Яйыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Яйыҡ
башҡ. Яйыҡ, kz Жайық
Һаҡмар Яйыҡҡа ҡушылған урында, Ырымбур, 3.07.2013
Һаҡмар Яйыҡҡа ҡушылған урында, Ырымбур, 3.07.2013
Характеристика
Оҙонлоғо 2428 км
Бассейн 237 000 км²
Һыу сығымы 400 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Уралтау,
Көнъяк Урал
 · Бейеклеге 760 м
Тамағы Каспий диңгеҙе
 · Бейеклеге -28 м
 · Координаталар 46°53′ с. ш. 51°37′ в. д. / 46.883° с. ш. 51.617° в. д. / 46.883; 51.617 (G) (O)
Урынлашыуы
Һыу бассейны Каспий диңгеҙе

Илдәр Башҡортостан
Рәсәй
Ҡаҙағстан
Регион Учалы районы
Силәбе өлкәһе
Ырымбур өлкәһе
Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе
Атырау өлкәһе
Яйыҡ Викимилектә

Яйыҡ (урыҫ. Урал, ҡаҙ. Жайық) — Көнсығыш Европалағы йылға.

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо исем (1775 йылға тиклем) - Яйыҡ. Гидроним боронғо-иран теленән *Daiks исеме менән Клавдий Птолемейҙың II быуаттағы картаһында күрһәтелгән[1]. Хәҙерге ваҡытта рәсми рәүештә «Яйыҡ» исеме Ҡаҙағстанда ҡулланыла. Рәсәйҙә — Урал. Башҡорт телендә йылғаны «Яйыҡ» һәм «Урал» исемдәре менән йөрөтәләр (мәҫәлән, Учалы районы Уральск ҡасабаһы янында юл таҡтаһы). Александр Пушкин «Пугачёв тарихында» түбәндәгеләрҙе яҙа:

« Екатерина II указы буйынса Яйыҡтың исеме алмаштырылған, яңы исеме йөрөткән тауҙарҙан сыға »

Оҙонлоҡ буйынса Европала өсөнсө урында (Волга ,Дунайҙан һуң) [2].

Боронғо Европа карталарында йылға Rhymnus fluvius исемен йөрөтә. 1140 йылда беренсе тапҡыр урыҫ йылъяҙмаларында осрай:

« Мстислав загна Половци за Дон за Волгу за Яик. »

Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышынан һуң 1775 йылда Екатерина II үҙенең указы менән Яйыҡтың исемен Уралға алмаштырған.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яйыҡ аҡҡан райондар һәм торлаҡ пункттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яйыҡ бассейны
  1. Буранғол (Учалы районы)
  2. Рысай (Учалы районы)
  3. Ҡалҡан
  4. Юлдаш (Учалы районы)
  5. Ураҙ (Учалы районы)
  6. Уральск (Учалы районы)
  7. Яңы Байрамғол (ауыл)
  8. Ғәҙелша
  9. Наурыҙ (Учалы районы)
  10. Йәһүҙә (Учалы районы)
  11. Мишкә (Учалы районы)
  12. Мәҫкәү (Учалы районы)
  13. Волковский, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  14. Үрге Урал, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  15. Дзержинка, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  16. Каширинский, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  17. Спасский, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  18. Ивановский, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  19. Приморский, Үрге Урал районы, Силәбе өлкәһе
  20. Үрге Ҡыҙыл, Агаповка районы, Силәбе өлкәһе
  21. Магнитогорск, Силәбе өлкәһе
  22. Агапов, Аблязово, Янгельский, Агаповка районы пункттары, Силәбе өлкәһе
  23. Ҡыҙыл районы, Силәбе өлкәһе
  24. Кваркено районы, Ырымбур өлкәһе
  25. Новотроицк, Ырымбур өлкәһе
  26. Орск, Ырымбур өлкәһе
  27. Новоорск районы, Ырымбур өлкәһе
  28. Гай районы, Ырымбур өлкәһе
  29. Ҡыуандыҡ районы, Ырымбур өлкәһе
  30. Беляевка районы, Ырымбур өлкәһе
  31. Ырымбур районы, Ырымбур өлкәһе
  32. Ырымбур
  33. Переволоцк районы, Ырымбур өлкәһе
  34. Новосергиевка районы, Ырымбур өлкәһе
  35. Ташла районы, Ырымбур өлкәһе
  36. Кваркено районы, Ырымбур өлкәһе
  37. Ҡаҙағстан
  38. Каспий диңгеҙе

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға Учалы районының Буранғол ауылы янында башлана [3]. Пётр Рычков «Топография Оренбургская» китабында яҙған [4]:

Яикъ вершину имьетъ за Уралскими горами на Сибирской дорогъ, въ Купаканской волости, изъ горы называемой Калганъ Тау, что значитъ: Крайняя или Остальная гора въ Уралъ
Сія река изстари разделяетъ Башкирцовъ съ Киргисъ Кайсаками

Яйыҡ Урал аръяғында, Себер юлында, Ҡыуаҡан олоҫонда, Ҡалҡан-тауҙан сыға. Ҡалҡан – ҡалған, һуңғы тау.
Ошо йылға борондан башҡорт һәм ҡаҙаҡ ерҙәрҙен бүлгән.

Үҙенең башында Яйыҡ төньяҡтан көньяҡҡа аға. Ҡаҙаҡ далаһының бәләкәй тауҙарына етеп, төньяҡ-көнбайышҡа китә. Ырымбурҙан көньяҡ-көнбайышҡа китә. Уральск янында йылға яңынан бөгөлә. Яйыҡтың бассейны 237 000 км²[5][6][7]. Оҙонлоғо 2428 км. Ҡаҙағстанда оҙонлоғо 1082 км. Һыуҙың горизонты 635 м абсолют бейеклектә.

Яйыҡтың ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уң яҡтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Артазым
  2. Оло Ҡыҙыл
  3. Таналыҡ (йылға)
  4. Губерля
  5. Һаҡмар (йылға)
  6. Заживная
  7. Кинделя
  8. Иртек
  9. Чаган, Ҡаҙағстан

Һул яҡтан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Гумбейка
  2. Суундук
  3. Оло Кумак
  4. Ур (Орь)
  5. Илек
  6. Утва
  7. Барбастау
  8. Солянка (йәйен ҡорой)
  9. Уртабуртя

Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.kirsoft.com.ru/skb13/KSNews_267.htm Юлиан Кулаковский. Карта Европейской Сарматии по Птолемею
  2. река Урал
  3. Урал — статья в Энциклопедии Башкортостан
  4. Рычков Пётр Иванович: «Топография Оренбургская» СПб., 1762 стр.223—224
  5. Географический атлас России — М.: ПКО «Картография», 1998.
  6. Урал // Словарь современных географических названий : Электронное издание / Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова.. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  7. Урал, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чибилёв А. А. Река Урал: Историко-географические и экологические очерки о бассейне р. Урал — Л.: Гидрометеоиздат, 1987. — 168 б. — (Реки и озёра нашей Родины).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]