Урал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал

Урал — Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Себер тигеҙлектәре араһында һуҙылған Рәсәй Федерацияһында һәм Ҡаҙағстандағы географик төбәк. Урал тау системаһы был төбәктең төп өлөшө булып тора.

Урал Европа менән Азия сиктәрендә урынлашҡан. Урал тауҙары һәм уға яҡын булған ҡалҡыулыҡтар төньяҡта Төньяҡ Боҙло океандан алып көньяҡта Ҡаҙағстандың ярым сүл райондарына тиклем һуҙылған.

Урал 5 географик зонаға бүленә — Поляр Урал, Поляр тирәһендәге Урал, Төньяҡ Урал, Урта Урал һәм Көньяҡ Урал.

Һыу айырғыс булған төп һырттан һәм киң уйһыулыҡтар менән айырылған һырттарҙан тора. Уралдың иң бейек түбәһе — «Исследовательский» һыртындағы «Народная» тауы (1859 м). Төньяҡ-көнбайышта Урал Пай-Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер утрауҙары тауҙарына күсһә, көньяҡта иһә бейеклеге 657 метрға тиклем еткән Мугоджары тауҙары теҙмәләре дауам итә.

Көньяҡ Уралда тау рельефының киңлеге 120 саҡрымға етә. "Уралып ятҡан Урал-тау" мөһим һыу айырғыс булып, Башҡортостан еренән 300 саҡрым самаһы һуҙыла. Иң бейек тауҙары — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).

Урал — йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Печора, Уса, Тубыл, Иҫәт, Тора һәм башҡалар — Төньяҡ Боҙло даръя бассейнына, Сулман менән Чусовая, Ағиҙел һәм Яйыҡ Хазар диңгеҙенә ҡарай. Күлдәре йәйрәп ята: Тауатуй, Арғужа, Уйылды, Иртеш, Ишкүл, Сыбаркүл, Торғаяҡ, Өргөн, Оҙонкүл, Яҡтыкүл.

Төньяҡ Уралда — тау тундраһы, көньяҡтараҡ — тау-тайга урмандары. Ылыҫлыларҙан кедр, ҡарағас, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы үҫә. Көньяҡ Уралда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, саған да бар.

Үҫемлектәр донъяһы ла, йәнлектәр донъяһы ла төрлө. Башҡортостан йәнлектәре генә лә бихисап: айыу, бүре, төлкө, мышы, ҡоралай, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләүһен, тейен, шәшке, ҡуян, янут, ҡама, көҙән, йофар, йәтсә...

Ҡоштары иһә өс йөҙләп төр: бөркөт, шоңҡар, ҡыйғыр, ҡарсыға, ҡарағош, ябалаҡ, һупайҙы, тумыртҡа, кәкүк, ҡарлуғас, күгәрсен, һоро торна, ҡауҙы, бүҙәнә, ҡор, һуйыр, сел, сөрәгәй, сәпсек...

Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау өсөн Урал биләмәләрендә Печора-Илич, Висим, Илмән, Башҡорт ҡурсаулыҡтары булдырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Светлаков шоумен, телевидение алып барыусыһы, актер, продюсер, сценарист

Александр Масляков телевидение алып барыусыһы, телепродюсер

Семен Альтов яҙыусы-юморист

Алексей Балабанов кинорежиссер, продюсер, сценарист

Юрий Лоза йырсы, композитор

Александр Малинин йырсы

Игорь Алтушкин Эшҡыуар, Рус баҡыр компанияһына нигеҙ һалыусы һәм директорҙар советы рәйесе. Меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре.[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://www.dp.ru/a/2023/07/03/igor-altushkin-biznes-sosedstvuet