Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте
РОО «Общество башкирских женщин РБ»
Нигеҙләнгән ваҡыты

17 ноябрь 1990 йыл

Лидер

Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур төш ҡыҙы

Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте (рус. Общество башкирских женщин Республики Башкортостан) — ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын, уның республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошонда ролен күтәреү, ғаиләне нығытыу, башҡорттарҙың телен һәм мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында булдырылған йәмәғәт ойошмаһы.

Штаб-фатиры Башҡортостанда, Өфө ҡалаһында урынлашҡан.

Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары - делегаттар

Дөйөм характеристика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Ойоштороу съезында «Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте»[1] йәмәғәт ойошмаһы булдырыла.

2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Идараһы составында 30 кеше тора.

Йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көнө, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республика («Өлгөлө йәш ғаилә», «Һылыуҡай»[2], «Башҡорт милли кейеме» һәм башҡа) һәм район (башҡорт сәсәндәре, «Иң яҡшы әсә»; «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар», «Шәжәрә» байрамдары, «Бишек йыры» кисәләре һәм башҡа) конкурстары ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһай.

Башҡорт милли кейемен тергеҙеү, уның элементтарын ҡулланышҡа индереү буйынса эш йәмғиәттең тәүге йылдарындағы эшмәкәрлегендә үк башлана.Башҡорт дәүләт университетында башҡорт кейеме буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәрелә. Йәмғиәт рәйесе Гүзәл Ситдиҡова Мәскәүҙә үткәрелгән "Этно-Эрато" конкурсында башҡорт кейемдәре күрһәтеүҙе ойоштора һәм коллекция өсөнсө урын яулап ҡайта [3]. Шулай уҡ ул үҙе 2005 йылдан уҡ башҡорт кейеме элементы - һаҡалды төрлө сараларҙа эш кейеме менән кейеү үрнәге лә күрһәтә.

Ойошма Сәрмән балалар йортона, Үрге Әүжән ауылындағы махсус интернат-мәктәпкә, Белорет районының Үҙән ауылы балалар йортона матди ярҙам күрһәтә. Төрлө хәйриә акциялары үткәрә. 2013 йылда Әбйәлил районында стихиялы бәлә-ҡазаларҙан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса хәйриә акцияһы ойошторолдо[4].

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Ихлас» мәсете менән хеҙмәттәшлек итә, улар менән берлектә төрлө саралар ойоштора («Ислам һәм ҡатын-ҡыҙ» фәнни-ғәмәли конференцияһы). 2006 йылда ойошма исеменән вәкилдәр Мәскәү һәм Екатеринбургта, ҡалаларҙағы күмәк этник арауыҡта ғаилә проблемаларына арналған конференцияла ҡатнашты. 2006 йылда Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ярҙамы менән башҡорт мәктәбе асыла.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы булып тора. Ойошма төрки телле халыҡтарҙың традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итеүсе төбәк-ара ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте, Бөтә донъя төрки донъяһы ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы, «Аҡ тирмә» йәмәғәт ойошмаһы һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.

Ойошма тарафынан Башҡортостандың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары тураһында белешмә («Башҡорт ҡатын-ҡыҙы мең йыллыҡтар сигендә. Өфө, 2000.»), төрлө методик брошюралар («Йәш ғаиләгә кәңәштәр. Өфө, 1995.», «Әсә йылы. Өфө, 2001») һәм башҡа баҫма материалдар нәшер ителә .

Рәйестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары - Нуриман районында. Ойошма рәйесе - Гүзәл Ситдиҡова. 2009
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәкселәре Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Гүзәл Ситдиҡова эш сәфәре ваҡытында шағир Мостай Кәрим менән осрашты. 2003
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашыуҙа. Ул саҡтағы рәйес Гүзәл Ситдиҡова һәм унан һуң һайланған Розалия Солтангәрәева
Башҡортостандағы милли ойошмалар етәкселәре БСТ-ла. Гүзәл Ситдиҡова -Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе
Ғалимәләр Райхана Ҡунаҡова (идара ағзаһы) , Айһылыу Юнысова, Мәхмүзә Ғәйнуллина(идара ағзаһы) һәм идара рәйесе Гүзәл Ситдиҡова
"Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы" белешмәһе
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең элекке рәйестәре Фирҙәүес Хисамитдинова, Гүзәл Ситдиҡова, Татарстандан йәмғиәт ағзаһы шағирә Фирҙәүес Бәшәрова.2009
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары Фирҙәүес Хисамитдинова (һулдан икенсе), Гүзәл Ситдиҡова (уңдан икенсе) һәм Азия Кусимова (уңдан 1-се) Әбйәлилдә. 2011
Һулдан уңға - Ф. Хисамитдинова, Г. Ситдиҡова, Р. Ҡунаҡова, Г. Ҡазбулатова. Йәш ғалимә Гүзәл Ҡазбулатова башҡорт милли кейемдәре буйынса белгес.
Һулдан уңға - Г.Ҡолһарина, С. Әлмәтова, Г. Ситдиҡова Сермән балалар йортонда.2003 йыл. Гөлнур Ҡолһарина 2017 йылда йәмғиәт рәйесе итеп һайланды.
Шығай. 2003. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары менән осрашыу
Төрки донъя ҡатын-ҡыҙҙары Ассоциацияһы йыйынында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте күргәҙмәһе. Йәмғиәт рәйесе Гүзәл Ситдиҡова һәм ғалимә Рима Сөләймәнова

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]