Башинформ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башинформ
Нигеҙләү датаһы 1 август 1992[1]
Рәсем
Рәсми тел башҡортса‎, урыҫ теле һәм инглизсә
Дәүләт  Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Мөхәррир Вәлиев Артем Валерьевич[d]
Рәсми сайт bashinform.ru

Башинформ — Башҡортостан Республикаһының төп мәғлүмәт агентлығы. Рәсми исеме «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (урыҫса ОАО "Информационное агентство «Башинформ»).

Ойоштороусыһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. «Башинформ» Өфө ҡалаһының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан. Агентлыҡ бар мәғлүмәтте башҡорт[2], урыҫ[3], инглиз[4] телдәрендә электрон почта ярҙамында һәм Интернеттағы үҙенең сайты аша тарата.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының ҡарары менән быға тиклем сығып килгән «Версия» исемле гәзит нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһының „Версия“ мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы» ойошторола[5]. 1992—1994 йылдарҙа агентлыҡ республиканың Эске эштәр министрлығында, Өфөләге Ленин урамының 7-се йортонда урынлаша.

1994 йылда «Версия» агентлығы «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы итеп, ә 1995 йылдан «Башинформ» дәүләт мәғлүмәт агентлығы итеп үҙгәртелә. 1995—2002 йылдарҙа Ғафури урамындағы 101-се йортта эшләй.

2002 йылдан ул әлеге атамаһын ала һәм «„Башинформ“ мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип йөрөтөлә. 2002 йылда йәмғиәттең Директорҙар советының тәүге рәйесе Илдар Ғимаев башланғысы менән «Башинформ» мәғлүмәт агегнтлығына элекке «Башфото» — «Нур» тресының Киров урамындағы 45-се йортта урынлашҡан бинаһы бирелә.

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҙнабаев Юнир Әхмәтйән улы
  • Журавлёв Виктор И.
  • Ульчев Максим Владимирович (2010—05.2020)[6]

Хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башинформ» агентлығы республика киң мәғлүмәт саралары араһында цитата килтереүҙең алмаштырғыһыҙ лидеры. Уны 2018 йылдың I кварталы өсөн «Медиалогия»ның яңыртылған рейтингы раҫлай. Был ваҡыт эсендә агентлыҡтың цитата килтереү индексы 174,68-гә күтәрелгән. Уҙған йылдың шул уҡ осоронда был күрһәткес 124,12-гә тиң булған[7].

2016 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башинформ» агентлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса республика медиаресурстары рейтингында беренсе урынды алды[8][9].
  • Росгвардия эшмәкәрлеген объектив яҡтыртҡаны өсөн «Башинформ» агентлығына Рәхмәт белдерелде[10].
  • «Башинформ» агентлығы 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[11].

2015 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Парламент эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса йыл һайын ойошторолған конкурстың йомғаҡтары буйынса, «Электрон баҫмалар» номинацияһында ике призлы урынды «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары яуланы[12] — сәйәсәт бүлеге етәксеһе Ғәлиә Нәбиева беренсе, махсус хәбәрсе Арина Рәхимҡолова өсөнсө урындарҙы алды[13].
  • Өфө ҡала Советы эшен яҡтыртыу буйынса йыл конкурсының «Интернет донъяһы» номинацияһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы еңеү яуланы[14]. «Объективта — ҡала» номинацияһында «Башинформ» агентлығы коллективына икенсе урын бирелде[15].
  • «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Башҡортостан төбәк бүлексәһенең 2015 йылдағы эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса республика киң матбуғат саралары араһындағы йыл конкурсы йомғаҡтары буйынса «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Алтын сайт» тип танылды[16]. Ошо исемдәге номинацияла фирҡә проектары хаҡындағы «Интернет» селтәрендәге иң яҡшы материал өсөн билдәләнгән барлыҡ бүләктәрҙе «Башинформ» журналистары яуланы: III урын Эльвира Латыповаға, II урын Арина Рәхимҡоловаға бирелһә, Гөлназ Нәбиева был номинацияла иң яҡшыһы тип табылды[17].

Агентлыҡ хаҡында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Калинина К. Домен bashinform.ru отмечает «некруглую» дату. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 март[18].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://zakon-region3.ru/1/56047/
  2. «Башинформ» башҡорт телендә
  3. «Башинформ» урыҫ телендә
  4. «Башинформ» инглиз телендә
  5. Постановление Президиума ВС РБ от 01.08.92 N 6-3/146г «О республиканском информационном Агентстве „Версия“». Сайт «Законы России» 2018 йыл 3 март архивланған. (рус.)
  6. Руководителем Агентства по печати и СМИ Республики Башкортостан назначен Максим Ульчев. ИА «Башинформ», 19 мая 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2020)
  7. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2018 йылдың I кварталында «Медиалогия»ның цитата килтереү рейтингын етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 3 июль (Тикшерелеү көнө: 4 июль 2018)
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2016 йылда Башҡортостан медиаресурстары рейтингын етәкләй. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 26 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
  9. Информационно-аналитическая система «Медиалогия». Мониторинг СМИ и медиа анализ в режиме реального времени. Башкортостан: рейтинг СМИ за 2016 год 2017 йыл 28 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
  10. Агентству «Башинформ» вручили благодарность за объективность в освещении деятельности Росгвардии. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 19 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 декабрь 2016)
  11. «Башинформ» агентлығы — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшылар рәтендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 15 декабрь (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2016)
  12. Башҡортостандың парламент журналистары иң яҡшы материалдар өсөн наградалар алды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 декабрь 2015 йыл
  13. Официальный сайт Башкортостанского Регионального отделения партии «Единая Россия». Новости. Константин Толкачев вручил награды победителям журналистского конкурса на лучший материал по парламентской тематике. 28 декабря 2015 (рус.)
  14. Официальный сайт Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан. 28.12.2015. Награждены победители конкурса на лучшее освещение работы городского Совета Уфы (рус.)
  15. «Башинформ» агентлығы Өфө ҡала Советы эшен яҡтыртыу буйынса конкурста иң яҡшыһы тип танылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
  16. «Башинформ» агентлығы «Алтын сайт» тип танылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 25 декабрь 2015 йыл
  17. Официальный сайт Башкортостанского Регионального отделения партии «Единая Россия». Новости. 24 декабря 2015: «Единая Россия» наградила самых активных журналистов (рус.)
  18. Домен bashinform.ru отмечает «некруглую» дату — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 12 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башинформдар Башинформ тураһында