Байыҡ сәсән
Байыҡ Айҙар | |
![]() | |
Тыуғас бирелгән исеме: |
Байыҡ Аблаев |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө: |
сәсән, ҡурайсы, шағир |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы [1] Мәхмүт ауылы |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: |
10 октябрь 1814 (103 йәш) |
Атаһы: |
Байназар тархан |
Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл — 10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Байыҡ сәсән Златоуст өйәҙенең Мырҙалар волосындағы[1] Мәхмүт[2] ауылында 1710 йылдар тирәһендә тыуған. Ул XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының, Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышының һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған.
Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсөнсөһө Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бишенсеһе Танһыҡ булған.
Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән. Үҙ алдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар төпсөк улы Танһыҡ менән көн күргән.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2008 йылдың мартында Байыҡ сәсәндең тыуған төйәге Мәхмүттә башҡорт халҡының аҫыл улына уның вариҫтары һәйкәл асты.
- Салауат районының Арҡауыл ауылындағы урта мәктәп Байыҡ сәсән исемен йөрөтә.
- Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы (2015) айҡанлы интернет селтәрендә Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе үткәрелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байыҡ (йыр)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
- ↑ Башҡа мәғлүмәттәр буйынса Салауат районы Арҡауыл ауылы.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф. Ә Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. — ISBN 5-295-03806-8
- Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0