Эстәлеккә күсергә

Урал (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Урал»
Тип

Башҡортостан Республикаһы Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите

«Урал» — Башҡортостан Республикаһы Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. 1922 йылдан башлап башҡорт телендә сыға, һуңғы йылдарҙа аҙнаға ике тапҡыр: шишәмбе һәм йома көндәрендә нәшер ителә. Тиражы — 1211 дана (февраль 2020 йыл).

Баҫманың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы һәм «Урал» гәзите редакцияһы.

Гәзиттең дөйөм тарихы 1922 йылда Белорет ҡалаһында урыҫ телендә сыға башлаған «Южно‑Уральский рабочий», 1923–1928 йылдарҙа донъя күреп килгән «Гудок» һәм артабан «Белорецкий рабочий» гәзиттәренә барып тоташа.

1931 йылдың октябренән «Ҡатай эшсеһе», 1932—1941 йылдарҙа — «Металл өсөн» исеме менән башҡорт телендә һәм бер үк ваҡытта 1937 йылға тиклем «Металлург» исеме менән урыҫ телендә нәшер ителә. 1933 йылдан башлап баҫмныңа башҡорт телендә «Күмер өсөн көрәш», «Удар баҫыуҙа» һәм «Удар төҙөлөш» тигән ҡушымталары сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле 1941—1945 йылдарҙа гәзит сығыуҙан туҡтап тора.

1945 йылдың авгусынан район баҫмаһы «Сталинсе» исеме менән, ә 1959 йылдан — урыҫ телендәге «Путь Ленина» гәзитенең тәржемә-дубляжы булараҡ «Ленин юлы» исеме донъя күрә.

1962 йылдың майынан район һәм ҡала гәзитенең исеме «Урал»ға үҙгәртелә, һәм ул шул атама менән ике телдә 1988 йылға тиклем, артабан 1996—2000 йылдарҙа нәшер ителә һәм урыҫ телендәге үҙ аллы «Белорецкий рабочий» гәзите булып айырылып сыға.

  • 2015 йылда «Урал» гәзите Башҡортостандың тағы ла ете баҫмаһы иҫәбендә «социаль әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараһы» исемлегенә инде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 23 октябрь[1].