Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2
Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2 | |
Нигеҙләү датаһы | 1905 |
---|---|
Урын | Дәүләкән |
Ил |
Рәсәй империяһы Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе[d] |
Продукция | он, мал аҙығы һәм Орлоҡ |
Дәүләкән иген продукттары комбинаты № 2 (1905 йыл) — он, ҡатнаш мал аҙығы продукттары етештереү предприятиеһы. Уға 1905 йылда Башҡортостанға күсеп килгән немец- меннониттар тарафынан нигеҙ һалынған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағында башҡорттарҙан һәм башҡа ер биләүселәрҙән немец-колонистар ер һатып ала. Немец меннониттары Петрес,Нэймус,Тиннер,Фиссер 1905 йылда акционерҙар йәмғиәте ойоштора. Мораҙым йылғаһының Димгә ҡойған урынында тирмән төҙөй башлайҙар.
1908 йылда һыу тирмәне төҙөлөп бөтә. Йыраҡтан ҡарағанда тирмән ағымға ҡаршы хәрәкәтһеҙ торған карапты хәтерләткән,шуның өсө уға «Якорь» исеме бирәләр. Тирмән хужаһы Петрес- Пенер була.Граждандар һуғышы башланғас, элекке хужалары Совет власының эҙәрлекләүенән ҡурҡып ҡасалар[1]
1920 йылда тирмән дәүләт милкенә күсерелгән.
1924 йылда тирмәнгә «Ланц» пар машинаһы урынлаштырыла.
1929 йылда Башҡортостан өлкә «Союзхлеб» контораһы барлыҡҡа килә.Дәүләкән бүлексәһе уның составына инә.Ул Башҡортостан өлкә контораһының 3 — сө тирмән заводы булараҡ билдәле.
1956 йылда электр уты үткәрелә.
1957 йылдан — Бащҡортостан иген продукттары идаралағы составында («Башхлебопродукт»).
1997 йылдан — «Башхлебоптицепром» ДУАП- ның бүлендек предприятиеһы.
1975 йылдан — Дәүләкән иген продукттары составында.
2000 йылдан — «Башптицепром» ДУАХП-ның бүлендек предприятиеһы.
2000 йылда ябыла.
Хәҙерге исеме ЯСХ «Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2».
Уның төп бүлексәләре:
Арыш оно етештереү заводы. Етештереү көсө — тәүлегенә 120 тонна.
Бойҙай оно етештереү заводы — тәүлегенә 65 тонна он етештерә
Ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводы — тәүлегенә 150 тонна
Ярма етештереү цехы — тәүлегенә 75 тонна
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]25 мең тонна һыйҙырышлы элеваторы,үҙенең тимер юлы, тепловоз депоһы, махсус техникалары бар.
2015 йылдың декабрь айында комбинат үҙенең пекарняһын асты. Тәүлегенә 4 тонна икмәк бешерә.
Дәүләкән иген продукттары комбинаты № 2 продукцияһы Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә киң билдәле.
Былар ҡыҙыҡлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Меннониттар- Менно Симонс тәғлимәте яҡлы христиандар. Улар Рәсәйгә башлыса Голландиянан һәм Германияның төньяғынан күсеп килә. Меннониттар армияла хеҙмәт итмәй һәм бер ниндәй ҙә ҡоралды ҡулына алмай.
Революцияға тиклем Дәүләкән немецтары башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда хәллерәк йәшәй. Башҡа халыҡтар менән улар бик аралашып бармай, быны ерле халыҡ эреләнеү тип ҡабул итә. Башҡорт дәүләт педагогия институтының 1930-йылдар аҙағындағы ректоры М.Я.Йәнгиров бала сағында Франц Абрамович Классенда көтөүсе була.1940 йылда Ленинград педагогия институтын тамамлаған йәш белгес Генрих Николаевич Классен Өфө дәүләт сит телдәр институтына эшкә килә. Бер осрағанда М.Й.Йәнгиров Франц Классен туғаны түгелме икәнен һораша. 1937 йылда атаһы менән ағаһы нахаҡ бәлә тағып атылған Генрих әлбиттә, Франц Классендың үҙенең ике туған ағаһы икәнде әйтмәй[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләкән иген продукттары комбинаты №2 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- История.Давлекановский комбинат хлебопродуктов
- Давлекановский историко -краеведческий музей.Страницы истории родного края.Мельницы нашего района.стр.100-104.Давлеканово- 2005 г.