Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 10 июнь 1952 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Инйәр ауылы |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, йәмғиәт эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | шағир[d], журналист[d], тәржемәсе[d] һәм баш мөхәррир[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты |
Жанр | шиғриәт, проза, публицистика[d], тәржемә һәм Балалар әҙәбиәте |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
- 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы.
- 2004—2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Гүзәл Ситдиҡова ун ике китап авторы.
«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, башҡортса Википедия үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.
2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[2][3].
Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде[1][4][5].
Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды[6].
Мемориалдағы тәржемәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өфөләге «Хәсрәтле әсә» мемориалында уйылған шиғырҙың башҡортсаға тәржемәсеһе. Тәржемә итеүенең тарихын ул «Хәтер тере тотҡан саҡта» тигән мәҡәләһендә бәйән итә[7]:
Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:
— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.
Мин уңайһыҙланып киттем:
— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…
Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:
— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!:
|
|
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1. Текетек: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1994. — 16 б.
- 2. Бүрене еңгән бәрәс: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1999. — 24 б.
- 3. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо — мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. — Өфө: «Виртуал», 2002. — 79 б.
- 4. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
- 5. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
- 6. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө: Полиграфдизайн, 2006. — 11 б.
- 7. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
- 8. Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары: шиғырҙар. — Өфө: РУНМЦ МОРБ, 2010. — 136 б.
- 9. Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 112 б.
- 10. Гузаль Ситдыкова. Биобиблиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2012 (баш.) (рус.)
- 11. Йәннәт баҡсаһы. Юлъяҙмалар. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
- 12. Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ. Балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2014. — 154 б.
- 13. Г. Ситдиҡова. Ағып килә мәңгелек: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап. 2019. — 400 бит. ISBN 978-5-295-07217-8
- 14. Г. Ситдиҡова. Мин донъяны өйрәнәм. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041457-8-4
- 15. Г. Ситдиҡова. Ана килә бәпәй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 263 бит. ISBN 978-5-6041458-0-7
Йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 13. Июль ҡайтҡан; Далаларҙа: (шиғырҙар)// Йәш көстәр: шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984. — Б. 97—98
- 14. Шиғырҙар// Ете шишмә: шиғырҙар. — Өфө, 1988. — Б. 31—52
- 15. Муйылдар (хикәйәләр)//Мөхәббәткә хөкөм юҡ: повестар, хикәйәләр, юморескалар һәм пьесалар. — Өфө, 1997. — Б. 211—250
- 16. Ай һәм Ҡояш: (шиғырҙар)// Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө, 2001. — Б. 735—736
- 17. Туған тел: (шиғыр)// Халҡым теле — хаҡлыҡ теле. — Өфө, 2005. — Б. 117
- 18. Кем мин?: (шиғырҙар)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М., 2008. — С. 498—505
- 19. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә тотҡан урыны.// Статус и роль женщины в современном мире. — Өфө, «Ғилем», 2011 — 106—110 бб.
Рус телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 20. Соловьиная ива: (стихи)// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа, 2007. — С. 389—390
- 21. Кто я?: (стихи)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М. — С. 498—505
- 22. Круговорот. Стихи. — Бельские просторы, 2014. — № 7. — с. 3—9
- 23. Возрождение традиций (о чаепитии) — Чай — дело тонкое (Автор-составитель В. Баюканский) — М.:ИПО «У Никитских ворот», 2015. — 416 с. — с. 61-68
Башҡортсаға тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Андерсен Г. Х. Стойкий оловянный солдатик //Книга для чт. для 1 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 41—48.
- Андерсен Г. Х. Гадкий утенок //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
- Андерсен Г. Х. Дюймовочка //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
- Андерсен Г. Х. Снежная королева//Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 33—54.
- Андерсен Г. Х. Дикие гуси //Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 55—74.
- Андерсен Г. Х. Сказки и истории (на баш. яз.) пер. Г. Ситдыковой ISBN 978-5-903622-51-1 — Уфа: Инеш, 2015. — 188 страниц
- Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-10 1-78201-201-X ISBN-13 978-1-78201-201-6
Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ул дыуамал иһә дауыл көҫәй, дауылдарҙа барҙай йән ялы. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 9 сентябрь[8].
- БАШҠОРТ ИЛЕ. Шиғыр шәлкеме. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 10 октябрь[9].
- Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай! Хикәйә. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 8 май[10].
- Гүзәл Ситдиҡова «Ябай ғына ҡатын булараҡ асылырға теләгәйнем…» // «Шоңҡар» : журнал. — 2011. — № 7.
- Һәҙиә (поэма) — «Башҡортостан ҡыҙы» , 2017 — № 6 — 14-17 бб.
Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Туғыҙбаева Ф. «Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…» «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[11].
- Баһуманова М. Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды. Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8[12].
- Ғилманов Д. Исемдәр есемгә тап килһен! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь[13].
- Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 10 июнь[14].
- Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018, 10 ғинуар [15]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл» юбилей миҙалы (2018)
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (2017)[1][16][17]
- «ЛиФФт—2017» Бөтә Рәсәй әҙәбиәт Фестивалдәре Фестиваленең Көмөш миҙалы (2017)[6]
- Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге Республика конкурсы Гран-При лауреаты (2015)[18].
- Рәсәй Лермонтов комитетының «М.Ю. Лермонтовтың 200 йыллыҡ тыуған көнө хөрмәтенә» юбилей миҙалы (2014)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт грамотаһы (2012)
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүҙә айырым өлөш өсөн» Почёт тамғаһы (2009)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
- Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы Почёт грамотаһы (2007)
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышының Рәхмәте (2005)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002)
- Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң информация саралары министрлығының Почёт грамотаһы (1992)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Определен лауреат Госпремии Башкортостана имени Хадии Давлетшиной.
, 2017, 8 март (Тикшерелгән 8 март 2017) (рус.)
- ↑ Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде.
, 2017, 17 февраль (Тикшерелгән 2 март 2017)
- ↑ Премияға кем лайыҡ булыр?
, 2017, 21 февраль (Тикшерелгән 2 март 2017)
- ↑ Дәүләтбәкова Л. Ҡолонсаҡтан — арғымаҡҡа.
, 2017, 10 март (Тикшерелгән 10 март 2017)
- ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
- ↑ 6,0 6,1 Башҡорт шағирәһе — Марина Цветаеваның шиғырҙарын тәржемәләү конкурсы еңеүсеһе.
, 2017, 30 май (Тикшерелгән 30 май 2017)
- ↑ Хәтер тере тотҡан саҡта
- ↑
, 2016, 9 сентябрь (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
- ↑
, 2015, 10 октябрь (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
- ↑
, 2012, 8 май (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
- ↑ Тарих һөйләй әҫәрҙәре.
, 2017, 1 март (Тикшерелгән 2 март 2017)
- ↑ «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелгән 1 сентябрь 2016)
- ↑
, 2015, 9 декабрь (Тикшерелгән 1 сентябрь 2016)
- ↑ Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой).
, 2012, 10 июнь (рус.) (Тикшерелгән 7 март 2017)
- ↑
,2018, 10 ғинуар (Тикшерелгән 10 ғинуар 2018)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/968624-opredelyen-laureat-gospremii-respubliki-imeni-khadii-davletshinoy/
- ↑ Аралбаева Л. В Башкирии появились новые баиковеды. ИА «Башинформ» (2015-06-22). 5 ғинуар 2016 тикшерелгән.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Статья в Башкирской энциклопедии, т.5
- Ситдыкова Гузаль Рамазановна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. — стр. 271, 284, 294
- Ситдыкова Гузаль Рамазановна// По пути созидания. — Уфа, Галигиль, 2005. — стр. 31, 32
- Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2011. − 40 б.
- Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2012. — 58 б.
- Фәүзиә Латипова. Донъяны биҙәй улар — Өфө, 2005. — 57—63, 142—149 б.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 10 июндә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан тәржемәселәре
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаттары