Эстәлеккә күсергә

Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы
Нигеҙләү датаһы 26 декабрь 1941
Дәүләт  Рәсәй
Урын Дәүләкән
Продукция аяҡ-кейем[d]
Дата официального закрытия 2010
Карта

Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы (26 декабрь 1941 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһында урынлашҡан. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эвакуацияланған Харьков өлкәһе Волчанск аяҡ кейеме фабрикаһы нигеҙендә ойошторолған.

1941 йылдың 3 октябрендә Харьков өлкәһе Волчанск ирҙәр,ҡатын-ҡыҙҙар, балалар аяҡ кейеме сығарған фабрика эштән туҡтай. Ҡалаға дошман өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта яҡынайған була. Хөкүмәт фабриканы алты цех йыһазы, дүрт мең биш йөҙ эшсеһе менән илдең төпкөл районына эвакуацияларға ҡарар сығара. Ауыр шарттарҙа Волчанск станцияһынан ҡаланың берҙән-бер сәнәғәт предприятиеһының эшселәре һәм техникаһы тейәлгән поезды оҙата алалар. Харьков эргәһендә вагондарҙы көнсығышҡа барған ҙур эшелонға тағалар. Юлда эшелон бер туҡтауһыҙ бомбаға эләгә.
1941 йылдың 6 ноябрендә Волчанск аяҡ кейеме фабрикаһы эшселәре һәм йыһаздары менән Дәүләкән станцияһына килеп туҡтай. Эшелон Дәүләкәндә оҙаҡ ваҡыт «тупикта» тора. Артабан ҡайҙа барасағын бер кем дә белмәй[1] Дәүләкән ҡалаһының етәкселәре фабрика эшселәренә үҙҙәрендә ҡалырға тәҡдим яһай. Эшселәр был хәбәрҙе шатланып ҡабул итә.
Фабриканы элекке сауҙагәрҙәрҙең революцияға тиклем төҙөлгән сауҙа биналарына урынлаштыралар.
Үҙҙәре менән 18 машина: тегеү автоматы, пресс «Револцьён»,"Допель" (аяҡ кейеме табандары тегеү өсөн), «Фортуна», күн материалдар, фурнитуралар алып килгәндәр[1] Фабриканың ҡоролмаларын урынлаштырыу өсөн эшселәр көн-төн эшләйҙәр. Бер ай ҙа үтмәй фабрика балалар аяҡ кейемен сығара башлай.
26 декабрь 1941 йылда ул 8 пар аяҡ кейеме тегә.Был көн фабриканың тыуған көнө булып иҫәпләнә,тик икенсе исем менән — Дәүләкән.
Был ваҡытта фабриканың директоры — Лев Борисович Зофман, производство начальнигы — Израиль Яковлевич Найдус, механик- Федор Афанасьевич Ольховский булған[1]

Был йылдарҙа фабрика етештергән балалар аяҡ кейемен Куба, Монголия,Польша,Чехословакия илдәре һатып ала.

Компания «Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы» («ДОФА»)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең балалар аяҡ кейеме етештереүсе алдынғы компанияһы. Уның продукцияһы экологик яҡтан таҙа материалдан эшләнә.Матурлығы, барлыҡ талаптарға тура килеп етештерелеүе менән ил баҙарында лайыҡлы урын биләй[2]