Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы
Хисамитдинова
башҡ. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова
Тыуған көнө:

1 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Рәхмәт ауылы[1]

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Ғилми өлкәһе:

лингвистика

Эшләгән урыны:

РФА Өфө фәнни үҙәге;
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы (1993)

Ғилми исеме:

профессор (1993)

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт педагогия институты

Награда һәм премиялары


Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008) Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)

Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1 ғинуар 1950) — Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Әбйәлил районыны Рәхмәт ауылында тыуған.

1970 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.

1976 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә.

1978 йылдан алып 1985 йылғаса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр. 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1987 йылдан БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире, 1992 йылдан шул уҡ факультеттың деканы була, 1993 йылдан — профессор.

1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан — директор.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

100-ҙән ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән: (рус.)

  • История башкирского языка: Материалы по исторической фонетике: Монография / БашГПИ. Уфа, 1989. 96 с.
  • Башкирский язык для начинающих: Учебное пособие. Уфа: Башкнигоиздат, 1991. 144 с. (соавт. З. Я. Шарипова, В. И. Хажин).
  • Башкирская ойконимия XVI—XIX вв.: Монография. Уфа: Башкнигоиздат, 1991. (15,9 п.л.).
  • Родной Башкортостан: Учебное пособие. Уфа: Сонико, 1992. 304 с. (соавт. З. Я. Шарипова, Л. И. Нагаева).
  • Географические названия Башкортостана. Уфа, 1994.
  • «A tuznek mondom!» (A Baskir nepi orvoslas magikus elemeinek mai rendszere): монография. Budapest, 1997. 156 p. (соавт. Торма Йожеф).
  • История и культура Башкортостана: Хрестоматия. Москва: Изд-во «МДС», 1997. 548 с. (соавт. З. Я. Шарипова и Л. И. Нагаева).
  • О выполнении «Программы развития образования Республики Башкортостан на 1993—1998 гг.» и задачах образования на 1999—2003 гг. (проект концепции). Уфа, 1998. 91 с.
  • Введение в языкознание. Учебное пособие /Сибайский институт БГУ. Сибай, 1999. 146 с. (соавт. Р. Г. Закирова).
  • Башкирский язык? Пожалуйста! Учебное пособие. Уфа: Китап, 2000. 248 с. (соавт. З. Г. Ураксин, М. Эрсен-Раш).
  • Башкирская мифология. Словарь-справочник. Уфа; Гилем, 2002. 125 с. (на башк.яз.).
  • Мой башкирский язык. От 7 до 10. Учебное пособие. Уфа: Китап, 2002. 294 с. (соавт. Н. И. Асадуллина).
  • Башкирский язык для малышей. Учебное пособие. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2002. 153 с.
  • Башкиры. М.: Голос-Пресс, 2003. 575 с. (соавт З. Г. Ураксин).
  • Русско-башкирский словарь названий улиц городов Республики Башкортостан. Уфа: Деловая династия, 2008. 311 с.
  • Словарь башкирской мифологии. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2011.
Әмир Аһарони Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында. Һулда институт директоры Фирҙәүес Хисаметдинова. 25.04.2015

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусылар рәтендә булды һәм ойошмала бер нисә йыл етәксе булды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа Йәмғиәт Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көнө, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты, йыйынтыҡтар сығарҙы. Уның тырышлығы менән "Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы" тигән белешмә донъя күрҙе [2].

Фирҙәүес Хисамитдинова Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары - делегаттар араһында
"Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы" белешмәһе
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәкселәре Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Гүзәл Ситдиҡова эш сәфәре ваҡытында шағир Мостай Кәрим менән осрашты. 2003
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары Фирҙәүес Хисамитдинова (һулдан икенсе), Гүзәл Ситдиҡова (уңдан икенсе) һәм Азия Кусимова (уңдан 1-се) Әбйәлилдә. 2011
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең элекке рәйестәре Фирҙәүес Хисамитдинова, Гүзәл Ситдиҡова, Татарстандан йәмғиәт ағзаһы шағирә Фирҙәүес Бәшәрова.2009

Уның хаҡында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мостаева Г. Фән — бәхетем, йәки Нисек бизнес-леди булып китмәнем. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 20 ноябрь[3].
  • 2015 йылдың 20 ноябрендә республикала Фирҙәүес Хисаметдинованың юбилейы уңайынан диалектология буйынса ғилми конференция уҙғарыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]