Эстәлеккә күсергә

Байыҡ (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байыҡ
урыҫса «Баик»
Жанр

йыр

Төп нөхсә теле

башҡорт

Байыҡ йыры — башҡорт халҡының ауыҙ-тел хазинаһы, был көйгә бейеү ҙә һалынған.

Халыҡ йырына әйләнһә лә, уның конкрет авторы ла бар. Ул Айҙар сәсән, ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Баймөхәмәт Байназаров 1734 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1710 йылда Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында), башҡа мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ улустың Мәхмүт ауылында — яҡынса 1815 йылда вафат булған, сәсән. Сәсән исеменең 2‑се өлөшө «айҙар» (хөрмәтле, ихтирамлы) халыҡ тарафынан бирелә[1].

Тормош һәм көрәш юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Байыҡ Айҙар сәсән» ҡобайырына ярашлы, Байыҡ Айҙарҙың атаһы Байназар тархан булған. Ихтилалдарҙа ҡатнашҡаны өсөн Байыҡ Айҙар, батша карателдәренең эҙәрлекләүҙәренән ҡасып, ҡаҙаҡ далаларында йәшеренеп йәшәй. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин менән осраша; «Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне» ҡобайыры буйынса, башҡорттарҙы Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнашырға саҡыра.

«Байыҡ Айҙар сәсән» ҡобайыры «Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтеше» һәм «Халыҡтың ир‑егеттәрҙе француздарға ҡаршы яуға оҙатҡаны» әйтеш текстарын үҙ эсенә ала[2].

Йырҙың яҙылыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байыҡ Айҙар 1812 йылғы Ватан һуғышына тыуған илен һаҡларға киткән башҡорт яугирҙарын «Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны» ҡобайыры менән оҙата: Күп йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйепләнгәндәрҙең аҫылдары аҫылған. Һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан, Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә- һәрә һөйләшеп, ат-хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фарманын уҡып, кәңәш-төңәш иткән саҡта, ҡәбер төбөнән сыҡҡан кешеләй, башын-күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Танығандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптырап, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти:

Алыҫтан ҡарайып күренгән
Тулҡын да тулҡын тигәнем, —
Көтөүселәр өйөргән
Йылҡы микән тигәнем —
Тулҡын түгел, ил икән…
Күп йәшәгән ни белгән,
Күпте күргән шул белгән!
Шулай ҙа йөҙгә еткәндә
Белгәнем әйтеп үтмәһәм,
Хатам күҙгә төрткәнде
Тағы ла әйтеп үтмәһәм,
Үле тәнем, йыуылып,
Быу менән генә аҡланмаҫ!
Яманаттан бүтәнем —
Ил телендә һаҡланмаҫ!..
«Хан, хан, — тигән күп ирҙәр, —
Алып килә дан, — тигән, —
Ҡаны башҡаға ҡан, — тигән, —
Беҙ алырбыҙ дан», — тигән.
Сыңғыҙ килгән: «Мин! — тигән,
Мин ҡунаҡмын тимәгән.
Ил өҫтөнә ҡул йәйгән,
Мин китәмен, — тимәгән. —
Улын, бейен үҫтергән,
Ҡара ҡошон тотторған,
Барынан ант иттергән, —
Илдең ҡанын эс, — тигән, —
Сергенән ҡанда кис, — тигән; —
Ҡанын, динен һорама,
Бары беҙгә ҡол, — тигән; —
Эт һанындай хан үҫһен,
Яуызлыҡта дан үҫһен,
Беҙгә терәк шул», — тигән.
Быуын-быуын үткәндә,
Хандар килеп киткәндә,
Хандан илгә ни ҡалды?
Эркелеп ҡандан һаҙ ҡалды,
Ил таланып таҙ ҡалды,
Өҫтөндә бөтмәҫ зар ҡалды.
Олатайҙар дихайға
Мәскәүгә баш эймәгән,
Яҡла тип, Аҡ батшаға
Юҡҡа тик ант бирмәгән!
Ай, ант, тигән, ант, тигән,
Антың йотма, тот, тигән,
Ярлыҡамаҫ ят, тигән,
Ятҡа анттан ҡайт, тигән.
Туғанға биргән аҡ антың
Менер аттай көт, тигән…
Китапҡа оҙон һүҙ яҡшы,
Яуға менһәң, буҙ яҡшы;
Башыңа бәлә килгәндә,
Яман булһа ла күргәндә, —
Үҙ туғаның, шул яҡшы:
Ике туған талашыр,
Атҡа менһә, ярашыр!..
Бер йылғанан һыуҙаған,
Бер тупраҡта аунаған,
Әсәләй күреп шул ерҙе,
Ырыҫын шуға төйнәгән*,
Төйәкләнеп, туҡланып,
Йәндәй күреп, һоҡланып,
Йыр йырлаған, көйләгән,
Моңон-зарын үҙ-ара
Бер-беренә һөйләгән, —
Ирме булһын, ҡыҙ булһын,
Батшамы ул, кем булһын,
Шул тупраҡта түлләһен,
Илде ҡурсып үрләһен, —
Бер туғаның шул булыр.
Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр,
Килеп баҫҡан яу, тиҙәр.
Француз булһын, кем булһын,
Ситтән килгән ят булыр.
Унан илгә ҡот булмаҫ,
Баҫҡан ере ут булыр,
Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр.
Ил сигенә ят баҫҡан,
Ҡунаҡ түгел, яу асҡан.
Мәскәү бит оран һалған :
«Аҡ батшаға ант биргән
Ирҙәр менһен ат!» — тигән.
Батша бит һөрән һалған:
«Илде баҫты ят!» — тигән.
Минең дә һүҙем шул булыр:
Ант боҙғанға ни булыр? —
Таяныр терәге юҡ булыр,
Ҡаңғырып йөрөр Байыҡтай,
Тынлыҡ тапмай хур булыр.

Байыҡты танып, һүҙен дә ишеткәс, бөтә халыҡ умарта ҡортондай гөжләшеп күтәрелеп киткән[3].

«Байыҡ» йырының йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ватан һуғышына үҙенең алмас ҡылысын Урал ташҡайына ҡайрап киткән башҡорт егете, Кутузов армияһында Рәсәйҙе дошмандан азат итеүгә тоғро хеҙмәт итеп, тыуған еренә еңеү менән ҡайта. Әлбиттә, һәләк булғандар ҙа күп була. Ә еңеүселәрҙе халыҡ ҙур шатлыҡ менән ҡаршы ала.

«Байыҡ» йыры француз яуында еңеп ҡайтҡан арыҫлан кеүек егеттәргә маҡтау итеп сығарылған. Авторҙың исеме менән халыҡ хәтерендә һаҡланған. Был көйгә шундуҡ бейеү ҙә һалғандар, шулай итеп еңеү ҡыуанысын тәбрикләгәндәр[4].

Француз, француз килә ти,
Наполеоны түрә, ти.
Француз, француз килә ти,
Наполеоны түрә, ти.
Яуы еткән Мәскәүгә лә
Буҫағала тора, ти.
Бөтәбеҙҙән көлә,ти ҙә,
Буҫағанан керә, ти.
Һай, азамат арыҫлан да
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә даны балҡый,
Күп ерҙәрҙе байҡаған.
Һай, һай, һай, һай,
Түрҙән урын алығыҙ,
Һары балды һалығыҙ,
Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.

https://mixmuz.ru/mp3/этно-рок%20группа%20%22арғымаҡ

"Байыҡ" йырының һүҙҙәре
  • «Халыҡтың ир‑егеттәрҙе француздарға ҡаршы яуға оҙатҡаны» әйтешенең өҙөгө йыр һәм риүәйәт рәүешендә «Икенсе әрме» исеме менән үҙ аллы әҫәр булараҡ йәшәй. Байыҡ Айҙар ижади мираҫына «Байыҡ», «Әхмәт Байыҡ», «Байыҡ сәсән йыры», «Егет булһаң…» һ.б. йырҙарҙы индерәләр;
  • Уның исеме менән шулай уҡ «Байыҡ» бейеүенең барлыҡҡа килеүен дә бәйләйҙәр.
  • «Байыҡ сәсән» риүәйәте буйынса, Байыҡ Айҙар ҡәбере Салауат районы 1‑се Иҙелбай ауылы янында урынлашҡан.
  • Мәхмүт ауылында йәшәүсе крайҙы өйрәнеүсе Искәндәр ағай Миһранов Байыҡ сәсән Мәхмүт ауылында ерләнгән тип дәлилләй.
  • Байыҡ Айҙар исеме Арҡауыл урта мәктәбенә бирелгән.
  • 2010 йылда Салауат районында Байыҡ Айҙарҙың 300 йыллығына арналған «Байыҡ йыйыны» фольклор байрамы ойошторолдо.

Видеоматериалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. YouTube сайтында Видео «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле
  • Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995;
  • Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000;
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.9. Уфа, 2001

Башҡорт халыҡ йырҙары