Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы
Йәнгиров.jpg
Тыуған көнө:

21 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Яныш ауылы

Вафат булыу көнө:

7 декабрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:
Ғилми өлкәһе:

тарих

Эшләгән урыны:

Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, ТТӘИ директоры

Ғилми дәрәжәһе:

тарих фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары


Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1957 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены  — 1943

Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (21 апрель 1908 йыл7 декабрь 1992 йыл) — башҡорт совет партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1951). РСФСР-ҙың 2‑се һәм 5‑се, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 5‑се һәм 6‑сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәрүән Йәнгир улы Йәнгиров 1908 йылдың 21 апреленда Яныш ауылда тыуған. 1933 йылда Мәскәү план институты тамамлай. 1933 йылдан алып партия эшендә. Мәскәүҙә 1951 йылда ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен һәм ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы тамамлаған.

1951 йылдан — СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры.

1967 йылда яңы асылған Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) директоры итеп тәғәйенләнә.

1992 йылдан Мәрүән Йәнгиров хаҡлы ялда. Өфө ҡалаһында 1992 йылдың 7 декабрендә вафат була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957, ?) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордены менән бүләкләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылда Өфө ҡалаһының Чернышевский урамындағы 105-се йортта Мәрүән Йәнгиров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нас воспитала Советская Родина. Мемуары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]