы 826-сы төҙөлөш монтаж поезының балта оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Беленкова Оксана Архиповна (1940), ғалим-философ. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Тальный ҡалаһынан.
- Ғәниев Мөнир Мирғәлим улы (1940), ғалим-агроном. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2010 йылдарҙа үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1967), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1990).
- Муллабаев Биктимер Ғәлләм улы (1945—1982), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының элекке актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылынан.
- Кузеев Искәндәр Рөстәм улы (1950), ғалим-инженер механик. 1972 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылда химик етештереү машиналары һәм аппараттары кафедраһы, 2009 йылдан — технологик машиналар һәм ҡорамалдар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1987 йылдан «Технология, ресурс һәм ныҡлыҡ» ғилми тикшеренеү комплексының тармаҡ лабораторияһы етәксеһе, 1990 йылдан — директоры. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иркәбаев Олег Геннадьевич (Иркәбаев Этайн; 1955), театр актёры, режиссёр, педагог. 1991 йылдан Мари милли драма театры филиалы — Мари йәш тамашасы театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Мари республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Марий-Эл Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фин-уғыр халыҡтары театрҙарының «Майатул» халыҡ ара фестивале дипломанты (Йошкар-Ола, 2010). Мари-Эл Республикаһының М. Шкетан исемендәге дәүләт премияһы (1999) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Тымбай ауылынан.
- Ибраһимов Шакир Шәғәлим улы (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Күмертау ҡалаһы «Акрополь» йәмғиәте мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы (1936), нефтсе-инженер, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1986).
- Иҡсанова Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (1951), хор дирижёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асеев Алексей Александрович (1922—10.05.1980), Советтар Союзы Геройы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Юлтимирова Гөлсөм Ғәли ҡыҙы (1957), Өфө күп профиллы һөнәри колледж методисы, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәре белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аралбаева Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы (1977), журналист, музыка белгесе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе. Республика конкурстары һәм халыҡ-ара ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғисмәтуллин Абдулла Төхфәтулла улы (1883—10.06.1938), ғалим, дәүләт эшмәкәре. 1929—1938 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Үҙәк статистика идаралығы етәксеһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Тәнзилә Үлмәҫбаева (1963), радиожурналист, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1999). Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2006).
- Шамил Кучуков (1963), радиотележурналист.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзим Туҡаев (1909—7.11.1981), театр актёры. 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1954) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Рамаева Нина Пантелеевна (1929), хужалыҡ эшмәкәре, 1968—1986 йылдарҙа Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Сидоровка ауылынан.
- Риянов Рәйес Мәсәлим улы (Рәйес Риян) (1934—30.03.2015), журналист, яҙыусы, шағир. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылынан.
- Аброщенко Вячеслав Васильевич (1949), хужалыҡ эшмәкәре. «Дорремстройтрест» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Рәсүл Сәғитов (1964), радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1804: Иоганн Штраус, Австрия композиторы, скрипкасы, дирижёр.
- 1835: Джованни Вирджинио Скиапарелли, Италия астрономы.
- 1870: Евдокия Турчанинова, Рәсәй империяһының һәм СССР-ҙың театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1943).
- 1879: Альберт Эйнштейн, Германия физигы, сағыштырмалыҡ теорияһына нигеҙ һалыусы, Нобель премияһы лауреаты (1921).
- 1930: Василий Песков, яҙыусы, журналист, телетапшырыуҙар алып барыусы, сәйәхәтсе, Ленин премияһы лауреаты.
- 1979: Павел Воля, Рәсәй артисы, телевидение тапшырыуҙары алып барыусыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1883 — Карл Маркс, философ һәм сәйәсмән, марксизм теорияһына нигеҙ һалыусы.
- 2015— Валентин Распутин, рус яҙыусыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]