Ҡалҡан (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡалҡан
рус. Калҡаново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Учалы

Координаталар

54°24′39″ с. ш. 59°18′35″ в. д.HGЯO

Халҡы

332[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453732

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 896 002

ОКТМО коды

80 653 496 111

Ҡалҡан (Рәсәй)
Ҡалҡан
Ҡалҡан
Ҡалҡан (ауыл) (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡалҡан

Ҡалҡан (рус. Калканово) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. Ҡалҡан күле һәм Яйыҡ йылғаһы буйҙарында урынлашҡан.

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 332 кеше[2]. Почта индексы — 453732, ОКАТО коды — 80253896002.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 26 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Учалы): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 18 км

Ҡалҡан ауылы Урал йылғаһы буйында урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1736 йылдың 11 февраль указына ярашлы, ҡаҙна мәнфәғәтенә тартып алынған Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр Шәмәр ауылына нигеҙ һала. XVIII быуат аҙағынан ауыл хәҙерге Ҡалҡан атамаһы менән билдәле[4]. Беренсе исеме гидронимдан, икенсеһе — антропонимдан тип аңлаталар. Әммә рәүиз материалдарында Ҡалҡан исемле йәки фамилиялы кеше юҡ. Шулай уҡ Ҡалдан булараҡ теркәлгән.

1795 йылда 30 йортта 208 кеше, 1859—1866 йылдарҙа 121 йортта — 703 кеше йәшәгән. XX быуаттың 20-се йылдарында ауылда Ғәлиуллин һәм Абраменконың тирмәндәре була[5].

Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[4].

1920 йылда Ҡалҡанда 1269 кеше иҫәпләнгән.

Әлеге ваҡытта ауылда Учалы ауылы гимназияһының филиалы — Ҡалҡан башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 1139
1920 йыл 26 август 1269
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 670
1959 йыл 15 ғинуар 382
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 392
2010 йыл 14 октябрь 332 160 172 48,2 51,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (95 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Пётр Рычков үҙенең «Топография Оренбургская» китабында Ҡалҡан исеме тураһында былай тип яҙған[7]:

Яикъ вершину имьетъ за Уралскими горами на Сибирской дорогъ, въ Купаканской волости, изъ горы называемой Калганъ Тау, что значитъ: Крайняя или Остальная гора въ Уралъ
Сія река изстари разделяетъ Башкирцовъ съ Киргисъ Кайсаками

Яйыҡ Урал аръяғында, Себер юлында, Купакан улусында, Ҡалҡан-тауҙа сыға. Ҡалҡан — ҡалған, һуңғы тау.
Ошо йылға борондан башҡорт һәм ҡаҙаҡ ерҙәрен айырып ята

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795[8], 1811[9] һәм 1859 йылдарҙа[10] Ҡалҡан ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Партизан урамы (рус. Партизанская улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
  • Яйыҡ урамы (рус. Яицкая улица)[12]

.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡалҡан күле
  • Урал йылғаһы
  • Ҡалҡан тауы
  • Еләкле һәм Әүәләк һырттары[13]
  • Бирсә йылғаһы[14]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ҡалҡан (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Ҡалҡан (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  7. Рычков Пётр Иванович: «Топография Оренбургская» СПб., 1762 стр.223—224
  8. ревизия материалдары 2022 йыл 24 ғинуар архивланған.
  9. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  10. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  11. Озеро Калкан
  12. Госсправка сайтында урамдар исеме
  13. Ургун, Калкан и Ахун
  14. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]