Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 
(РФА ӨФҮ ТТӘИ)
250px
Нигеҙләнгән

1932

Тип

дәүләт

Директор

ваҡытлыса вазифа башҡарыусы Псәнчин  Айбулат Вәли улы 

Урынлашҡан

Өфө

Юридик адрес

Рәсәй Рәсәй, Өфө, Октябрь проспекты, 71-се йорт

Сайт

rihll.ru

РФА ӨФҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА ӨФҮ ТТӘИ) — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы[1]. 1932 йылдың 5 мартында ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.

ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый[2].

Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.

Бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ТТӘИ 7 бүлектән тора:

  • археологик тикшеренеүҙәр бүлеге;
  • этнология бүлеге;
  • Башҡортостан тарихы бүлеге;
  • Башҡортостандың яңы тарихы бүлеге;
  • тел белеме бүлеге (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән);
  • фольклористика бүлеге;
  • әҙәбиәт ғилеме бүлеге.

Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.

1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.

1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора:

«Беренсе марттан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй башланы. Директор М.Солянов»[3].

Башҡортостан Республикаһы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Ҡ. З. Әхмәров, И. Ғ. Ғәләүетдинов, В. А. Иванов, Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Ғ. Кузеев, Н. Х. Мәҡсүтова, С. Ф. Миржанова, Ғ. Й. Рамазанов, К. В. Сальников, Ә. М. Сөләймәнов, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ф. Усманов, Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов һ.б.

Институттың атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1932 йылда Башҡортостан комплексы ғилми-тикшеренеү институты (1930) базаһында Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты сифатында ойошторола. 1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1943 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә. Хәҙерге атамаһында — 1951 йылдан, шул уҡ ваҡытта институт СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы составына индерелә.

Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндәгеләр төрлө осорҙа институттың етәкселәре була:

  • Солянов Михаил Арефьевич (1932, март — сентябрь)
  • Чанышев Әмир Иҙрис улы (1932, сентябрь — 1933, апрель), яҙыусы, шағир, филология фәндәре кандидаты;
  • Амантаев Абдулла Сәхибгәрәй улы (1933, май — 1936, апрель), (1937, апрель — октябрь), яҙыусы, шағир;
  • Таһиров Афзал Мөхөтдин улы (1936, октябрь — 1937, апрель), дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы, БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе (1931—1937);
  • Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1937, декабрь — 1939, сентябрь), (1943, июнь — 1951, март), тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитеты секретары (1941—1943);
  • Хамматов Хәлил Хәйрулла улы (1939, сентябрь — 1941, июнь);
  • Байков Шаһисолтан Шаһимәрҙән улы (1941, июнь — 1942, февраль);
  • Ҡудашев Афзал Ғәлләм улы (1942, февраль — 1943, июнь), әҙәбиәт белгесе, библиограф, филология фәндәре кандидаты;
  • Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (1951, март — 1952, июль), партия эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитетының икенсе секретары (1945—1947);
  • Типеев Шәмсүн Ислам улы (1952, июль — 1954, апрель), тарих фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр Академияһы БФ Президиумы рәйесе урынбаҫары (1951—1952);
  • Харисов Әхнәф Ибраһим улы (1954, декабрь — 1963, декабрь), әҙәбиәт белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы;
  • Сайранов Хәйҙәр Сайран улы (1963, декабрь — 1980, февраль), тарих фәндәре кандидаты, партия эшмәкәре, КПСС өлкә комитеты секретары (1954—1963);
  • Усманов Хәмзә Фәтих улы (1980, февраль — 1988, май), тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы;
  • Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (1988, май — 2002, февраль), филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы;
  • Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (2002, февраль — 2005, февраль), сәйәси фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры (2005—2010 йй.);
  • Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (2005—2015), филология фәндәре докторы, профессор.
  • Псәнчин Айбулат Вәли улы (2016 йылдан вазифа башҡарыусы), география фәндәре докторы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]